ЙӘШЕН ТЕЛЕ
тип, батыр, һине көткән инем. Әкиәттән. Аҡйеләк шул кул буйында йәшенеп кенә йылҡыларҙың һыулауға килгәнен һағалап ятҡан. Әкиәттән. Ике ҡыҙ ҡураға сығып, сыуал арттарына йәшенеп, купме ваҡыт хат уҡығандарҙыр. Һ. Дәүләтшина.
2. Ышыҡланып, күҙҙән юғалыу. □ Прятаться, скрываться. ■ Таң яҡынлашты. Шаян йондоҙҙар тағы ярты айға эйәреп, берәм-берәм диңгеҙ төбөнән сыҡтылар ҙа, куккә менеп йәшенделәр. 3. Биишева. Ҡояш тау артына йәшенеп, эңер төшә башлағас ҡына, ҡапыл тертләп, урынынан ҡуҙғалды. М. Ху-жин.
ЙӘШЕН ЙӘШНӘҮ (йәшен йәшнә-) (Р.: сверкать (о молнии)', И.: flash (of lightning); T.: yıldırım oyunu) ҡ.
1. Сатҡы уйнатыу. □ Сверкать (о молнии). // Сверкание молнии. ■ Куҙҙәр ҡа-машырлыҡ яҡты була, тиҙ булһа ла йәшен йәшнәуе. Р. Ғарипов. Шомло тыныслыҡ — йәшен йәшнәу артынан буласаҡ көслө кук кукрәуен көтөу менән бер ине. Я. Хамматов.
2. миф. Күк тәңренең сыбыртҡы шарт-латыуы, сыбыртҡы осондағы таштың ялты-рауы. □ Сверкание молнии (башкиры связывают его с кнутом небесного божества).
ЙӘШЕН ҠАЙТАРҒЫС (Р: молниеотвод; И.: lightning conductor; T.: yıldırımsavar) и.
Йәшен атмаһын өсөн бейек ҡоролмаларҙың башына күтәреп, бер осо ергә тоташтырып ҡуйылған йыуан тимерсыбыҡ. □ Молниеотвод, громоотвод. ■ Йәшен ҡай-тарғыстай, утә һиҙгер, яланғас шул минең йөрәгем. Хәйләһеҙ ҙә донъя файҙаһыҙ шул, көтмәгәндә бирә кәрәгем. X. Назар.
ЙӘШЕНЛЕ (Р: грозовой; И.: storm; Т.: bora) с.
Йәшене булған. □ Грозовой, с грозой. Йәшенле ямғыр. Йәшенле болот. ■ Бына әле генә йәшенле ямғыр уҙған. Уның артынса ҡояш балҡып сыҡҡан. 3. Биишева. Йәшенле ямғыр тиҙ утә бит ул — тағы аяҙыны. Йондоҙҙар йымылдашты. 3. Хисмәтуллин. Бер бабай йәшенле ямғыр мәлендә урман юлы буйлап китеп барһа, ниндәйҙер ҡыҙ бала илап ултыра, ти. Әкиәттән. Төнгө йәшенле ямғырҙан һуң һауа сафланған. Ғ. Лоҡманов.
ЙӘШЕНЛӘҮ (йәшенлә-) (Р: сверкать молниями; И.: flash; T.: şimşek çakmak) ҡ.
Йәшен йәшнәү. □ Сверкать молниями, блистать (о молнии). И Бу ла бит шундай хәлдәр: ҡара болоттар бөтә кук йөҙөн ҡаплап алалар, дәһшәтле йәшендәр йәшенләй, ер һелкетеп кук кукрәй. X. Мохтар. Ҡаты кук кукрәй, йәшен йәшенләй, ҡойоп ямғыр яуа. Һ. Дәүләтшина.
ЙӘШЕНМӘК (йәшенмәге) (Р: прятки;
И.: hide-and-seek; T.: saklambaç) и.
Балалар уйыны (берәу куҙен ҡаплай, бу-тәндәре йәшенә; кем иң беренсе табыла, шул артабан гөргөлдәй). □ Прятки. Йәшенмәк уйнау. ■ Төшкә тиклем уйнап өлгөрмәгән уйындар байтаҡ әле: соҡор туп, көтөу бураһы, элгес, сәкән, һәпәләк, йәшенмәк һәм тағы ла әллә ниндәй уйындар. Н. Мусин. Вәт, исмаһам, Таулыҡайҙың урамдарын урам тиһәң дә ярай. Рәхәтләнеп йәшенмәк уйнарлыҡ. Ғ. Ибраһимов. Ҡояш, әйтерһең, ҡыҙҙар менән йәшенмәк уйнаны: берсә баҙырайып ҡалҡып сыҡты, берсә упҡынға батып юҡ булды. 3. Биишева.
ЙӘШЕН ОСОҒО и. диал. ҡар. йәшен. ■ Быума булһа, йәшен осоғо һорағандар. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘШЕН ТАШЫ (Р: шаровая молния; И.: fire ball lightning; T.: ateşten top) и.
1. Туп булып тәгәрәп йөрөгән йәшен.
□ Шаровая молния. ■ Юҡҡамы ни берсә тынам, бер дауыл булып туҙам. Берсә болоттар сорғолтҡан йәшен ташындай ҡыҙам. М. Ғәли. Япондарҙың халҡы ғәйәт уткер икән, һәмишә ҡоралдары уткен икән, туптары йәшен ташы кеуек икән, егерме биш— утыҙ саҡрымдан ала икән. Бәйеттән.
2. мин. Йәшел төҫтәге аҫыл таш; йәшмә.
□ Яшма. ■ Аллаяр мулла һандыҡ кеуек нәмәһен асты ла, зөбәржәт, фирузә, .. йәшен ташы, ҡояш куҙе кеуек ҡиммәтле таштарын Мавринға курһәтеп сыҡты. Ш. Шәһәр.
3. миф. Йән һаҡлағыс, амулет. □ Амулет, оберег. ■ Ҡуҙ уғынан йәшен ташы йөрөтә инек. Экспедиция материалдарынан.
ЙӘШЕН ТЕЛЕ (Р: заговор молнии; И.: spell against lightning; T: yıldırım büyüsü) u. миф.
337