Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 344


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘШНИКЛЕ
Б. Дим. Улар [йәнлектәр] йәшел төҫтәге махсус йәшниктәргә һалынды. Н. Ғәйетбаев. Янғын-фәлән сыға ҡалғанда, һүндерергә тип йәшник менән ҡом, биҙрә, балта, лом ҡуйғандар. Ш. Янбаев.
2. Өҫтәл, шкаф кеүек нәмәнең тартып сығармалы эске ҡумтаһы; тартма. □ Выдвижной ящик, полка. Яҙыу-Һыҙыу әйбер-ҙәрен өҫтәл йәшнигендә һаҡланым.
3. инф. Электрон хаттарҙы ебәреү һәм алыу мөмкинлеген биргән яйланма. □ Ящик. Электрон йәшник. Электрон йәшниккә яҙыу. Яндекста йәшник асыу.
ЙӘШНИКЛЕ (Р.: в ящиках; И.: in boxes; T.: kutulu) с.
1. Йәшниктәге, йәшниккә һалынған.
□ Ящиковый, в ящиках. Йәшникле балыҡ. Йәшникле алма. ■ [Ҡотлозаман:] Ҡайҙа кисә ҡабул ҡылынған йәшел йәшникле компот? Й. Солтанов.
2. Йәшниктәр тейәгән, махсус йәшник ултыртҡан. □ С ящиками, гружёный ящиками. Йәшникле арба. И Унан [ҡапҡанан] вагонға оҡшаш дәу йәшникле машина куренде. Ә. Хәкимов.
ЙӘШНИКЛӘП (Р.: ящиками; И.: by boxes; T.: kutulu)/?.
Йәшниктәр менән, йәшниктәргә һалып.
□ Ящиками. ■ [Хаммат:] Йәшникләп, йөкләп йыйылған халыҡ байлығы кооперацияға оялаған кулактар ҡулына һецеп торған.
3. Биишева. Бер яҡтан — Вафил, икенсе яҡтан ҡатыны ташый. Аҙыҡтың иң һәйбәте өйгә тоҡлап та йәшникләп ҡайта. Н. Мусин.
ЙӘШНИКҺЕҘ (Р: без ящиков; И.: without boxes; T.: kutusuz)/?.
Йәшниккә һалынмаған. □ Без ящиков. Йәшникһеҙ йөрөтөу. Йәшникһеҙ тотоу. Йәшникһеҙ ҡалдырыу.
ЙӘШНӘТЕҮ (йәшнәт-) (Р: вызывать раскаты грома; И.: produce peals of thunder; T.: gök gürültüsü oluşturmak) ҡ.
1. Сатҡылы итеү, сатҡыландырыу (йәшенде). □ Вызывать раскаты грома, молнии. ■ Кулдә һыуҙар ҡайнаны, иретеп таш-ҡаяны; ерҙә баштар тәгәрәп, йәшен йәшнәтә ғәжәп! Эпостан. Бына бер ваҡыт ел-дауыл
ҡуптарып, йәшендәр йәшнәтеп дейеу ҡайтып килә, ти. Әкиәттән.
2. кусм. Дер һелкетеү, ҡеүәт сәсеү. □ Сотрясать. И Йәшнәтеп булат ҡылысты, айҡаныҡ дошман яуын, йәшәһен, дуҫтар, тыныслыҡ, ҡупмаһын яңы дауыл! Ғ. Әмири. Салауат йәшәй беҙҙең йөрәктәрҙә рухи көсөбөҙҙө йәшнәтеп. Т. Ҡарамышева.
ЙӘШНӘҮ (йәшнә-) (Р: сверкать; И.: flash; T.: şimşek çakması) ҡ.
1. Сатҡы уйнатыу (йәшенгә ҡарата). □ Сверкать, блистать (о молнии). И Ҡара ғына урман, ҡараңғы тон, йәшен генә йәшнәй ялтырап. Салауат та батыр йыр йырлаһа, дошмандары тора ҡалтырап. Халыҡ йырынан. Ирәндек тауы аша башланып ҡайнап-ҡайнап сыҡҡан ҡара болоттарҙың да кускәне куҙгә салына. Һирәк-Һаяҡ йәшен йәшнәп, кук кукрәп китә. Т. Хәйбуллин. • Йәшен йәшнәмәй — кук кукрәмәй. Мәҡәл.
2. кусм. Дәрт, ҡеүәт сәсеү. □ Сверкать, блистать, испытывать сильное чувство, потрясение. И Елдәй еңел йәшәуҙән, тик табында йәшнәуҙән .. ҡурсып ҡалһа намыҫың, яҡты һинең яҙмышың. «Ағиҙел», № 6, 2011. Үтте йәшлек, утһен әйҙә, — кем һуң һәр саҡ йәш йөрөр? Әйҙә утһен, укенмәйем, — кук кукрәтеп, ер тетрәтеп, йәшнәп утте йәш ғумер. Ҡ. Даян. Йәшлегемде уйлап рухланам, гел ул юлдаш булыр юлымда; йәшлек йәшнәуе йәшнәп торор ижад иткән һәр бер йырымда. А. Игебаев.
ЙӘШ САҠ (йәш сағы) и. ҡар. йәшлек I. ■ Йәш саҡтағы хаталары өсөн терһәген тешләрҙәй була Ғилман, ләкин һуң. Д. Бүләков. Йәш саҡта кеше бәхәсләшеусән була. Ф. Әсәнов. Ҡасан ғына яныр яҡты булып йәш саҡта һунгән сыраҡ шәме. М. Өмөтбаев. • Йәш сағыңда уйна ла көл. Мәҡәл. Йәш сағыңдың ҡәҙерен бел. Мәҡәл.
ЙӘШ ТУЙЛАУ (йәш туйла-) и.
1. диал. ҡар. исем туйы. Баланың йәшен туйлау. Йәш туйларға саҡырыу. Йәш туйларға килеу.
2. Нисәлер йәш тулыуға арнап үткәрелгән мәжлес. □ Праздник в честь дня рождения. Әсәйемдең илле йәшен туйларға йыйылдыҡ.
344