КАБАЛАЛЫ
Ҡайҙалыр йәшәгән, торған. □ Живущий, проживающий, обитающий. Ауылда йәшәу -се ҡыҙ. ■ [Кейеҙбай — хеҙмәтсегә:] Бына ошо алты ылауҙың береһен уҙеңә ал, береһен минең фәлән ауылда йәшәусе атайыма илтеп бир, ҡалған дуртеһендәге байлыҡты юл буйына, осраған берәугә өләшеп бар. Әкиәттән. Ялмауыҙ нисек булһа ла Алтындуға батырҙы бында килтертеп, уның арҡылы уҙенә Ҡаф тауы артында йәшәусе дейеу ҡыҙын алдыртмаҡсы була икән. Әкиәттән.
ЙӘШӘҮСӘН (Р.: живучий; И.: viable; T.: uzun ömürlü) с.
Йәшәүгә һәләтле, бирешмәй торған; ғүмерле. □ Живучий, жизнеспособный. Йә-шәусән булыу. Йәшәусән организм. ■ [Ғимай:] Йыландың өҙгөләнгән киҫәктәре лә йәшәусән була, тиҙәр. И. Насыри. Талпандар булған ерҙә йөрөгәндә иң яҡшыһы — бер нисә сәғәт һайын тәнде тикшереп тороу. Әгәр талпан тапһағыҙ, уны утҡа яғырға кәрәк. Талпандар шул тиклем йәшәусән, уларҙы хатта иҙеп тә ултереп булмай. «Йәшлек», 15 май 2008.
ЙӘШӘҮСӘНЛЕК (йәшәүсәнлеге) (Р: живучесть; И.: vitality; T.: hayatiyet) и.
Йәшәүгә һәләтлек. □ Живучесть, жизнеспособность. ■ Ғөмумән, ҡатын-ҡыҙ ижады йәшәусәнлеге менән айырылып тора. Н. Бикбулатов. Ырым-юрауҙарҙың халыҡ хәте
рендә беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килеуе боронғо ышаныуҙарҙың йәшәусәнлеге хаҡында һөйләй. С. Галин.
ЙӘЬЖҮЖ [ғәр. и. ҡар. мәжүси. И [Морат мулла — Ҡараһаҡалға:] Ислам динен йәйергә, куктән төшөр Ғайсаның юлын асып бирергә, йәъжуждәрен ҡылырға, өлөшөнә булырға, Ҡөрьән менән йөрөргә ебәрелгән илсе һин. Эпостан.
ЙӘЬЖҮЖ ВӘ МӘЬЖҮЖ [ғәр. J
и. иҫк. кит. ҡар. йәьжүж-мәьжүж.
ЙӘЬЖҮЖЛЕК (йәьжүжлеге) и. ҡар. мәжүсилек. И Сирмештәр, арҙар ҙа бик асыулы. Уларҙың йәьжужлектәренә лә көн юҡ. Ғ. Ибраһимов.
ЙӘЬЖҮЖ-МӘЬЖҮЖ [ғәр.
(Р: Гог и Магог; И.: Gog and Magog; T.: Yecüc ve Mecüc) и. дини. иҫк. кит.
Ерҙе ябып, донъяны ҡырып килгән бик яман, ҡырағай ике халыҡ. □ Гог и Магог. ■ [Өсөнсө аҡһаҡал:] Ҡөткәнебеҙ килде.Донъя бөтә, йәъжуж-мәьжуж айҙы кимерә. М. Кәрим. [Бибисара абыстай:] Ҡоҙағый, шуны әйтәм әле, ахырзаман еткәс, ҡиәмәт ҡупҡас, ергә йәьжуж-мәьжуждәр сығыр, ти. 3. Биишева. Бигерәк тә халыҡты .. Баҡырғаниҙың «Ахыр заман китабы» ҡыҙыҡһындырҙы... Дәжжәл, Мәһди, Йәьжуж-Мәьжуж, Исрафил, Ғазраил һымаҡ мифик образдарҙы куптәр ысын тип ҡабул итте. Л. Якшыбаева.
К [кэ] (Р: четырнадцатая буква башкирского алфавита; И.: the fourteenth letter of the Bashkir ABC; T.: Başkurt alfabesinin on dördüncü harfi)
Башҡорт алфавитының ун дүртенсе хәрефе, шартлаулы, урта тел тартынҡы [к] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — К, бәләкәй — к формаһында яҙыла. Нумерацияла ҡулланыла. □ Название четырнадцатой буквы башкирского алфавита.
КАБАЛА [рус.] (Р: кабала; И.: bondage; T.: esirlik) и.
1. Ҡоллоҡ, бойондороҡ. □ Кабала. И Һуғыш ваҡытындағы договорҙарҙың бөтәһе лә
кабалаға бәйләнгән була. Д. Юлтый. Ғариф — куп ер биләусе ауыл кулагы, империалистик һуғыш башланғас, ул ярлы крәҫтиәндәрҙең ерен юҡ хаҡҡа уҙенең ҡулына төшөрөп, уҙҙәрен кабалаға батыра. Ғ. Хәйри.
2. тар. Рәсәйҙә XIV—XVI быуаттарҙа булған шәхси ҡоллоҡ формаһы. □ Кабала, рабство. / Кабальный.
3. кусм. Ирек-ихтыярҙан мәхрүм, кемдеңдер ҡул аҫтында булыу хәле. □ Кабала, полная зависимость от кого -л. / Кабальный. Ҡабалаға эләгеу. Кабалала булыу.
КАБАЛАЛЫ (Р: кабальный; И.: serving to enslave; T.: esir edici) c.
349