КАБАРДА
Кабалаға нигеҙләнгән, кабалаға бәйле.
□ Кабальный. Кабалалы шарттар. Кабалалы килешеу. Кабалалы тормош.
КАБАРДА (Р.: кабардинец; И.: kabarda; T.: Kabardalı) и. этн.
Кабарда-Балҡар Республикаһының төп халҡы һәм шул халыҡтың бер кешеһе (ибе-рий-кавказ телдәренең береһендә һөйләшә).
□ Кабардинец. / Кабардинский. Кабарда теле. Кабарда халҡы йолаһы. Кабарда ҡыҙы. Кабарда бейеуе. Кабарда ауылы.
КАБАРЕ [рус. < фр. cabaret] (Р: кабаре; И.: cabaret; T.: kabare) и.
Эстрадалы бәләкәй ресторан. □ Кабаре. Төнгө кабаре. Кабареға барыу. Кабарела бейеу. Кабаре бейеуселәре. Кабарела куңел асыу.
КАБЕЛЬ [рус. < гол. kabel] (Р: кабель; И.: cable; T.: kablo) и.
Бер-береһенән изоляцияланып, һаҡлағыс ҡатлау менән ҡапланған бер йәки бер нисә үткәргес; ғәҙәттә, электр энергияһын ер йәки һыу аҫтынан үткәреү өсөн ҡулланыла. □ Кабель. / Кабельный. Телефон кабеле. Һыу кабеле. Электр кабеле. Элемтә кабеле. Юғары йышлыҡ тогы кабеле. Кабель телевидениеһы. Кабель һуҙыу. ■ Ана, элемтәселәр алғы һыҙыҡҡа кабель һуҙалар. Д. Исламов. Ғәлим-дең йәштәрҙән генә ойошторған бригадаһы ауыл араһына бағаналар ултыртып бөтөп, сымдар һуҙып, өйҙәргә кабель уткәрә башлағайны инде. Н. Мусин. Электриктар әле булһа трансформатор пунктынан кабель дә уткәрмәгәндәр. Р. Солтангәрәев.
КАБЕРНЕ [рус. < фр. cabernet] (Р: каберне; И.: Cabernet; Т.: Cabernet Sauvignon) и. бот.
1. Йөҙөмдөң ҡуйы зәңгәр төҫтәге төрө.
□ Каберне (сорт винограда). Бер кило каберне. Каберне йөҙөмө.
2. Шул йөҙөмдән әҙерләнгән ҡыҙыл шарап. □ Вино, производимое из винограда Каберне. Бер шешә каберне. Каберне ҡойоу. Каберне әҙерләу.
КАБИНА [рус. < фр. cabine] (Р: кабина; И.: booth; cab, cabin; T.: kabin) и.
Бәләкәй махсус бүлмә. □ Кабина. Душта йыуыныу кабинаһы. Телефондан һөйләшеу
кабинаһы. Йөк машинаһы кабинаһы. Лётчик кабинаһы. Герметик кабина. ■ Кемдер берәу автомобиль менән ҡаршыбыҙға килеп туҡтаны, һәм беҙ курҙек шунда кабинанан бер йәш кенә ҡатын сыҡҡанын. Ғ. Сәләм. Хайуандарҙың герметик кабинала йәшәй алыу, катапульта ярҙамында ҡотҡарыу мөмкинлеген раҫлаусы дәлилдәр алынды. «Башҡортостан», 6 июль 2002. Полковник Шөғәйепов, пистолетын ҡороп, плащ кеҫәһенә һалды ла кабинанан сыҡты. Д. Бүләков.
КАБИНЕТ [рус. < фр. cabinet] (Р: кабинет; И.: study; T.: oda) и.
1. Өйҙә, эш урынында булдырылған махсус эш бүлмәһе. □ Кабинет. / Кабинетный. Етәксе кабинеты. Рәйес кабинеты. Кабинет йыһаздары. ■ Котлобаев ҡапыл көлөуенән тыйылды, тороп китеп, ишекле-турле председатель кабинеты буйлап йөрөргә тотондо. Д. Бүләков. Сергей ишекте асҡан мәлдә, кабинетта телефон шылтыраны. .. Ғайсин уны куреп алып, ҡулы менән ишаралап инергә ҡушты ла трубкаға эйелде. И. Абдуллин.
2. Айырым бер эш өсөн йыһазландырылған бүлмә. □ Кабинет (для специальных занятий с необходимым для них оборудованием). / Кабинетный. Башҡорт теле кабинеты. Физкультура кабинеты. Физика кабинеты. Теш врачы кабинеты. Массаж кабинеты.
3. Мебель комплекты. □ Кабинет (комплект мебели). Киммэтле кабинет. Кабинет менән йыһазландырыу.
4. Ресторандарҙа дөйөм залда ултырырға теләмәгәндәр өсөн айырым бүлмә. □ Кабинет (в ресторане). Кабинетҡа алдан заказ биреу.
5. Ҡайһы бер илдәрҙә хөкүмәт тәшкил итеүсе министрҙар составы. □ Кабинет (наименование правительства или его части). Министрҙар кабинеты. Яңы кабинет төҙөу.
КАБЛОГРАММА [рус. < фр. câblogram-те] (Р: каблограмма; И.: cablegramme; Т.: kablo yazısı) и. махе.
Һыу аҫты кабеле аша бирелеүсе телеграмма. □ Каблограмма. Каблограмма ҡабул итеу.
350