КАНТЛАУ
Кантлап бөтөрөу. Кантлап ҡуйыу. Кантлап сығыу.
КАНТЛАУ II (кантла-) (Р.: кантовать; И.: cant; T.: devirmek) ҡ. махс.
Нимәнелер эшкәрткәндә йәки йөктө күсергәндә уны өҫ яҡтан аҫ яҡҡа әйләндереү. □ Кантовать (перевернуть, переворачивать). Йөктө кантларға рөхсәт ителмәй! ■ Махсус шыуҙырғыстар менән бурәнә станға алып барыла. Куҙғалып йөрөусе өҫтәл, кантлау механизмы һәм башҡа нәмәләр хәрәкәткә килә. Картотека фондынан.
КАНТЛЫ (Р.: с окантовкой; И.: with ап edging; T.: zıhlı) с.
Кант тегелгән, кантланған. □ С окантовкой, с кантом. Кантлы салбар. Кантлы алъяпҡыс.
КАНТОН [рус. < фр. canton] (Р: кантон; И.: canton; T.: kanton) и.
1. Швейцария республикаһы составына ингән ерҙәрҙең атамаһы. □ Кантон (земли, входящие в состав Швейцарии).
2. Франция һәм Бельгияла төп административ берәмек. □ Кантон (административное деление во Франции и Бельгии).
3. тар. XVIII быуаттың аҙағынан XIX быуаттың урталарына һәм 1917 йылдан 1930 йылға тиклем Башҡортостанда булған административ-территориаль берәмек. □ Кантон (административно-территориаль -ное деление Башкортостана в XVIII—XIX вв.). Тамъян-ҡатай кантоны. Куҙәй кантоны. ■ Ырыу ҡоролошо заманынан ҡалған иҫке волостар урынына кантондар төҙөлә. Т. Әхмәҙиев. Мәнди ҡурайсының Абдулла ахунды яманлап йыр сығарыуын, шуның илгә таралыуын ишетеп, ғәйеплене кантон идараһына килтертәләр. Й. Солтанов. Ата-бабаларының ҡайһы ханға, ҡайһы кантонға табиғ вә мөнсуб икәнен дә һораштым. Н. Асанбаев.
4. Шул берәмек башында торған рәсми кеше. □ Кантон (глава административного деления). ■ Сибай кантонға баярҙар буләк итеп алтын сәғәт биргәндәр. Т. Хәйбуллин. [Моратша:] Ныязғолдоң ата-бабаһының сабата кейеп бесән сабып йөрөгән сағы бына ғына тора. Ә беҙҙең тоҡом борон-борондан
Буҙыҡай кантондан килә. Һ. Дәүләтшина. Ай яҡтылары бик яҡты, көмөшлө лә эйәр ялтырай. Мирхәй кантон ҡысҡырғанда, йыйындағы халыҡ ҡалтырай. Халыҡ йырынан.
КАНТОНЛЫҠ (кантонлығы) и.
1. ҡар. кантон 1—3. Ж Революцияға тиклем ул [Темәс] Икенсе Бөрйән-Туңгәуер кантонлығының, 1922 йылдан Темәс волосы-ның уҙәге булып торҙо. Картотека фондынан.
2. Кантон булып эш иткән дәүер. □ Период, время исполнения обязанности главы кантона. ■ Петербурҙан урап ҡайтҡас, өс төн ятҡан уфтанып. Йоҡлар йоҡоһон йоҡламай, кантонлығын иҫкә алып. Халыҡ йырынан.
КАНЦЕЛЯРИЯ [рус. <лат. cancellaria] (Р.: канцелярия; И.: office; T.: kançılarya) и.
1. Ойошманың ҡағыҙ, документ эштәрен алып барған бүлеге һәм шул бүлек урынлашҡан бүлмә. □ Канцелярия. / Канцелярский. Канцелярия хеҙмәткәре. Канцелярия эше. Канцелярия стиле. И Ул [Мәликә ҡарсыҡ] килгән саҡта Сөләймән ҡарт өйҙә юҡ ине, Фатима ла уҙенең канцелярияһына сығып киткәйне. Ғ. Хәйри.
2. Рәсәйҙә XVIII — XX быуаттар башындағы ҡайһы бер дәүләт учреждениеларының исеме. □ Канцелярия. ■ Йыйынға килеуселәр иртәнсәк аттарын ҡарап, тамаҡ туйҙырып алыуға, воевода канцелярияһынан ике кеше килеп етте. Н. Мусин.
КАНЦЕЛЯРИЯСЫ (Р: канцелярист; И.: clerk; T.: memur) и.
Канцелярия хеҙмәткәре. □ Канцелярист. Канцеляриясы булып эшләу. Канцеляриясы бурыстары.
КАНЦЕР [рус. < лат. cancer ‘яман шеш’] (Р: канцер; И.: Cancer; T.: kanser) и. мед.
Рак, яман шеш. □ Канцер, рак, злокачественная опухоль.
КАНЦЕРОГЕН [рус. < лат. cancer ‘яман шеш’] (Р: канцероген; И.: carcinogen; T.: kanser yapıcı) и. махс.
Яман шеште барлыҡҡа килтереүсе химик матдә. □ Канцероген.
КАНЦЛЕР [рус. < нем. Kanzler < лат. cancellarius ‘сәркәтип’] (Р: канцлер; И.: chancellor; T.: şansölye) и.
368