Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 360


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАЛЬСОН
Баш һәм һәрмәүестәрҙән торған эре диңгеҙ әкәм-төкәме. □ Кальмар (лат. Teuthida). Кальмар ите.
КАЛЬСОН [рус. < фр. cale, cons < ит. calzoni ‘ыштан’]. (Р.: кальсоны; И.: cale, cons; T.: iç donu) и.
Салбар эсенән кейә торған оҙон балаклы ирҙәр ыштаны. □ Кальсоны. Йылы кальсон. Эстән кальсон кейеү.
КАЛЬЦИЙ [рус. <лат. calx (calcis) ‘эзбиз’] (Р.: кальций; И.: calcium; T.: kalsiyum) и. хим.
Химик элемент, көмөш кеүек ялтырауыҡлы аҡ металл. □ Кальций. / Кальциевый. Көкөртлө кальций. Кальций тоҙо. Кальций селитраһы.
КАЛЬЦИЙЛАНЫУ (кальцийлан-) ҡ. төш. ҡар. кальцийлау, страд, от кальцийлау. Кальцийланған сода.
КАЛЬЦИЙЛАУ (кальцийла-) (Р: кальцинировать; И.: calcinate; T.: kireçsilemek) ҡ.
Кальцинация яһау. □ Кальцинировать. // Кальцинирование. Электрофорез менән кальцийлау.
КАЛЬЦИЙЛЫ (Р: кальцинированный; И.: calcinated; T.: kalsiyumlu) с.
Составында кальций булған. □ Кальцинированный, содержащий кальций. Кальцийлы ашламалар. Кальцийлы эремсек.
КАЛЬЦИНАЦИЯ [рус ] (Р: кальцинация; И.: calcination; T.: yakarak toz haline getirme) и. хим.
Химик матдәләрҙе әселәндереү йәки тарҡатыу өсөн ҡыҙҙырыу. □ Кальцинация. Кальцинация юлы менән тарҡатыу.
КАЛЬЦИТ [рус. < лат. calcis} (Р: кальцит; И.: calcite; T.: kalsit) и. мин.
Эзбиз, мәрмәр таштарының составын тәшкил иткән минерал, эзбиз шпаты. □ Кальцит. Кальцит ятҡылыҡтары. Кальцит — ерҙә иц куп таралған минерал.
КАЛЬЯН [фарс. иЗУ] (Р: кальян; И.: Hookah; T.: nargile) и.
Төтөнө һыулы һауыт аша үтеп таҙарған тәмәке тартыу приборы. □ Кальян (вид курительной трубки). Кальян тартыу. Еҙ кальян. Кальян һатып алыу.
КАМАР БИЛҒАУ и. диал. ҡар. ҡәмәр билбау.
КАМА-ҺЫУҮ р. диал. ҡар. баштан-аяҡ. Мин уларҙы кама-һыуа беләм.
КАМБАЛА [рус. < фин. kampela ‘балыҡ исеме’] (Р: камбала; И.: plaice; T: köpekdili) и. зоол.
Ике күҙе лә бер яҡта урынлашҡан яҫы ялпаҡ диңгеҙ балығы. □ Камбала. / Камбаловый (лат. Pleuronectes platessa). Камбала консерваһы. И Алыҫ Көнсығыш диңгеҙҙәре һөмбаш балыҡтары: кетаға, көмрө балыҡҡа (горбушаға), шулай уҡ трескаға, камбалаға бай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2008.
КАМБАЛАУ (камбала-) ҡ. диал.
1. ҡар. сигеү.
2. Канва менән сигеү. □ Вышивать по канве.
КАМБИЗМ [рус. < ингл.] (Р: камбизм; И.: cambistry; T: kambiyo) и. иҡт.
Сит илгә валютаны отошлораҡ сығарыу ысулы. □ Камбизм.
КАМБИЙ ЕБЕ и. диал. ҡар. мулинә.
КАМБУЗ [рус. < гол. kombuis] (Р: камбуз; И.: Caboose; T: gemi mutfağı) и. махе.
Карапта аш бүлмәһе. □ Камбуз. / Камбузный. Камбузда йыйылыу. ■ Кисен камбузда унлап кеше сиратта торабыҙ. Ә. Гәрәев.
КАМВОЛЬ [рус. < нем. Kammwolle ‘таралған йөн’] (Р: камволь; И.: kamvol; T: yün) и. махс.
Шыма, йоҡа туҡымалар эшләү өсөн тарап эшкәртелгән йөн. □ Камволь. / Камвольный. Камволь фабрикаһы. Камволь комбинаты. Камволь еп. Камволь туҡыма.
КАМЕЛИЯ [рус. < фр. camellia} (Р: камелия; И.: camellia; T: kamelya) и. бот.
Ҡыҙыл йәки аҡ төҫтәге хуш еҫле сәскәле, ҡалын ҡаты япраҡлы йылы яҡ ағасы. □ Камелия (лат. Camellia). Япон камелияһы. Камелия уҫтереу. Камелия ултыртыу.
КАМЕРА I [рус. < лат. camera ‘бүлмә’] (Р: камера; И.: celi; T.: oda) и.
1. Учреждениеларҙа махсуслаштырылған айырым бүлмә. □ Камера (помещение в учреждениях). / Камерный. Багаж һаҡлау камераһы. Дезинфекция яһау камераһы.
360