ЙӘШЕН АТЫУ
мәғрур төҫтә кәйелеп оса, йәшендәй атылып, сырҡылдатып баҫып алаһы ҡорбанын аңдый ине. Ә. Хәкимов. • Аяҙ көндө йәшен һуҡты. Мәҡәл. Аяҙ көндөң йәшененән ҡурҡ. Мәҡәл. Йәшен йәшнәмәй — кук күкрәмәй. Мәҡәл.
2. кусм. Шатлыҡ-ҡыуаныс йәиһә нәфрәт кеүек хис-тойғолар кисергәндә йөҙҙә сағылып киткән сатҡы. □ Искра. ■ Кәкук һағышы ла бар уларҙа, бар уларҙа нәфрәт йәшене, бар дәһшәтле тәуәккәллек, сабыйлыҡ та илай, йәшенеп... Р. Ғарипов.
3. кусм. Етеҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ О проворном человеке. ■ Берәу йәшәй йәшен булып, берәу донъя ҡыуа ҡалтырап.
В. Әхмәҙиев.
4. миф. Мифлаштырылған, Хоҙайҙың сыбыртҡыһы тип ҡабул ителгән тәбиғәт күренеше. □ Молния (мифологизированное явление природы; сверкание молнии башкиры связывают с кнутом божества Кук тәңре). ■ Йәшен — Тәңре ҡамсыһы, ут ялсыһы, тигәндәр. Экспедиция материалдарынан. Йәшен атҡан ағасҡа теймәйҙәр. Уны һыу менән һундерергә ярамай. Экспедиция материалдарынан.
♦ <Аяҙ көндә> йәшен һуҡҡандай (йәки атҡандай) булыу көтмәгән бер хәл, хәбәр булғанда әйтелә. □ соотв. Как гром среди ясного дня. И Был хәбәр Гәрәевкә йәшен һуҡҡан кеуек тәьҫир итте. И. Насыри. Йәшендән ҡасҡан <шайтан> һымаҡ ныҡ ҡурҡып ҡасыуға ҡарата әйтелә. □ Убежать, сильно испугавшись. Йәшен уйнатыу ҡеүәт, ғәйрәт сәсеү; ут уйнатыу. □ Устрашать сильным натиском, наступать. И Әлфиә Рәхимовнаны тыйып тороп булмаҫ ине, куҙҙәрендә йәшен уйнатты. Д. Бүләков.
ЙӘШЕН АТЫУ (йәшен ат-) (Р.: ударить (о молнии)', И.: strike (of lightning); T.: yıldırım çarpması) ҡ.
1. Йәшен тейеп зарарлау. □ Ударить (о молнии). // Удар молнии. Ағасты йәшен атҡан. И Куҙҙе сағылдырып йәшен йәшнәне. Эргәлә генә гөрһөлдәп йәшен атты. 3. Ураҡсин. Тикшереу Бураншин менән Фазыл иҫәп тотҡан һөҙөмтәне бирмәне, эҫкертте йәшен атыуы билдәле булды. Ә. Хәкимов. [Әҡлимә:] [Балалар] бала саҡтарында, йылғаға батып
ҡуймаһындар, йәшен атып ҡуймаһын, тип дер ҡалтырайһың, ҡанаттары уҫеп, ҡала тарафтарына осоп киткәс, тағы ла шомлораҡ. Т. Ғиниәтуллин.
2. миф. Хоҙай Тәғәләнең шайтанды атыуы. □ Удар молнии (наказание шайтана небесным божеством). И Йәшен шайтанды атам тип кешене ата. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘШЕН БЫЛҠЫУ (йәшен былҡы-) ҡ. диал. ҡар. йәшен йәшнәү 1. Яҡында ғына йәшен былҡыны. Йәшен былҡып, кук кукрәп, ямғыр яуа башланы.
ЙӘШЕНГӘ ҺЫҒЫНЫУ (йәшенгә һығын-) (Р: ютиться; И.: huddle together; take shelter; T: barınmak) ҡ. диал.
Ярҙам өмөт итеп яҡынлау; һыйыныу. □ Ютиться, укрываться. ■ «Бисмиллаһир-рахманир-рахллм, ут-уҡтарыңдан һаҡла», — тип йәшенгә һығынабыҙ. Экспедиция материалдарынан.
ЙӘШЕНДЕРЕҮ (йәшендер-) (Р: дать возможность спрятаться; И.: let find shelter; T: yaşmak) ҡ.
Йәшенергә булышлыҡ итеү; йәшереү. □ Дать возможность спрятаться, укрыть. Баланы йәшендереу. ■ Кейәуҙең килгәнен ишеткәс, Фатиманы йәшендерҙеләр. Ж. Кейекбаев.
ЙӘШЕН ДОҒАҺЫ и. диал. ҡар. йәшен теле. Йәшен доғаһын уҡыу. ■ Ҡырҡ кеше араһында берәу йәшен доғаһын уҡыһа, йәшен атмай. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘШЕНЕП-БОҪОНОП (Р: тайно; И.: secretly; T: gizlice) р.
Кеше күҙенә күренмәҫкә, һиҙҙермәҫкә тырышып; ҡасып-боҫоп. □ Тайно, тайком, украдкой, скрытно. Йәшенеп-боҫоноп ауылға инеу. ■ Улар [дошмандар] былтыр үҙҙәренең ерәнес эштәрен асыҡтан-асыҡ эшләй алһалар, хәҙер йәшенеп-боҫоноп ҡына эшләй башланылар. Ғ. Дәүләтшин.
ЙӘШЕНЕҮ (йәшен-) [боронғо төрки йаш-] (Р: прятаться; И.: hide; T: saklanmak) ҡ.
1. Күҙҙән ҡасып ышыҡланыу, ышыҡланып боҫоу. □ Прятаться, скрываться, укрываться, таиться. Йәшенеп ҡалыу. Йәшенеп ултырыу. Ағас артына йәшенеу. ■ [Үҫмер:] Ҡоломбәттең йәшенгән ерен куреп әйтәйем
336