ЙӘШӘҮ
ҙә минең башымды йәшәтмәҫ булдың, атаҡайым. Сеңләүҙән.
ЙӘШӘҮ (йәшә-) [боронғо төрки йаша-} (Р.: жить; И.: live; T.: yaşamak) ҡ.
1. Тереклек итеү, тереклек һаҡлау. □ Жить, проживать, обитать, существовать. // Жизнь, житьё, обитание, существование. Оҙаҡ йәшәу. И Борон-борон заманда булған, ти, бер бабай менән бер әбей. Оҙаҡ йәшәгәндәр, ти, улар, көнкурештәре лә хәлле генә булған, ти. Әкиәттән. Әмер алып илаһи бер көстән, ғәййәр был кус шундай елкенде, ул геуләне, осто, һөжум итте, беҙ йәшәгән заман шикелле. М. Ғәли.
2. Ғүмер үткәреү, ғүмер һөрөү. □ Жить, проживать, существовать. // Жизнь, житьё, существование. Ҡалала йәшәу. Айырым йәшәу. ■ Урманда шурәле йәшәй, бәләкәй һәм йәшел төҫтәге утә лә шаян урман рухы. Ш. Хажиәхмәтов. Борон-борон заманда, илдә батшалар хөкөм һөргән ваҡытта, бер ауылда Йәләл исемле бер ҡарт бабай йәшәгән. Әкиәттән. Ҡуптән, куптән булған ваҡиға был. Ул саҡта әле беҙҙең ата-бабалар кусмә тормошта йәшәгән. 3. Биишева.
3. Донъя көтөү, көн итеү. □ Жить, поживать. Ярлы йәшәу. Бай йәшәу. Яңыса йәшәу. ■ Бер нисә ғаилә Сейәлек, Туғай ауылдарына нигеҙ һалып, яңы урында хәллерәк йәшәргә дәртләнгәйне. М. Хужин. Мең михнәттәр менән йәшәгәнсе, яуҙа улеу артыҡ дан менән. Халыҡ йырынан. Аҙым һайын ғәйебең асылыуҙы көтөп, ҡурҡып йәшәгәнсе, арығансы эшләп, барыһын онотоп, тыныс йоҡлауыңа нимә етә ул. Б. Бикбай.
4. кусм. Онотолмай тороу, онотолмау, һаҡланыу. □ Жить; храниться. ■ Ҡайҙа ғына булһаҡ та, беҙ юғалтмайыҡ дуҫлыҡ йәшә-уен! Р. Ғарипов. Уны [Сергейҙы] тәрән таң тынлығы сорнау менән, аҡрынлап уның ут-кән көндәренә йән керә, куңелендә йәшәгән тойғолар иҫкәрмәҫтән уяна башланы. И. Абдуллин.
5. Сифат ҡылымдың -р формаһында һан менән бергә килеп, йәште белдерә. □ В форме деепричастия на -р вместе с числительными означает возраст. Йөҙйәшәр ҡарт.
♦ Ашын ашаған, йәшен йәшәгән оҙон ғүмер юлы үткән кешегә әйтелә. □ Он прожил свой век. ■ Нимә әйтерен Сания ла, хәтерен ҡалдырған бутәндәр ҙә белә алманы. Ошо серен ул [ҡарт] ашын ашап, йәшен йәшәп бөткәс, уҙе менән әхирәткә алып китте. М. Кәрим. Йәшә! маҡтағанда, һоҡланып ҡотлағанда әйтелә. □ Живи! ■ [Юлия:]Бик дөрөҫ аңлайһың, Ишбулды, бик дөрөҫ эшләйһең. Йәшә, туғанҡайым! һ. Дәүләтшина. Йәшәй ҙә китә берәү бер нәмәгә ҡыуанып, маһайып китер булғанда әйтелә. □ Зазнаваться. ■ Ҡомартҡыларын һанларҙай кеше килһә, йәшәй ҙә китә ул Хасбулат апам.
3. Биишева. Йәшәһен! данлау, ҡотлау һүҙҙәрендә, лозунгыларҙа әйтелә. □ Да здравствует! ■ Башҡортостан йәшәһен, сөн-бөлөстан йәшәһен! Шунда тыуып, шунда уҫкән арыҫландар йәшәһен! Ш. Бабич. Күп (йәки йөҙ) йәшә! берәүҙе ныҡ маҡтағанда, ҡотлағанда әйтелә. □ Долгих лет жизни.
■ Бөтәһе лә [тыңлаусылар] баш ҡағыу менән сәсәндең мәрәкә һуҙҙәрен хуплайҙар һәм .. бер тауыштан: «һай, ирҙең аҫылы! Йөҙ йәшә!» — тип ҡысҡырып ебәрәләр. Эпостан. Тиң йәшәгеҙ өйләнешкән кешеләргә теләк итеп әйтелә. □ Живите в согласии.
■ [Гөлйөҙөм инәй:] Бик ҙурланығыҙ, Райхан ҡыҙым, Шакир улым... Гумерле булығыҙ, бәхетле, тиң йәшәгеҙ... Р. Солтангәрәев.
ЙӘШӘҮСЕ I (Р: житель; И.: inhabitant; T.: sakin) и.
Ҡайҙалыр йәшәгән, торған кеше. □ Житель, обитатель. Ҡалала йәшәуселәр. Көнсығышта йәшәусе. ■ Башҡорт Бөркөтө ауылында йәшәуселәр ҙә, был тирәләге бу-тән ауылдағылар кеуек, һуғып елгәрелгән, киптерелгән игенде йөҙ саҡрым йыраҡлыҡтағы элеваторға ташый. Ғ. Хисамов. Донъяла ғәмһеҙ йәшәгән, «яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде» тип, кәмһетеуҙәргә, кешеләге тапалыуҙарға риза булып йәшәуселәр аҙ тугел. А. Карнай. Тәуҙә ул [Әпҡадир мулла] малын илдең өлөшһөҙөрәк яғында йәшәуселәр менән бер көтөуҙә йөрөттө. К. Мәргән.
ЙӘШӘҮСЕ II (Р: живущий; И.: living; T.: yaşayan) с.
348