Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 338


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘШЕН ТИҘЛЕГЕНДӘ
Йәшенде әпсенләү. □ Заговор, заклинание молнии (применяется от удара молнии). И Йәшен теле тигән доға халыҡта әле лә ҡиц таралыш алған. Ф. Хисамитдинова.
ЙӘШЕН ТИҘЛЕГЕНДӘ (Р.: молниеносно; И.: with lightning speed; T.: yıldırım hızıyla) p.
Ҡапыл, тиҙ арала, күҙ асып йомғансы. □ Молниеносно. ■ Был саҡырыу бөтә төпкөл ауылдарға тиклем йәшен тиҙлегендә таралды. Р. Өмөтбаев. «Буреләр! Айғырға буреләр йәбешкән!» — Был уй йәшен тиҙлегендә Фәрзәнәнец йөрәге аша утте. Ф. Әсәнов.
ЙӘШЕН ТОТҠОС и. ҡар. йәшен ҡайтарғыс. Йәшен тотҡос ҡуйыу. Йәшен тотҡос һатып алыу. Йәшен тотҡос эшләу.
ЙӘШЕН ТУБЫ и. ҡар. йәшен ташы 1.
■ Сатыр-сотор итеп ҡалды: яҡында ғына йәшен тубы ярылды. 3. Ураҡсин.
ЙӘШЕН ТӘҢРЕҺЕ (Р: божество молнии; И.: lightning deity; T: yıldırım tanrısı) и. миф.
Йәшен менән идара итеүсе юғары зат (уҡтары шайтандарға төбәлгән). □ В башкирской мифологии: божество молнии (его удары направлены против шайтана).
■ Башҡорттарҙа йәшен тәңреһе оло тәңреләрҙән һанала. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘШЕН УТЫ (Р: огонь от удара молнии; И.: fire after lightning stroke; T: yıldırım ateşi) и.
1. Йәшен атҡандан һуң барлыҡҡа килгән ут. □ Огонь от удара молнии. ■ Самат улеменең Ҡыҙрас ҡартҡа нисек ныҡ тәьҫир итеуен, йәшен утының һис көтмәгәндә ҙур ныҡ имәнде ҡолата атыуы менән генә сағыштырып булыр ине. Ә. Чаныш. Бик алыҫта, бейек-бейек тауҙарҙың аръяғында, йәшен уты балҡыны. Я. Хамматов. Дауылла-нып ел туланы, уйнаны йәшен уты. А. Игебаев. Осһаң икән, ҡанаттарың менән ҡайтарып та йәшен уттарын. Ф. Туғыҙбаева.
2. миф. Изгеләштерелгән, магик көскә эйә булған ут. □ Огонь от удара молнии (по представлениям башкир, огонь от молнии нельзя тушить водой. Его тушат только молочным продуктом). ■ Йәшен утын һөт,
ҡатыҡ менән генә һундерәләр. Экспедиция материалдарынан.
ЙӘШЕН ҺУҒЫУ (йәшен һуҡ-) (Р: ударять (о молнии)', И.: strike (of lightning); T: yıldırım çarpması) ҡ.
1. Йәшен атыу. □ Ударять (о молнии). // Удар молнии. ■ [Хәмәтдин ағай] яр буйындағы йәшен һуҡҡан имәнгә төбәлеп бик оҙаҡ һуҙһеҙ торҙо. Ф. Әсәнов. Бер аҙҙан һуң, ҡартайғанлыҡтанмы, йәшен һуғыуҙанмы .. ергә йығылған йыуан ағас өҫтөнә ултырып, Ғәли гармун уйнай башланы. А. Таһиров.
2. миф. Йәшен тәңреһенең шайтанды, яман заттарҙы атыуы. □ Удар молнии (воспринимается как наказание злых духов, напускаемое небесным божеством).
ЙӘШЕН ЭЙӘҺЕ (Р: дух молнии; И.: lightning spirit; T: yıldırım tanrısı) и. миф.
Башҡорт мифологияһында йәшен хужаһы. □ Дух молнии (в башкирской мифологии). ■ Йәшен эйәһе айғыр ҡиәфәтендә осрай. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘШЕРЕЛЕҮ (йәшерел-) ҡ. төш. ҡар. йәшереү, страд, от йәшереү. Йәшерелгән иген. ■ һалам аҫтынан куп кенә йәшерелгән ашлыҡ табылды. Б. Ишемғол. [Вәзир] дурт-биш йәшлек саҡта уҡ әле мендәр араһына йәшерелгән арыш кәлсәһен тапты. М. Кәрим. Нишләһәк тә яуапҡа тарттырмайҙар, байлыҡ аша йәшерелә бөтә хатам. М. Ғафури.
ЙӘШЕРЕН I (Р: тайный; И.: secret, clandestine; T: gizli) с.
1. Кемдән дә булһа йәшерелә торған, күптәргә билдәле булмаған. □ Тайный, секретный, скрытный. Йәшерен эш. Йәшерен хат. ■ Немец штабы офицерын тереләй ҡулға төшөрөп булмаһа ла, документтарын, йәшерен карталарын эләктерҙек. А. Мағазов. • Асыҡ дошман йәшерен дошмандан хәйерле. Мәҡәл. Йәшерен яуҙы юҡҡа һанама. Мәҡәл.
2. Тыш яҡтан беленмәгән, бүтәндәрҙән йәшерелә торған (уй, хис, фекергә ҡарата). □ Тайный, секретный (о чувствах, мыслях). Йәшерен уй. Йәшерен фекер. ■ Фатимаға ҡарата тыуа башлаған йәшерен мөхәббәтен бер кемгә әйтмәй, уҙе менән алып китте Хөсәйен. Ж. Кейекбаев. [Шәһурә] ятһа ла, торһа ла, өйҙә лә, урманда ла йәшерен һағыш
338