ЙӘШЕРЕНЕҮ
алыр, кемгәлер тартылыу тойғоһо уны һис кенә лә ташлап китмәй. Н. Мусин. Йәғҙәнең иҫе-аҡылы китте. Тоняның томанлы йөҙөнән йәшерен уйҙарын белергә теләгәндәй, уға төбәлде. И. Абдуллин.
3. Закон тарафынан рөхсәт ителмәй торған, йәшереп эш итә торған. □ Тайный, нелегальный, подпольный. Йәшерен ойошма. Йәшерен йәмғиәт. ■ Нурали хан уҙ нөгәрҙәрен эйәртеп йәйләуенә ҡайтып китер алдынан солтандар менән йәшерен кәцәшмә ҡорҙо. Ғ. Хөсәйенов. Эйе, һәр төрлө бандаларға, революцияны, Совет дәуләтен аҫтыртын емерергә маташыусы йәшерен ойошмаларға ҡаршы көрәш осоро куптән уҙғайны инде. Ә. Хәкимов.
4. Бик йәшереп йөрөтөлгән. □ Тайный. Йәшерен китаптар. Йәшерен хаттар. ■ Йәшерен яҙыуҙарҙың бер нисәһе һалдаттарҙың ҡулына төшкән. М. Ғафури.
5. Сәйәси енәйәтселәрҙең эштәрен һ. б. алып барыу өсөн тәғәйенләнгән, хеҙмәт иткән. □ Тайный, секретный. Йәшерен булек. Йәшерен агент. Йәшерен агентура. Йәшерен полиция. ■ НКВД-ла сит илгә сыҡҡан сәйәси дошмандарҙы юҡ итеу менән шөғөлләнгән йәшерен булек ойошторола. М. Хужин. Империя икән — ҡан тугеуһеҙ булмай. Үҙе баш булған Йәшерен канцелярия — шуның бер ҡоралы бит. Ғ. Хөсәйенов. Егет мәҙрәсә башлығының тулы ышанысына инде. Ул ғына ла тугел, ҡала жандармерияһына саҡыртып алып, уны йәшерен агент итеп ҡуйҙылар. Ғ. Лоҡманов.
♦ Донъя йәшерендәре донъяның һәр кем аңлай алмаған төрлө мутлыҡ һәм хәйләләре. □ Хитрости жизни. ■ [Абыстай:] Мин әле йәп-йәш, кеше ҡорона яңы еттем, донъя йәшерендәрен яңы еҫкәй башланым. Т. Хәйбуллин.
ЙӘШЕРЕН II (Р.: тайно; И.: secretly; T: gizlice) р.
1. Кемдән дә булһа йәшерелеп. □ Тайно, секретно, скрытно. Йәшерен итеу. Йәшерен һөйләу. ■ Ҡара янып, йәшерен генә тештәрен ҡыҫып, ишек төбөндә ҡарап торған Ҡарабаш бер урынға ла һайланманы. И. Насыри. Юлай ҡай саҡ карателдәр
ҡулына эләкмәгән Кинйәнең илгә йәшерен генә ҡайтҡанын куҙ алдына килтерә. Б. Рафиҡов.
2. Тыш яҡтан беленмәгән рәүештә (уй, хис, фекергә ҡарата). □ Тайно, секретно (о чувствах, мыслях). Йәшерен һөйөу.
ЙӘШЕРЕН-БАТЫРЫН I (Р: тайно; И. secretly; T: gizlice) p.
Кемдән дә булһа йәшерелә торған, йәшереп эш ителә торған; йәшерен. □ Тайно, исподтишка, скрытно. ■ [Искәндәр:] Кеше яҙмышын йәшерен-батырын хәл итергә ярамай. Ә. Хәкимов. Йәшерен-батырын тугел, һәр кемдең уҙ аллы эштә йөрөгөһө, эш курһәткеһе килә. Р. Солтангәрәев.
ЙӘШЕРЕН-БАТЫРЫН II (Р: секретное, тайное; И.: secret; T: gizlilik) и.
Йәшереп эшләй торған нәмә. □ Секретное, тайное, секрет. ■ Йәшерен-батырыны юҡ: көрәусе диуарҙы хәҙер инде мөмкин тиклем бейегерәк итергә тырыша — ҡаршы юҫыҡтағы ҡарҙы ла, өйләндереп килтереп, шул тарафҡа быраҡтыра. Р. Сәғитов. [Хәтирә еңгә — Айбулатҡа:] Һинең алда йәшерене-батырыны юҡ инде. Һөйләшегеҙ, килешегеҙ ҙә, уҙең киткәнсе, туйлап ҡуяйыҡ. Ғ. Ибраһимов.
ЙӘШЕРЕН-БОШОРОН (Р: тайно; И.: secretly; T: gizlice) р.
Кешеләргә белдермәй, һиҙҙермәй эш ителә торған; йәшерен; йәшерен-батырын. □ Тайно, скрытно, исподтишка. Йәшерен-бошорон эш итеу. Йәшерен-бошорон һөй-ләшеу. ■ [Кыраубикә — Ҡарағолға:] Ундай ваҡытта ил ҡарттары кәңәш итә торғайнылар, һеҙ йәшерен-бошорон ғына эш итергә уйлайһығыҙ. Д. Юлтый. Кәңәшмә йәшерен-бошорон тугел, шуға теләгән кешеләр ҙә кергеләгән-йыйылғандар шаҡтай — иркен өй тулы. Ғ. Хөсәйенов.
ЙӘШЕРЕНЕҮ (йәшерен-) ҡ.
1. диал. ҡар. йәшенеү. Өй артына йәшеренеу. ■ Урман араһына инеп, кеше куҙенән йәшеренгәс кенә, Айҙар, ҡош һай-рауына оҡшатып, һыҙғырып алды. М. Кәрим. Ауыл ҡуйы һаҙлыҡ, тау-таш араһына йәшеренгән дә, иркәләнеп тыныс йоҡоға сумған. Т. Хәйбуллин. Ниғмәтулла менән Ҡолсобай әрәмәлеккә йәшеренгәс тә, Ғәйзулла
339