ЙӘШЕРЕНЛЕК
ҡалған яланға өс кешене эйәртеп килгән Хәйретдин куренде. Я. Хамматов.
2. Кемдец дә булһа яҡлау ына таяныу. □ Прятаться за кем, скрываться за кем; опираться на кого. Ата-әсәһенең арҡаһына йәшеренеу. ■ [Һалдат:] Үҙе [Марат] утҡа керһә керҙе, кеше арҡаһына йәшеренмәне. Ә. Хәкимов.
ЙӘШЕРЕНЛЕК (йәшеренлеге) (Р.: секретность; И.: secrecy; T.: gizlilik) и.
Йәшерен булыу хәле. □ Секретность, скрытность; тайна. ■ Осрашыуҙың йәшеренлеген һаҡлау вәғәҙә ителде. Й. Солтанов. Был йәшеренлек, серлелектең ҡасан да бер сиге булыр, көндән-көн ҙурая, киңәйә барған отрядҡа уны таныусы кешеләр ҙә килеп сығыр, шуның менән бөтә план емерелер тип хафаланған ул [Хәбир]. 3. Биишева.
ЙӘШЕРЕН ТАУЫШ БИРЕҮ (Р.: тайное голосование; И.: secret ballot; T.: gizli oylama) и. юр.
Ғәҙәттә, бюллетендәр, шарҙар йәки махсус машиналар ярҙамында тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың ихтыярын күҙәтеп булмаған тауыш биреү төрө. □ Тайное голосование. Йәшерен тауыш биреу ойошторола. ■ Унда [партия райкомы бюроһында] әлеге пленум ҡарамағына йәшерен тауыш биреп беренсе секретарь һайлау өсөн ике кандидатура тәҡдим ителде. Д. Бүләков.
ЙӘШЕРЕҮ (йәшер-) [боронғо төрки йа-шыр-] (Р.: прятать; И.: hide; T: saklamak) ҡ.
1. Сит күҙ күрмәҫлек урынға йыйыу, сит күҙҙән ҡасырыу. □ Прятать, скрывать, утаивать, укрывать. // Утаивание, утайка. Әйберҙе йәшереу. Эҙҙе йәшереу. Йәшереп ҡуйыу. ■ Элекке зәңгәр кулдәкте соландағы һандыҡ артына йәшереп, Вәзир өйгә инде. М. Кәрим. Айыу-буренән йәшереп була малды, ә баҫҡаҡтан йәшереп булмай. К. Мәргән. Шул саҡ егет теге етенсеһенең мамыҡ тунын алып йәшергән. Әкиәттән. • Айран һорап килһәң, туҫтағыңды йәшермә. Мәҡәл. Уғын атҡас, йәйәһен йәшермә. Мәҡәл. Яуға барһаң, ҡоралыңды йәшермә. Мәҡәл.
2. Ышыҡҡа алыу, ышыҡлау. □ Прятать от чего-л.; укрывать. Битте елдән йәшереу. ■ Йәш килендәр кулгә һыуға бара,
йәшергәндәр ярым йөҙҙәрен. Ғ. Хәйри. Сурков ҡапыл ағарып китте. Йөҙөн йәшереу өсөн тубән эйелеп, улән йолҡоп, ботинкаларын таҙартып булашты. И. Насыри.
3. Кешегә белдермәй йөрөү, сер итеп һаҡлау. □ Скрывать, утаивать. Йәште йәшереу. Серҙе йәшереу. ■ Талҡаҫ унан [Юлдаштан ] бөтә серҙе йәшереп, зәңгәрләнеп, ғәмһеҙ тынып тик ятты. 3. Биишева. Ҡыйыу, тура һуҙле йәш ҡатын мөхәббәтен бер кемдән йәшермәне, киреһенсә, бәхетен барыһы ла курһен, куҙҙәре ҡыҙһын тигән һымаҡ, асыҡтан-асыҡ һөйҙө, кешеләрҙән тартынманы. Б. Бикбай. • Өндәшмәу — алтын икән тип, алтын һуҙең йәшермә. Мәҡәл. Сереңде дошманыңдан йәшерәйем тиһәң, дуҫыңа ла һөйләмә. Мәҡәл. Ғәйебен йәшергән уңмаҫ. Мәҡәл. Хатаһын йәшергән ауырымай улгән. Мәҡәл.
ЙӘШЕРМӘЙЕНСӘ (Р: без утайки; И.: openly; T: gizlemeden);?.
Йәшереп тормай. □ Без утайки, ничего не скрывая. Серҙе йәшермәйенсә һөйләу.
■ Ҡолсобай ҡыҫҡаса ғына, бер ни ҙә йәшермәйенсә, һуңғы йылдарҙа уткәргән тормошон һөйләне. Я. Хамматов. Ҡыҙ, таныш машинаны кургәс, йылмайғайны ла, руль артындағы кешегә ҡарағас, аптырауын йәшермәйенсә, ҡаштарын яҙып ебәрҙе. Р. Солтангәрәев.
ЙӘШЕРМӘЛӘҮ (йәшермәлә-) (Р.: прятать; И.: hide; T.: saklamak) ҡ.
Кешенән ҡыҙғанып, күрһәтмәҫкә тырышып ҡыланыу. □ Прятать, припрятывать что от кого. Аксаны йәшермәләу. Йәшермәләп йөрөу.
ЙӘШЕРТЕН I с. диал. ҡар. йәшерен I. Йәшертен бойороҡ бирелде. ■ Зәйтунә Гирфановна ҡыҫылып ҡына һутә биргән хәбәрҙең йәшертен мәғәнәһе нығыраҡ асылғандай ине. Ә. Хәкимов.
ЙӘШЕРТЕН II р. диал. ҡар. йәшерен II.
■ һылыуым, йәшертен генә бер һирпелеп ҡарау ың ишеттермәҫ ине хатта һандуғастар һайрауын. X. Назар. Бер кем дә бер тауыш-өн сығармай, тик йәшертен генә һирәк-һаяҡ һыҡтаған, көрһөнгән тауыштар ғына ишетелә. Т. Хәйбуллин.
340