Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 363


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАМФАРА МАЙЫ
дәрәжәгә ынтыла, ғалим — камиллыҡҡа. Мәҡәл.
КАМИН [рус. < гр. kaminos ‘мейес, усаҡ’] (Р.: камин; И.: fire-place; T.: şömine) и.
Яғыу өсөн ауыҙы киң итеп эшләнгән мейес төрө. □ Камин. / Каминный. Камин рәшәткәһе. Камин яғыу. ■ Ғумәр электрҙы тоҡандырҙы ла каминға ут яғып ебәрҙе. Н. Мусин.
КАМИР ҺЫУЫҠ (һыуығы) (Р.: холодный день с заморозками; И.: cold day; T.: soğuk gün) и. диал.
Ҡыраулы һыуыҡ. □ Холодный день с заморозками.
КАМПАНИЯ [рус. < фр. campagne] (Р: кампания; И.: campagne; T.: kampanya) и.
1. хәрби. Дөйөм стратегия маҡсатынан сығып, билдәләнгән урында бер ваҡытта башҡарылған киң күләмле хәрби сара.
□ Кампания (совокупность военных действий). Урыҫ-япон кампанияһы.
2. Хәрби диңгеҙ флотының туҡталышһыҙ йөҙгән ваҡыт арауығы. □ Кампания (период непрерывного плавания или похода военно-морского флота). Йәйге кампания.
3. Ижтимағи-сәйәси йәки хужалыҡ маҡсаттарын бойомға ашырыу өсөн билдәле ваҡытта алып барылған эш. □ Кампания (работа, проводимая для осуществления общественно-политических или хозяйственных целей). Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһын уцышлы уткәреу. Королтайға депутаттар һайлау. Ер тетрәуҙән зыян кургәндәргә аҡса йыйыу буйынса кампания уткәреу. ■ Һайлау кампанияһының иң яуаплы осоро — депутатлыҡҡа кандидаттар курһәтеу. Интернет селтәренән. Йыл һайын, яҙғы сәсеу йәки ураҡ кампанияларының ағышын куҙәтеп, Ғәлим шундай фекергә килә торғайны. Й. Солтанов. Бына хәҙер иген йыйыу кампанияһы бара. Ғ. Хәйри.
КАМПАНИЯСЫЛ (Р: кампанейский; И.: sociable, companionable; T.: düzensiz) с.
Кампания (3) рәүешендә, эҙлекһеҙ һәм планһыҙ, һирәк-мирәк кенә үткәрелә торған.
□ Кампанейский. Кампаниясыл эш ысулы.
КАМПАНИЯСЫЛЫҠ (кампаниясы-лығы) (Р: кампанейщина; И.: come-and-go style; T.: düzensizlik) и.
Эштә планһыҙлыҡ, системаһыҙлыҡ. □ Кампанейщина. Кампаниясылыҡ менән мауығыу. Кампаниясылыҡ куренештәре.
КАМСА и. ҡар. ҡамса. Камса тотоусылар диңгеҙгә сыҡты.
КАМУФЛЯЖ [рус. < фр. camouflage] (Р: камуфляж; И.: camouflage; T.: alalama, kamufle) и.
Хәрби биналарҙы, орудиеларҙы, караптарҙы һ. б. дошман күҙенән йәшереү ысулы (төрлө һыҙыҡтар, таптар төшөрөп). □ Камуфляж. Камуфляж яһау. Самолёттарға камуфляж яһау.
КАМУФЛЯЖЛЫ (Р: камуфляжный; И.: camouflage; T.: kamufle) с.
Камуфляж ысулы менән маскировка яһалған. □ Камуфляжный. Камуфляжлы костюм. Камуфляжлы плащ. Камуфляжлы кейем.
КАМФАРА [рус. < лат. сатрһога < ғәр.] (Р: камфара; И.: camphor; T.: kafur) и. мед.
Медицинала һәм техникала ҡулланыла торған ҡырҡыу еҫле төҫһөҙ кристаллик матдә. □ Камфара. / Камфарный. Камфара уколы. Камфара еҫе. ■ Камфара медицинала ғына тугел, шулай уҡ төрлө плёнкалар һәм лактар етештереуҙә лә киң ҡулланыла. «Башҡортостан», 12 май 2008.
КАМФАРА АҒАСЫ (Р: камфарное дерево; И.: camphoric tree; T: kafur ağacı) и. бот.
Лавр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған мәңге йәшел ағас. □ Камфарное дерево (лат. Cinnamomum сатрһога). Камфар ағасын уҫтереу. Камфар ағасы ултыртыу.
КАМФАРАЛЫ (Р: камфарный; И.: camphoric; T.: kafurlu) с.
Составында камфара булған. □ Камфарный. Камфаралы крем.
КАМФАРА МАЙЫ (Р: камфарное масло; И.: camphoric oil; T.: kafur yağı) и. мед.
Үҫемлек майына ҡушылған камфара эретмәһе, дарыу булараҡ ҡулланыла. □ Камфарное масло. Камфара майын һөртөу. Камфара майы менән ыуыу.
363