ЙӘШКӘҘӘҮ
□ Слезоточивый газ (вызывает обильное слезотечение, тем самым временно ослепляя человека, однако не причиняет серьёзного (долговременного) ущерба здоровью). Йэш-кәҙәтҡес газ ебәреу.
ЙӘШКӘҘӘҮ (йәшкәҙә-) (Р.: слезиться; И.: water; T.: yaşarmak) ҡ.
1. Күҙ йәшенә мансылыу; йәшләнеү.
□ Слезиться, наливаться слезами. Ҡуҙ төтөнгә йәшкәҙәй. ■ Мәрусә көрһөнә, куҙе йәшкәҙәуен курһәтмәҫ өсөн, башын ситкә бора. Н. Мусин. [Амантаевтыц] уҙенец танауҙары ҡыҙарып, шешенеп бөткән, куҙҙәре йәшкәҙәп тора. Р. Солтангәрәев. Бабай йоҡонан тонған, йәшкәҙәп торған йәшкелт куҙҙәрен асты ла, уҙенец ҡайҙа, ни өсөн был хәлдә икәнлеген төшөнөп алырға теләгәндәй, тирә-яғына ҡаранды. Ғ. Дәүләтшин.
2. кусм. Ауыр ҡара болот булып, дымға тулышыу. □ Быть пасмурным, сумрачным, хмуриться. Йәшкәҙәп тороу. Көн йәшкәҙәу. Тирә-яҡты болоттар ҡаплап алды, көн йәшкәҙәп кенә тора.
3. кусм. Дымға, ямғырға насарайыу; күгәреү, тутығыу. □ Плесневеть, ржаветь. ■ Йорттарҙыц йәшкәҙәп ҡарайған ҡыйыҡтары быуланып кибә. Ф. Иҫәнғолов. Үтәнән-утәгә йәшкәҙәп бәҫәргән ҡапҡаһы, бына ауам, бына ауам тип, ел ыцғайына эс бошорғос инрәп, шығырлап ултыра. Ф. Иҫәнғолов.
ЙӘШКӘК (Р: слезящийся; И.: running; T.: sulu göz) с.
1. Гел йәшкәҙәп торған, йәше кипмәгән.
□ Слезящийся. Йәшкәк куҙ. Йәшкәк куҙле ҡыҙ.
2. кусм. Яуынлы, йонсоу. □ Ненастный, пасмурный. Йәшкәк көн. Йәшкәк көндө өйҙә генә ултырырға кәрәк. Көн йәшкәккә әйләнде.
ЙӘШКӘКЛӘНЕҮ (йәшкәклән-) ҡ. төш. ҡар. йәшкәкләү, страд, от йәшкәкләү. Куҙҙәре йәшкәкләнеп тора. Йәшкәкләнгән куҙҙәре менән ҡарап ултыра.
ЙӘШКӘКЛӘҮ (йәшкәклә-) (Р: слезиться; И.: water; T.: gözden yaşarmak) ҡ.
1. Туҡтамай йәшкәҙәү. □ Слезиться. Куҙ йәшкәкләй. Бесәйҙец куҙе йәшкәкләп тик тора.
2. кусм. Болотлап, ара-тирә ямғыр һибәләү; йонсоулау. □ Быть дождливым; моросить. Йәшкәкләп тороу. Йәшкәкләй башлау. Көн боҙолдо, йәшкәкләне.
ЙӘШКӘЛӘК (Р: пасмурный; И.: cloudy; T: bulutlu) с. диал.
Яуынлы, йонсоу. □ Пасмурный. Йәшкә-ләк төн. Бөгөн көн йәшкәләк. Йәшкәләк көндө бесән сабыу.
ЙӘШ ҠАР (Р: свежий снег; И.: fresh snow; T: taze kar) ҡ.
Яңы яуған ҡар. □ Свежий снег, пороша. ■ Әйтерһец, бөтә ғаләм йәш ҡар бөртөктәре менән бергә өйөрөлөп, иҙрәп йоҡлай. «Йәшлек», 12 апрель 2008. Карацғы төштө, йәш ҡарға өҫ-баш һыуланды. Й. Солтанов. һуңғы япраҡ һыйғыр һабағынан өҙөлөп төштө йәш ҡар өҫтөнә. Р. Ғарипов.
ЙӘШЛЕ (Р: заплаканный; И.: tear-stained; T: gözyaşı ile ıslanmış) с.
Күҙ йәшкә тулышҡан, йәшләнгән. □ Заплаканный; слезящийся, в слезах, со слезами. Йәшле куҙ. ■ Уныц [Исабәктец] йәшле куҙҙәренә ҡарағас, куҙҙәремдән мөлдөрәп йәштәрем тәгәрәне. М. Кәрим. Ғумер гөлөнә яҙғы ямғыр тугел, ҡырау булып төшә йәшле куҙ. Ғ. Сәләм. Ята ине кәҫәрнә, ҡыҙыу йоҡлап ҡыҙҙарҙай, куҙе йәшле, асыҡлығы тац һарыһы яҙҙарҙай. М. Өмөтбаев. • Иренмәгәндец ирене ашлы, иркәнец куҙе йәшле. Мәҡәл.
ЙӘШЛЕК I (йәшлеге) (Р: молодость; И.: youth; T: gençlik) и.
1. Үҫмер саҡтан алып үҫеп еткәнгә, бәлиғ булғанға тиклемге саҡ; йәш саҡ; киреһе — ҡартлыҡ. □ Молодость, юность. / Молодой, юный. Йәшлек дәрте. Йәшлек йылдары. Йәшлек утте. Йәшлектец ҡәҙерен белеу. ■ Минец йәшлек тә ялтыраған йәшен кеуек кенә булып ҡалды. Ғ. Хәйри. Йәшлек — шат ғумер шишмәһе, һиҙмәнем килгәнецде, тик беләм бөтә йөрәктән өҙөлөп һөйгәнемде. М. Харис. Алтын төҫлө һары аяҙ тацда йәшлегемдән ҡайттым ҡунаҡтан, быға шаһит куптән йырға ингән яҡут йондоҙ, ғорур куранттар. Ғ. Рамазанов. • Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта. Мәҡәл. Йәшлегендә иренгән ҡартлығында эшләр. Мәҡәл. Йәшлегецде йәшәй бел. Мәҡәл.
342