КАНДИДАТУРА
КАНДИДАТУРА [рус. < лат.] (Р.: кандидатура; И.: candidature; candidacy; T.: adaylık) и.
Кандидат (1) итеп билдәләнгән кеше. □ Кандидатура. Эшкә кандидатура табыу. Кандидатураһын курһәтеу. Үҙ кандидатураңды алыу. Яраҡлы кандидатура.
■ [Яманһаров:] Ғәйнияр Ғәйнуллович, беҙҙең кандидатура берәу инде ул. Д. Бүләков. [Ғәлимә:] Ни бит, Заһир,.. урыныңа кандидатура уйламаныңмы әле? Т. Ғарипова.
КАНДИЛЬ [рус.] (Р.: кандиль; И.: apple species; T.: elma türü) и. бот.
Оҙонса формалы, һутлы алма бирә торған алмағас сорты. □ Кандиль (сорт яблок) (лат. Malus ‘Kandil). Кандиль ултыртыу. Кандиль уҫтереу.
КАНДРАТ БӘКЕҺЕ (Р: бритва; И.: razor; T.: ustura) и. диал.
Сәс бәкеһе. □ Бритва. Кандрат бәкеһе менән сәс алыу.
КАНИКУЛ [рус. < лат. caniculares dies ‘иң эҫе көндәр’] (Р: каникулы; И.: vacations; T.: tatil) и.
1. Уҡыусыларҙың, студенттарҙың уҡыуҙан туҡтап ял иткән ваҡыты. □ Каникулы. Йәйге каникул. Кышҡы каникул. Яҙғы каникул. Каникул башланыу. Каникулға туҡтау. И Яҙғы каникулдың тәуге көнө ямғырлы булһа ла, аҙаҡтан һауа һәйбәтләнде, йылы көндәр башланды. Ф. Әсәнов. Йәйге каникулға сығыу менән шул аттарҙы көтөргә, яйын тура килтереп, Ғиниәтулла ағайымдар кеуек итеп, һыбай фронтҡа ла китергә хыяллана инем. Й. Солтанов. [Көнһылыу:] Каникул етһә, мин ҡайтыр инем, тик коляскала ғына ултырған Марияны кем ҡарар? Т. Ғарипова.
2. Депутаттарҙың эштән туҡтап ял итеп алыуҙары. □ Каникулы.
КАНИСТР [рус. < ингл. canister ‘ҡалай (һауыт)’] (Р: канистра; И.: can; T.: teneke) и.
Шыйыҡ яғыулыҡ һалыу өсөн тар ауыҙлы ялпаҡ һауыт. □ Канистра. Тимер канистр. Полиэтилен канистр. Бензин канистры.
■ Машинала бер нисә канистр бензин табылды. Картотека фондынан. Сәләмғол цистерна аҫтынан канистр һөйрәп сығарғайны, көтмәгәндә килеп юлыҡҡан Ғәлим канистрға аяғы менән баҫты. Й. Солтанов.
КАНИФАС [рус. < нем.] (Р: канифас; И.: dimity; T.: kabartmalı pamuklu bez, dimi) и. иҫк.
Ебәк ҡатыш йоҡа тауар. □ Канифас (ткань с примесью шёлка). Канифас кулдәк. Канифастан тегеу.
КАНИФОЛЛЕ (Р: канифольный; И.: colophony, rosin; T.: reçinah) c.
Канифолдән яһалған, канифоль ҡушылып яһалған. □ Канифольный. Канифолле һабын.
КАНИФОЛЛӘҮ (канифоллә-) (Р: канифолить; И.: rosin; T.: reçina sürmek) ҡ.
Канифоль һөртөү. □ Канифолить. Скрипка һыҙғысын канифолләу. Канифолләп йәбеш-тереу.
КАНИФОЛЬ [рус. < гр. kolophonia ‘ыҫмала төрө’] (Р: канифоль; И.: colophony, rosin; T.: reçina, kolofan) и. махе.
Сайыр ҡыуып алына торған ҡаты йылтыр һары матдә (келәйләу һәм изоляциялау, ҡыллы музыка ҡоралдарының һыҙғыстарын ышҡыу өсөн ҡулланыла). □ Канифоль. / Канифольный. Канифоль етештереу. ■ Ул [ҡарт Вольф] урамға ҡараған тәҙрәләрҙең береһе янына барып баҫты ла скрипканы көйләп алды, смычокҡа канифоль ышҡыны. А. Карнай. Ағастан сығаралар: кумер ҙә һәм дегет тә, каучук та, ебәк тә, канифоль дә, спирт та. Ғ. Ғүмәр.
КАНКАН [рус. < фр. cancan] (Р: канкан; И.: cancan; T.: kankan) и.
Француз эстрада бейеүе (тиҙ хәрәкәттәр яһау, аяҡтарҙы юғары кутәреу менән билдәләнә). □ Канкан (французский эстрадный танец). Канкан ҡарау. Канканда ҡатнашыу.
КАННА [рус. < гр.] (Р: канна; И.: саппа; T.: teşbih çiçeği) и. бот.
Тропиктарҙа үҫеүсе эре сағыу төҫтәге сәскәле үҫемлек. □ Канна (растение) (лат. Саппа). Канна уҫтереу. Канна ултыртыу. Канна сәскәһе.
КАННИБАЛ [рус. < фр. Cannibale] (Р: каннибал; И.: cannibal; T: yamyam) и.
1. Кеше ашаусы, вәхши кеше. □ Каннибал. /Каннибальский.
2. кусм. Мәрхәмәтһеҙ, рәхимһеҙ кеше. □ Каннибал (крайне жестокий человек).
366