ЙӘШКӘҘӘТКЕС ГАЗ
ЙӘШЕРТЕН-БОШОРТОН р. диал. ҡар. йәшерен-бошорон. Йәшертен-бошортон тугел. Йәшертен-бошортон эшләу. ■ Кинйәгә лә, бөтә уҫал куҙҙәрҙән ҡасып, .. йәшертен-бошортон осрашып, Айым менән һөйләшеуе ецел тугел ине, әлбиттә. Ғ. Ибраһимов.
ЙӘШЕТи. диал. ҡар. йәштәш. ■ [Әхмәт-ҡирәй — Таһирға:] Әйҙә, балам, минең һиңә йәшет Дәуләткирәй тигән улым бар, шуның менән бергәләп уйнарһығыҙ. Р. Өмөтбаев.
ЙӘШ ЙОТОУ (йәш йот-) (Р.: глотать слёзы; И.: swallow one’s tears; T: gözyaşlarını yutmak) ҡ.
Илар ерҙән иламай түҙеү (ныҡ ҡайғынан). □ Глотать слёзы. В Ҡапыл Зәбиҙәнең куңе-ле йомшарып китте, килеп тығылған куҙ йәштәрен йоторға тырышып, оҙаҡ ҡына һуҙһеҙ торҙо ул. Ғ. Әмири. Кемде эҙләй һуң ел, кемде эҙләй? Ҡайһы дуҫын шулай һағынған? Сеу... Йәш йотоп: «Шаһит... Шаһит...» — тиеп, моңһоу ғына утә янымдан. Р. Назаров.
ЙӘШ ЙӘШЕРЕҮ (йәш йәшер-) (Р: скрывать возраст; И.: conceal one’s age; T: yaşını gizlemek) ҡ. этн.
Күҙ теймәһен өсөн оло йәштәгеләрҙең ысын йәшен әйтмәүе. □ Скрывать возраст (обычно скрывается пожилыми людьми, чтобы не сглазили). Ҡарттар йәш йәшерә.
ЙӘШКЕ (Р: юные; И.: early in life; T: gençlik) с. диал.
Йәш саҡтағы. □ Юные, молодые. Йошке хыялдар. Йәшке кисерештәр. Йошке мин-минлек.
ЙӘШКЕЛТ (Р: зеленоватый; И.: greenish; T: yeşilimsi) с. аҙһ. дәр. ҡар. йәшел. уменьш. степ, от йәшел.
Тонок йәшел, йәшелгә тартым, йәшел төҫ ҡатыш; йәшелһыу. □ Зеленоватый. Йәшкелт төҫ. Йәшкелт куҙ. Йәшкелт туҡыма. Йәшкелт булыу. ■ Ҡаҙ бәпкәһе төҫлө йәшкелт улар, ҡаҙ бәпкәһе кеуек наҙлылар. Р. Ғарипов. Вәзир ҡулында ҡат-ҡат бөкләнгән йәшкелт ҡағыҙ ғына тороп ҡалды. М. Кәрим. Һирәк ботаҡлы ҡарағайҙар төҙ һәм юғары кутәрелеп уҫкәндәр. Уларҙың ҡойолмай торған йәшкелт ылыҫтары ҡарағылт төҫкә
инеп, елһеҙ һауала тын һәм тәрән уйҙарға батып ултыралар. Д. Юлтый.
ЙӘШКЕЛТ-ЗӘҢГӘР (Р: сине-зелёный; И.: blue-green; T: mavi yeşil) с.
Йәшел һәм зәңгәр төҫтәре булған, йәшел һәм зәңгәр төҫтәр ҡушылған. □ Сине-зелёный. И [Валяның] буй-һыны ла заказ менән эшләнгән тиерһең, тик куҙҙәре генә йәшкелт-зәңгәр. «Ағиҙел», № 6, 2011.
ЙӘШКЕЛТЛӘНЕҮ (йәшкелтлән-) (Р: превратиться в зеленоватый цвет; И.: become greenish; T: yeşilimsi olmak) ҡ.
Йәшкелт төҫ алыу, йәшкелткә әйләнеү. □ Превратиться в зеленоватый цвет, зеленеть. ■ Бәрҙе ике сиректәй булыр. Арҡаһы йәшкелтләнеп, ҡанаттары ҡыҙарып ята. Н. Мусин.
ЙӘШКЕЛТ-ҺАРЫ (Р: зеленовато-жёлтый; И.: khaki; T: haki) с.
Йәшеле булған һары. □ Зеленовато-жёлтый; хаки. ■ Иртәләгән йәйге ҡояш Сусаҡ-тау башындағы иң бейек ҡарағайҙарҙың осон ғына йәшкелт-һары төҫкә буяған саҡта уятты мине әсәйем. Д. Шәрәфетдинов.
ЙӘШКӘ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений баш-кир-тунгаурцев.
ЙӘШКӘҘӘТЕҮ (йәшкәҙәт-) (Р: вызывать слёзы; И.: draw tears from smb; T: yaşartmak) ҡ.
1. Күҙ йәше килтереү, йәшле итеү. □ Вызывать слёзы. Ҡуҙҙе йәшкәҙәтеу. ■ Бәлйәнең әле генә көсләп йәшкәҙәткән куҙендә яман асыу сағылды, ҡыҙыл яҡҡан ирендәре турһайҙы. Н. Мусин.
2. йөкм. ҡар. йәшкәҙәү 2. понуд. от йәшкәҙәү 2. Йәшкәҙәтеп тороу. ■ Ҡөҙгө кук йөҙөн йәшкәҙәтеп һәлмәк ҡара болот ҡаплап алған, быҫҡаҡлап ямғыр яуа. Н. Иҙелбай.
ЙӘШКӘҘӘТКЕС ГАЗ (Р: слезоточивый газ; И.: tear gas; T: gözyaşartıcı gaz) и.
Кешенең күҙен әсеттереп, ваҡытлыса күреү һәләтен юғалта, әммә кешенең һаулығына етди зарар килтермәй торған газ.
341