Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 365


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАНДИДАТЛЫҠ МИНИМУМЫ
М. Тажи. Колхозда канаттарҙы hymen, һәйбәт сусенән спорт йәмғиәттәре өсөн яңы арҡандар ишә инеләр. А. Абдуллин. Ғәлиә Вәлиевнаның юҡлығынан файҙаланып, һәр кем уҙенсә кунегеуҙәр яһай башланы: берәуҙәр матраста тәкмәс атты, икенселәр канат буйынса урмәләне, өсөнсөләр баҫҡыстар тирәһендә уралды. Ғ. Байбулатов.
КАНАУ [рус.] (Р.: канава; И.: ditch; Т.: hendek) и.
Ҡаҙылған оҙон тар соҡор. □ Канава. Тәрән канау. Канау йырыу. Канау ҡаҙыу. Канау ҡаҙғыс. ■ Канау буйлап аҡҡан ҡар һыуының сылтырауы ишетелә. X. Мохтар. Уның [Сәхибәнең] куҙҙәре урамда ҡайнаған халыҡтарға, канау буйҙарында әллә ни ҡәҙәре балаларын эйәртеп йөрөгән сусҡаларға төшһә лә, куңеле башҡа бер бушлыҡҡа бәйләнде. Ғ. Хәйри. Ошо һәйбәт йортҡа еткәнсе бынан ике йөҙ метр самаһындағы оло юлдан ҡалын уҡ итеп ҡырсынташ һибелгән, ике яҡлап канау ҡаҙылған юл һуҙыла. Н. Мусин.
КАНАУЛАУ (канаула-) (Р.: делать канавки; И.: make small ditches; T.: hendek yapmak) ҡ.
Канау яһау. □ Делать канавки. Тутәл-дәрҙе канаулау. Өй алдын канаулау. Һыуҙы канау лап ситкә ағыҙыу.
КАНАУЫС [фарс. Jyj1^] (Р: канаус; И.: taffeta; T.: tafta) и.
Төрлө төҫкә инеп йымылдап торған ебәк туҡыма. □ Канаус. / Канаусовый. Канауыстан тегеу. Канауыс эслек.
КАНВА [рус. < фр. canecas} (Р: канва; И.: canvas; groundwork, outline; T.: taslak) и.
1. Сигеү эшендә ерлек итеп ҡулланыла торған һирәк туҡыма. □ Канва. Ваҡ канва. Канваға сигеу.
2. Нимәнеңдер төп нигеҙе, үҙенсәлеге. □ Канва (основа чего -л.). Хикәйәнең канваһы. Ваҡиғалар канваһы.
3. ҡар. ҡайма.
КАНДАУАЙ [рус. кондовый} (Р: кондовое дерево; И.: solid, close grained; T.: çam) и. һөйл.
Ботаҡһыҙ төҙ ҡарағай ағасы. □ Кондовое дерево. Кандауайҙан бурау.
КАНДИДАТ [рус. <лат. candidates ‘аҡ кейенгән’] (Р: кандидат; И.: candidate; Т.: aday) и.
1. Ҡайҙалыр һайланырға, ниндәйҙер эшкә һ. б. тәғәйенләнгән, билдәләнгән кеше. □ Кандидат (намеченный для избрания, назначения или приёма куда-л., для получения чего-л. и т. п.). Депутатлыҡҡа кандидат итеп һайлау. Ағзалыҡҡа кандидат. Президентлыҡҡа кандидат. ■ [Бэр:] Минеңсә, базала минән дә ҡулайлыраҡ кандидат юҡ. Анкетам таҙа, исемем почёт таҡтаһында. И. Абдуллин. Куп кенә кандидаттар курһәтелеп, тауышҡа ҡуйылғандан һуң, правлениеға Ғәзиз Латипов, Шафиҡ Арсланов, тирмән арендаторы Санька һайланды. Ғ. Хәйри.
2. Ғилми дәрәжә һәм шул дәрәжәне алған кеше. □ Кандидат (учёная степень). Техник фәндәр кандидаты. Филология фәндәре кандидаты. Фән кандидаты дипломы. Оло улым диссертация яҡланы, техник фәндәр кандидаты дипломын алды. ■ Мәскәуҙән философия фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә алып ҡайтҡас, ул [Сәғәҙиев] берәй юғары уҡыу йортона эшкә ебәрерҙәр тип көткәйне. Н. Мусин.
КАНДИДАТЛЫҠ (кандидатлығы) (Р: положение, звание кандидата; И.: candidate’ s rank; T.: adaylık) и.
Кандидат булған хәл. □ Положение, звание кандидата. / Кандидатский. Кандидатлыҡ стажы. Кандидатлыҡ диссертацияһы. ■ Солтановтың кандидатлыҡ диссертацияһының темаһы — һыу һәм нефть йунәлешен тикшереу. Т. Сәғитов. Байғусҡаровты ул ваҡытта Өфөлә лә ишеттеләр, ошо Арынбаҫаров ағай, элекке уҡытыусыһы, кусеп килергә, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡларға ярҙам итте. Д. Бүләков.
КАНДИДАТЛЫҠ МИНИМУМЫ (Р: кандидатский минимум; И.: qualifying examination for the candidate degree; T.: sınav) и.
Диссертация яҡлағанда белем күләмен күрһәткән һынау. □ Кандидатский минимум. Кандидатлыҡ минимумы тапшырыу.
365