Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 364


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАМФАРА МӘРЙЕН
КАМФАРА МӘРЙЕН (Р.: искусственный коралл; И.: artificial coral; T.: yapay mercan) и. диал.
Оҙонса яһалма мәрйен. □ Искусственный коралл.
КАМФАРАТЫР и. диал. ҡар. ҡамҡа.
КАМФАРКА [рус. < гол. komfoor ‘ут яғыу ҡулайламаһы’] (Р.: конфорка; И.: ring, burner; T.: ızgara) и.
1. Самауырҙың сәйнүк ултырта торған иң өҫкө өлөшө. □ Конфорка (у самовара). ■ Байбисә сәйгунде камфарка өҫтөндә тотоп әҙерәк бешерҙе лә сынаяҡтарға бу-леп яһай башланы. Я. Хамматов. Әсмә апай самауыр ҡапҡасын шап иттереп япты ла сәйгунде камфарка өҫтөнә ҡуйҙы. X. Мохтар. Гөлйөҙөм ваҡыт таба һалып, уҙе самауырҙарҙың ағармай ҡалған ерҙәрен тиҙ генә ағартты ла, камфаркаларын, табансаларын, ҡыҙҙарҙан кутәртеп барып, йылғала йыуҙы. Һ. Дәүләтшина.
2. Газ плитаһында яна торған урындағы тишекле тупалсаҡ. □ Конфорка (у плиты). Дурт камфаркалы плита.
3. кусм. һөйл. Күлдәк еңенең бөрөп, ҡабартып тегелгән манжеты. □ Манжет в сборку (у женского платья). Камфаркалы ең.
КАМФАРКАЛАУ (камфаркала-) (Р: пришить манжету; И.: sew a cuff on; T.: manşet dikmek) ҡ.
Күлдәк еңенә камфарка (3) ҡуйыу, камфаркалы итеү. □ Пришить манжету. Еңде камфаркалап тегеу.
КАМЫШИТ [рус.] (Р: камышит; И.: reed-fiber mat; T.: bir cins inşaat malzemesi) u. махс.
Ҡамышты преслап яһалған төҙөлөш материалы. □ Камышит. / Камышитовый. Камышит етештереу. Камышит стена. Өйҙө камышиттан төҙөу.
КАНАЛ [рус. < лат. canalis ‘торба’] (Р: канал; И.: channel; canal; T.: kanal, suyolu) и.
1. Һыу ятҡылыҡтарын бер-береһе менән тоташтырыу йәки ер һуғарыу өсөн эшләнгән яһалма һыу юлы. □ Канал (водный). Волга -Дон каналы. Ер һуғарыу каналдары. Канал йырыу. Канал ҡаҙыу. ■ Аттарыбыҙ куп
ерҙә, бәләкәй кәмәләргә мендерелеп, канал һәм кулдәр аша сығарылды. Ә.-З. Вәлиди.
2. Торба рәүешендәге оҙон тар арауыҡ.
□ Канал (длинное полое пространство). Кабель каналы.
3. Кешелә, тере йәнлектәрҙә тамыр, нервы һ. б. үтеү, үҫемлектәрҙә аҙыҡ матдәләре йөрөү юлы. □ Канал (сосуд, орган, полость). Куреу нервыһы каналы. Бәуел каналы. Аш һеңдереу каналы. Арҡа мейеһе каналы.
4. Мәғлүмәт алыу, тапшырыу юлдары.
□ Канал (линия связи). Бөтә каналдар аша элемтә тотоу.
5. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү, ниндәйҙер эште башҡарыу юлдары, ысулдары. □ Канал (способы достижения, выполнения чего-л.) һөйләшеуҙәрҙе дипломатик канал аша алып барыу.
КАНАЛИЗАЦИЯ [рус. < лат. canalis ‘торба’] (Р: канализация; И.: sewerage (system); T: kanalizasyon) и.
Бысраҡ ташландыҡ һыуҙарҙы йыйыу һәм халыҡ йәшәгән ерҙән ситкә оҙатыу өсөн санитария һәм техник ҡорамалдар комплексы.
□ Канализация. / Канализационный. Канализация уткәреу. Канализация селтәре. Канализация ҡойоһо. Канализация торбалары.
КАНАЛИЗАЦИЯЛАУ (канализацияла-)
(Р: проводить канализацию; И.: drain; plumb; T: kanalizasyon yapmak) ҡ.
Канализация үткәреү. □ Проводить канализацию, канализировать. // Канализация. Бинаны канализациялау. Канализацияланған йорт.
КАНАПЕ [рус. < фр. canape] (Р: канапе; И.: canapes; T: kanape) и.
Бәләкәй диван. □ Канапе (маленький диван). Залға канапе ҡуйғандар.
КАНАПИ [рус. < фр. canape] (Р: скамья со спинкой; И.: canapes; Т: bank) и. диал.
Артлы эскәмйә. □ Скамья со спинкой. Ихатала канапи эшләнгән.
КАНАРЕЙКА [рус.] и. зоол. ҡар. кәнәри.
КАНАТ [рус.] (Р: канат; И.: rope; Т: halat) и.
Йыуан сүс йәки ҡорос арҡан. □ Канат. ■ Ауыр суйын тәкмәк менән һуҡҡанда канат бер һыуға сума, бер өҫкә ҡалҡып сыға.
364