Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 346


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘШ-ҮҪТЕРМӘ
Бешмә, иҙелмә. □ Ящур. Йәшур ауырыуы. Йәшурҙән дауалау. Йәшур менән ауырыған мал.
ЙӘШ-ҮҪТЕРМӘ и. диал. ҡар. йәш-елкенсәк. Йәш-уҫтермәне йыйыу. Ауылдың йәш-уҫтермәһе йыйылып, концерт ҡуйҙы. Йәш-уҫтермә менән бергә.
ЙӘШӘГӘН (Р.: старый; И.: old; T.: ihtiyar) с.
Оло йәштәге; ҡарт. □ Старый, пожилой. Йәшәгән кеше. Йәшәгән ҡарт. ■ Кусәк бейгә кулдәк-ыштанды йәшәгән угеҙ тиреһенән тегеп биргәндәр. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ЙӘШӘЙЕШ (Р.: бытие; И.: being; Т.: varlık) и. фәлс.
Йәшәү, тормош шарты. □ Бытие. Ижтимағи йәшәйеш. ■ Хан исеме алыу.. дәрт бирә ине уға [Шаҡманға], йәшәйешен ниндәйҙер йөкмәткеле, маҡсатлы яһай ине. К. Мәргән. «Ғумер бер бирелгән, һәр яҡты көндөң файҙаһын курергә» тигән төшөнсә — минең өсөн яңғырауыҡлы буш һуҙ тугел, ә йәшәйеш һәм тормош ҡағиҙәһе. Н. Мусин. Йота барам донъя әрнеуҙәрен, йәшәйештең әсе һыуыҡтарын. М. Ғәли.
ЙӘШӘЛЕҮ (йәшәл-) к.
1. төш. ҡар. йәшәү 1—3. страд, от йәшәү 1—3. ■ Әллә йәшәлмәгән көндәребеҙ куҙ алдыңдан һинең уҙамы? Әллә тәуге малайыбыҙ беҙҙең кескәй ҡулын һиңә һуҙамы? Р. Ғарипов. Йәшәлгән һәр көн, яуланған һәр еңеу менән ысынбарлыҡты тәрәнерәк ацлай барып, кеше рухын юғары кутәрә алырлыҡ шағир булырға әҙерләнә ине ул [Сергей]. И. Абдуллин. Ер йөҙөндә һәр кешенең тормошо уҙенсә ҡорола. Берәуҙәр Хоҙай тарафынан бирелгән ғумерҙең ҡәҙерен белеп кенә йәшәһә, икенселәр йәшәлгән көн хаҡында әллә ни уйланмай ҙа кеуек. «Урал», 8 ноябрь 2010.
2. эйһ. ф. ҡар. йәшәү 1—3. ■ Маҡсаттарым, ахры, мираж булған, бушҡа ғына, охры, йәшәлгән. Иртәгәне ҡыуып еталманым, һәм ҡотолоу булмаҫ әжәлдән. Р. Йәнбәк. Элек бында [ултырыштарҙа] куберәк тышҡы куренештәрҙе тамаша ҡылып йөрөлһә, был юлы куберәк эске кисерештәр, тынғыһыҙ уйҙар менән йәшәлде. Р. Бикбаев.
ЙӘШӘМЕШ I (Р: долго живший, много видавший; И.: experienced; wise; T.: görmüş geçirmiş) c.
1. Күп йәшәп, күпте белгән. □ Долго живший, много видавший; мудрый. Йәшәмеш бабайҙар. Һәр бер ауылда йәшәмеш ҡарттар бар.
2. Күп йәшәгән кешеләй күпте белеүсән. □ Опытный; чрезмерно рассудительный. Йәшәмеш уҡыусы. Йәшәмеш кеше. Йәшәмеш булыу.
3. Күп йыллыҡ. □ Многолетний. И [Кусер:] Кедр сәтләуеге ағасы. Йәшәмеш ағас икән был. Т. Ғарипова.
ЙӘШӘМЕШ II (Р: карлик; И.: dwarf; T.: cüce) и. миф.
Иргәйел (табын ырыуы вәкилдәре ыша-ныуы буйынса, был ҡурҡыныс йәндәр йәшерен белемдәргә эйә булып, бала алмаштырыу, һыйырҙарҙың һөтөн бөтөрөу кеуек зыян килтерәләр). □ Карлик, мифологизированное лицо (по представлениям башкир-табынцев, опасное существо, колдун, который, владея тайными знаниями, вредит человеку: подменивает ребёнка, отнимает молоко у коров).
ЙӘШӘН (Р: зелёный луг; И.: green meadow; T.: yeşil çayır) и.
Йәшел үләнле ер. □ Зеленый луг. Йәшәндә йөрөу. ■ Иртәнсәкәй тороп ҡолон ҡыуҙым һаҡмар ғына буйы йәшәнгә. Халыҡ йырынан.
ЙӘШӘНГЕҘӘҮ (йәшәнгеҙә-) ҡ. диал. ҡар. йәшкәҙәү 1. Куҙҙәре йәшәнгеҙәп тора. Йәшәнгеҙәгән куҙҙәре менән мөлдөрәп ҡарай.
ЙӘШӘНКӘ и. диал. ҡар. терһәк 2. Сана йәшәнкәһе. Санаға йәшәнкә ҡуйыу. Йәшәнкә эшләу.
ЙӘШӘНЛЕК (йәшәнлеге) и. ҡар. йәшән.
ЙӘШӘРЕҮ I (йәшәр-) (Р: зеленеть; И.: turn green; T.: yeşermek) ҡ.
1. Йәшелгә әйләнеү; йәшелләнеү. □ Зеленеть, зеленеться. ■ Тау битләуендә улән йәшәреугә Калкандың һыуы йылынып та өлгөрә. М. Кәрим. Донъялар йәшәреп килә; ләкин, көн болотло булғанлыҡтан, яҙғы матурлыҡ әллә ни куҙгә ташланмай. Н. Му
346