Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 362


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАМЗУЛЛЫҠ
Эсләп тегелгән еңһеҙ ҡыҫҡа өҫ кейеме. □ Камзол. Бәрхәт камзул. Бишбилле камзул. Тәцкәле камзул. Уколы камзул. Батшай камзул. ■ Януҙаҡ ҡарт камзул төймәләрен ысҡындырып елләнеп алды. М. Тажи. Иртән һалҡын әле, ә көндөҙ бынан, алтын уҡаларын емелдәтеп, камзул тәңкәләрен сылтыратып-көлөп әллә ҡайҙа ашҡынып йугергән йәш киленсәктәрҙәй, йырғанаҡтар йырлап ағасаҡ. Т. Ғарипова.
КАМЗУЛЛЫҠ (камзуллығы) (Р.: отрез на камзол; И.: camisole; T: ceketlik) и.
Камзул тегергә яраҡлы туҡыма; камзулға етерлек. □ Отрез на камзол. / Камзольный. Камзуллыҡ бәрхәт. Камзуллыҡ барса. Камзуллыҡ алыу.
КАМИКАДЗЕ [рус. < япон.] (Р.: камикадзе; И.: kamikaze; T: intihar pilotu) и.
1. Япон армияһының II донъя һуғышы осорондағы үлемдар осоусыһы. □ Камикадзе (японский лётчик-смертник).
2. Үлемдар. □ Камикадзе.
КАМИЛ I [ғәр. cU£] (Р: совершенный; И.: perfect; T: mükemmel) c.
Сифаты яғынан тейешле дәрәжәлә булған. □ Совершенный, безукоризненный. Камил эш. Камил матурлыҡ, һәр яҡтан камил булыу. ■ Аҡылым камил, зиһенем уяу, дәртем егерме йәшлек егет дәртенән кәм тугел. Ш. Насыров. Еҙсәлем бит бығаса донъяла булмаған, уҙенец ғорур хыялы ғына һурәтләгән, һәр яҡтан да иҫ киткес камил, төгәл ысын хур ҡыҙын һағына. Й. Солтанов. • Камилды камил белер. Мәҡәл.
КАМИЛ II [ғәр. lUS] (Р: в полной мере; И.: fully; T: tam) р.
1. Тулы, теүәл. □ В полной мере, полностью. ■ Үҙемдең хәрби вазифаларымды өлгөлө утәй алыуыма ышанысым да камил тугел ине. Ғ. Әмири. Шиғыр яҙҙым. Юлдарында куңелем тугелмәле. Карамаҡҡа шиғыр ҙа ул, тик камил тугел әле. X. Назар. Әммә уға [Сәйфетдингә] Көръән Кәрим теле ғәрәпсәне лә, бөйөк шағирҙар теле фарсыны ла тәрәнерәк, комилыраҡ өйрәнергә кәрәк ине әле. Ә. Хәкимов.
2. Бөтөнләй, тамам. □ Очень, в сильной степени. Камил арытты. Камил аяҡтан яҙыу. Камил теңкәгә тейҙе. Камил ышаныу.
♦ Иманы {йәки иманым) камил 1) ышанысы ныҡ. □ Поверь! ■ [Ғәзиз:] Юҡҡа иҫең киткән, нимәнән ҡурҡырға. Тик иманың камил булһын! Ғ. Хәйри; 2) һүҙҙе, антты, вәғәҙәне нығытыу өсөн әйтелә. □ Я искренне верю.
КАМИЛЛАНЫУ (камиллан-) ҡ. ҡар. камиллашыу.
КАМИЛЛАУ (камилла-) (Р: завершать; И.: fail; T: tamamlamak) ҡ.
Нимәнелер башҡарыу, үтәү. □ Завершать, кончать, доводить до конца. // Завершение. И Һинең һуҙеңде беҙ камиллай алмайбыҙ. «Батыршаның хаты».
КАМИЛЛАШТЫРЫУ (камиллаштыр-) (Р: совершенствовать; И.: improve; T: geliştirmek) ҡ.
Сифатын камил хәлгә килтереү, камил итеү; яҡшыртыу. □ Совершенствовать, усовершенствовать. // Совершенствование. Үҙ белемеңде камиллаштырыу. ■ Ниңә уҙ һәнәрен камиллаштырмай был Өйрәнсек? Әллә һәләте юҡмы? 3. Биишева.
КАМИЛЛАШЫУ (камиллаш-) (Р: совершенствоваться; И.: improve; T.: mükemmelleşmek) ҡ.
Камил хәлгә килеү, яҡшырыу, һәйбәтләнеү. □ Совершенствоваться, усовершенствоваться. // Совершенствование, усовершенствование. Оҫталығы камиллаша бара. И Беҙҙең хәрби оҫталыҡ яуҙан яуға камиллаша барҙы. М. Гәрәев. Һәнәрсе уҙ һәнәрендә көндән-көн уҫкән, камиллашҡан. 3. Биишева.
КАМИЛЛЫҠ (камиллығы) (Р: совершенство; И.: perfection; T.: mükemmellik, ekmeliyet, kemal) и.
Камил хәл, теүәллек. □ Совершенство. Камиллыҡҡа ынтылыу. ■ Һабрауҙың уҙе сығарған шиғырҙары камиллыҡтан алыҫ ине әле. Ә. Хәкимов. Был тиклем камиллыҡҡа ирешеу өсөн халыҡ был ырыу сәнғәте менән ҡайһы дәуерҙәрҙән алып шөғөлләнергә тейеш булды икән? Т. Ғарипова. Юҡтыр, йәмғиәтте камиллыҡҡа илтеу юлы бындай авантюраға ҡоролорға тейеш тугел. Н. Мусин. ® Наҙан
362