Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 345


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘШҮР
ЙӘШТӘГЕ (Р.: -летний; И.: ...age old; T.: yaşlık) с.
Күпмелер йәштә булған; йәшлек. □ -летний. / Лет (о возрасте). Урта йәштәге. Оло йәштәге. ■ Кинйә яуап биреп өлгөрмәне, өлкән генә йәштәге ир кеше уныц ҡаршыһына сыҡты. Ғ. Ибраһимов. Шунан һуц майҙанға урта йәштәге көрәшсе, баҙыҡ кәуҙәле Көс-лөбай батыр сыға, аяҡтарын кирә баҫып, бәһлеуәндәрҙе уҙе менән көрәшкә саҡыра. «Ҡуҙыйкүрпәс». Ун алты йәштәге Сибәрҙе уҙҙәренең ауылына кейәугә бирҙеләр, һ. Дәүләтшина. • һигеҙ йәштәге холоҡ һикһән йәшкә ҡәҙәр. Мәҡәл.
ЙӘШТӘК (йәштәге) и. диал. ҡар. йәштәш 1. Улымдың йәштәге. Йәштәк дуҫым. Минец йәштәгем.
ЙӘШТӘН (Р.: смолоду; И.: from one’s youth; T.: gençliğinden beri)/?.
Йәш саҡтан, йәш ваҡыттан. □ Смолоду; с малолетства. Я Йәштән ук ирҙәр эшенә егелгән, аслыҡты, һыуыҡты уткәргән .. Рәсәй һалдаттарының береһенең улеме ине был. Т. Ғиниәтуллин. Атаҡайым миңә ат бирҙе маңлайҙары ҡашҡа булһын тип, атаҡайым мине йәштән бирҙе, куцелдәре башҡа булһын тип. Халыҡ йырынан. Тимер, йәштән ситтә куп йөрөгәнлектән һәм байтаҡ ҡына ауырлыҡтар кисергәнлектән, ҡыпсаҡтарға хас куңелсәклелектән мәхрум ине. Б. Бикбай. • Аҡыл йәштән сыға, аҫыл нәмә таштан сыға. Әйтем. Баланы йәштән тый, ҡатынды баштан тый. Әйтем.
ЙӘШТӘР (Р: молодёжь; И.: youth; Т.: gençler) и. йыйн.
Йәш кешеләр. □ Молодёжь. / Молодёжный. Ҡала йәштәре. Башҡорт йәштәре. Йәштәр кисәһе. Йәштәр театры. И Һабрау көн буйы ҡурай тартып, думбыра сиртеп, йәштәрҙең куңелен асты, уҙе лә уларға ҡушылып бейене, отоп алған ҡобайырҙарын әйтте. Ә. Хәкимов. Был йырҙарҙы кукрәп уҫкән йәштәр өсөн яҙамын. Ғ. Сәләм. Йәштәр, аттарҙы һыуытып алып килер өсөн, саналарға тейәлеп, урам буйына ат йөрөтөргә киттеләр. Ғ. Дәүләтшин. ® Йәштәр ғумер көтә, ҡарттар улем көтә. Мәҡәл. Йәштәр килһә, эш башлай, ҡарттар килһә, һуҙ баш
лай. Мәҡәл. Ҡартайғаныңды йәштәргә ҡарап бел. Мәҡәл. Ҡарттар һуҙен тоҡҡа һал, йәштәр һуҙен янсыҡҡа һал. Мәҡәл. Ҡарттар элек тыуған, йәштәр белеп тыуған. Мәҡәл.
ЙӘШТӘРСӘ (Р: по-молодёжному; И.: like the youth; T.: gençler gibi) p.
Йәштәр кеүек. □ По-молодёжному, по-молодецки. Йәштәрсә бейеу. Йәштәрсә ҡыланыу. ■ Еңел кәуҙәһенә, йәштәрсә баҙыҡ, тигеҙ тештәренә ҡараһаң, уға [Хасбулат олатайға] хатта алты тиҫтәне биреуе лә ҡыйын. 3. Биишева. • Ҡарт янында ҡарттарса, йәш янында йәштәрсә. Мәҡәл.
ЙӘШТӘҮЕК (йәштәүеге) и. диал. ҡар. йәшеллек. Урмандарҙың йәштәуеге. Йәш-тәуеккә кумелгән урам. Баҡса йәштәуеккә кумелгән.
ЙӘШТӘШ (Р: сверстник; И.: peer; Т.: yaşıt) и.
1. Кем менән дә булһа бер йәштәге, бер йылғы кеше. □ Сверстник, ровесник; одногодок. Йәштәш балалар. Минең йәштәшем. Йәштәштәр осрашыуы. ■ [Сәхипьямал апайҙарҙың] иң оло улдары, Миңнулла исемлеһе, минең менән йәштәш ине. К. Мәргән. Ул [Кинйә] минең менән йәштәш, буйы-һыны килешле, уҙе бик таҫыллы булһа ла, көс яғынан миңә тиңләшерлек тугел ине. «Алдар менән Зөһрә».
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, яҙмыштары бәйле кешеләр. Ғәҙәттә, береһенең үлеүе ихтимал. □ Одногодки, чьи судьбы взаимосвязаны. ■ Йәштәшеңә тормошҡа сыҡма. Берең ҡыҫҡа ғумерле була. Экспедиция материалдарынан.
ЙӘШУЛАН (Р: новорождённый; И.: newborn; T.: yeni doğan bebek) и. диал.
Яңы тыуған бала. □ Новорождённый. Йәшуланды ҡарау. Йәшулан йыш илай. Бер айға тиклем баланы йәшулан тиҙәр.
ЙӘШҮҢӘС и. анат. диал. ҡар. йәшел-үңәс. Йәшуңәс төҙөлөшө. Йәшуцәс шешеуе. Йәшуңәс — аш һеңдереу системаһының бер өлөшө.
ЙӘШҮР [рус.] (Р: ящур; И.: murrain; T.: aft humması) и. диал.
345