ЙӘШӘТЕҮ
син. Үләндәр йәшәргән, йәмләнгән, ужымдар ҡояшҡа урелгән, баҡсала сәкәләр куренгән! Р. Назаров.
2. Йәшел булыу. □ Зеленеться; быть зелёным. И Куперепкәй ятҡан кук арҡала йәшәрепкәй уҫкән кәрешкә. Халыҡ йырынан. Ишеккәйем асып мин ҡараһам, йәшәрепкәй ята арышы, һағыныпҡай мин килгәндә, кемдәр сығыр икән ҡар(ы)шы? Халыҡ йырынан. Йәшәреп бойҙай ҡырҙары елгә елпенә; башта уйҙар... уйҙар... уйҙар!, уйҙар елкенә. М. Кәрим.
ЙӘШӘРЕҮ II (йәшәр-) (Р: молодеть; И.: become younger; T.: gençlenmek) ҡ.
Йәш (1,1) булыу йәшкә әйләнеү. □ Молодеть. Йәшәреп китеу. Яңынан йәшәреу. ■ Ишмырҙа бөгөн алмаштырып ҡуйған шикелле ине: ихлас һөйләшә, көлә, еңел баҫып атлап йөрөй, хатта йәшәреп киткән кеуек. Н. Мусин. Был көндәрҙә ул [Таиба әбей] тотош яҡтырып, йәшәреп киткәндәй булды.
3. Биишева. Мин йәшәрәм йәшен йәшнәгәндә, кук кукрәй минец кукрәктә. Биттәремә ямғыр һыҙырғанда, мин шатлыҡтан шашам бигерәк тә. Р. Ғарипов.
ЙӘШӘРЕҮ III (йәшәр-) ҡ. диал. ҡар. йәшләнеү. Куҙҙәр һыуыҡҡа йәшәрә. Куҙҙәре йәшәреп бөткән. Баланыц куҙҙәре йәшәрергә генә тора.
ЙӘШӘРЕҮ IV (йәшәр-) (Р: быть пасмурным; И.: be cloudy; T: bulutlanmak) ҡ. диал.
Йонсоу булыу (көнгә ҡарата). □ Быть пасмурным. Йәшәрә башлау. Йәшәреп китеу. Көн йәшәрә, кискә яуыр.
ЙӘШӘРЕШЕҮ (йәшәреш-) ҡ. урт. ҡар. йәшәреү I. взаимн. от йәшәреү I. Йәшәрешеп сығыу. Кайындар йәшәрешеп ултыра. Ямғырҙан һуц парктағы ағастар йәшәрешеп ҡалды.
ЙӘШӘРТЕҮ I (йәшәрт-) (Р: освежать; И.: refresh; T.: yeşertmek) ҡ.
Йәшелгә әйләндереү, йәшел итеү. □ Освежать, покрасить или дать обрести зелёный цвет. Ямғыр уләндәрҙе йәшәртте. ■ [Ямғыр] ҡыҙыулыҡтан, яңғыҙ ысыҡһыҙлыҡтан ләпһерәйгән ағас, уләндәрҙе йәшәртте,
саңдарын йыуҙы. А. Таһиров. • Ямғыр ер йәшәртә, яҡшылыҡ ир йәшәртә. Әйтем.
ЙӘШӘРТЕҮ II (йәшәрт-) (Р: омолаживать; И.: rejuvenate; T: gençleştirmek) ҡ.
Йәш (I, 1) итеү, йәшкә әйләндереү. □ Омолаживать, молодить. Йәшәртеп ебәреу. Йәшәртеу ысулы. ■ Таҡыр итеп ҡырынған йөҙө, танау аҫтында бармаҡ бите тиклем генә ҡалдырылған ҡара мыйығы уны [Шакирҙы] йәшәртеп курһәтә. А. Таһиров. Иркем булғас, тарихтарҙы мецәр йылға йәшәрттем мин. Хыялымда кешеләрҙе киләсәктә йәшәттем мин. М. Кәрим. • Яҡшылыҡ ирҙе йәшәртә. Әйтем. Йәш ҡыҙ алыу йәшәртә. Мәҡәл. Яҡшы ҡатын йәшәртер, яман ҡатын ҡартайтыр. Мәҡәл.
ЙӘШӘРТЕҮСЕ (Р: омолаживающий; И.: rejuvenating; T: gençleştirici) с.
Йәшкә әйләндерә торған. □ Омолаживающий. ■ Был эсемлек [йәшел сәй] организмды йәшәртеусе сара булараҡ та билдәле. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010. Кем булырға хыял итәһецдер, мәктәбеңде бөткәс, белмәйем. Кешеләрҙең ғумерен йәшәртеусе доктор булыуыңды теләйем. Р. Ғарипов. Дауалау курстарын, йәшәртеусе сараларҙы ла ай уҫкәндә утергә кәрәк. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
ЙӘШӘТЕҮ (йәшәт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. йәшәү, понуд. от йәшәү. ■ Баш өҫтөндә әле тубәң дә юҡ. Тик ас куҙҙәр һиңә ҡарайҙар... Шул саҡ хыялландың кешелекте йәшәтергә мәрмәр һарайҙа. М. Кәрим. Тәйепйән менән Хәлимәгә никах уҡытып, ҡуша йәшәтә лә башлайҙар. Ғ. Хисамов.
2. Үлтермәй, тереклек иттереү. □ Дать возможность жить. Имен йәшәтеу. И Өмөт кенә йәшәтә был һоро шинелле йөндәрҙе. М. Хужин. Бәндәне өмөт йәшәтә, тип уҙен сыҙамлы булырға, туғарылып төшмәҫкә өндәне Сәйф. Ә. Хәкимов. ® Әҙәмде өмөт йәшәтә, ғәм ҡаҡшата. Мәҡәл.
3. Тыныс йәшәргә ирек биреү. □ Дать возможность спокойно жить, оставить в покое. Тыныс йәшәтмәҫ ул беҙҙе. И Хан булып алғас, Хөсәйен халыҡҡа ирек биреп, рәхәт йәшәтә башлаған, ти. Әкиәттән. Төймәләй
347