КАВАЛЬКАДА
КАБОТАЖ [рус. < фр. cabotage] (Р.: каботаж; И.: cabotage; T: kabotaj) и. диңг.
1. Бер илдең порттары араһында караптар, суднолар йөрөшө. □ Каботаж. / Каботажный. Бәләкәй каботаж. Ҙур каботаж. ■ Тымыҡ океан диңгеҙҙәренең каботаж йөрөтөу өсөн генә тугел, бәлки тышҡы бәйләнештәр өсөн дә әһәмиәте бик ҙур. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2002.
2. Яр буйы флоты. □ Прибрежный флот.
КАБРИОЛЕТ [рус. < фр. cabriolet] (Р.: кабриолет; И.: cab; T.: kabriyole) и.
1. Еңел автомобилдең асылмалы кузовы. □ Кабриолет (тип кузова автомобиля).
2. иҫк. Бер ат егелә торған ике тәгәрмәсле кузлаһыҙ еңел арба. □ Кабриолет (повозка).
КАВАЛЕР I [рус. < фр. cavalier] (Р: кавалер; И.: cavalier; partner; T.: süvari; kavalye) и.
1. Урта быуаттарҙа рыцарҙар ордены ағзаһы. □ Кавалер.
2. Ҡатын-ҡыҙ менән парлап бейегән ир. □ Кавалер (партнёр в танце). Кавалерҙар ҡыҙҙарҙы бейеугә саҡырҙы. Кавалер менән бейеу. Кавалер һайлау.
3. һөйл. Ҡатын-ҡыҙҙың күңелен күрергә тырышҡан ир-ат. □ Кавалер (поклонник, ухажёр). ■ Мәрйәмдең кавалер тигән һуҙе һәм бик яҡын килеп ултырыуы минең [Булаттың] йөрәкте тулҡынландырҙы. Д. Юлтый. «Нимә, мадонна, кавалерыңды һағынып илайһыңмы?» — тип ауыҙын салышайтты Вадик тигәне. Д. Бүләков.
КАВАЛЕР II [рус. < ит. cavaliere] (Р: кавалер; И.: holder, knight; T.: nişan sahibi) и.
Орден менән бүләкләнгән кеше. □ Кавалер (человек, награждённый орденом). «Алтын йондоҙ» кавалеры. Салауат Юлаев ордены кавалеры. ■ Был данлыҡлы Конгресты .. бөтә донъяға танылған ғалим, Истан-бул, Манчестер, Бонн, Геттинген университеттарының профессоры, Иран Мәғариф йәмғиәтенең I Дәрәжә Ордены кавалеры Әхмәтзәки Вәлиди Туған аса!.. Н. Асанбаев.
КАВАЛЕРГАРД [рус. < фр. cavalier ‘һыбайлы’ + garde ‘һаҡсы’] (Р: кавалергард; И.: cavalier garde; T.: atlı şövalye) и. тар.
1. Батша армияһында атлы гвардия полкында хеҙмәт иткән кеше. □ Кавалергард. / Кавалергардский. Кавалергард мундиры. Кавалергард полкы.
2. Тантаналы сараларҙа Рәсәй императорын, уның ғаилә ағзаларын һаҡлаусы төркөм. □ Кавалергард.
КАВАЛЕРИСТ [рус.] (Р: кавалерист; И.: cavalryman; T: süvari, atlı) и. хәрби.
Атлы ғәскәрҙә хеҙмәт иткән һалдат; атлы һалдат. □ Кавалерист. / Кавалерийский. Кавалеристар полкы. Кавалерист эйәре. ■ Кавалеристар ғәжәп ҡыйыу һуғышалар ине. Ә. Ихсан. Салауаттың атаһы тәрән көрһөнә лә стеналағы ҙур фотоһурәткә — толпар аты янында ялтыр ҡылысын тотоп төшкән мыҡты кәуҙәле, мыйыҡлы кавалерисҡа ҡарап ала. Й. Солтанов. Кисәге айбарлы кавалерист, ҡыҙыл комиссар ғәскәргә ярарҙай аттарҙы йыйып фронтҡа оҙатырға тейеш булды. Ә. Хәкимов. • Кавалерист батыр булһын, аты таҙа, матур булһын. Мәҡәл.
КАВАЛЕРИСТАРСА (Р: по-кавалерийски; И.: cavalryman like; T: süvari gibi) р.
Кавалеристар кеүек. □ По-кавалерийски, как кавалеристы. Кавалеристарса ҡыланыу. Ат өҫтөндә кавалеристарса ултырыу.
КАВАЛЕРИЯ [рус. < ит. cavalleria] (Р: кавалерия; И.: cavalry; T: süvari) и. хәрби.
Атлы ғәскәр. □ Кавалерия. / Кавалерийский. Кавалерия дивизияһы. Еңел кавалерия. Кавалерияла хеҙмәт итеу. Кавалерия һөжу-ме. И [Гөлбикә — Буранғолға:] Аптырайым, нисек итеп һине кавалерияға алғандар! Йунләп атҡа ла атлана алмайһың бит һин! К. Мәргән. Атайым район уҙәгенәсә еңел кавалерия булып ҡарауыллап бара, халыҡ дошмандары аттарҙы алып ҡасмаһын өсөн. Й. Солтанов. Тирә-яҡ ауылдарҙан кавалерия аттары һайлау барғанлыҡтан, Саматовтың ике-өс көндән генә ҡайтасағын ишетте лә Шәрғиә эшкә тотондо. Ә. Хәкимов.
КАВАЛЬКАДА [рус. < ит. cavalcata] (Р: кавалькада; И.: cavalcade; T: atlılar alayı) и.
Бергә барыусы һыбайлылар төркөмө. □ Кавалькада (группа всадников). Атлы кавалькада.
351