КАПИТАЛИСТ
1. Ҡайһы бер Көнбайыш Европа илдәрендә иң юғары вазифа һәм шул вазифалағы кеше. □ Канцлер (административная должность). / Канцлерский. Германия канцлеры.
2. тар. Рәсәйҙә 1917 йылғы инҡилапҡа тиклем юғары вазифалы кешеләргә бирелә торған чин. □ Канцлер (чин). / Канцлерский.
КАНЬОН [рус. < исп. саоп ‘көпшә’] (Р.: каньон; И.: canyon; T.: kanyon) и. геогр.
Һыу менән ашалған тәрән, тар үҙән буйы.
□ Каньон. Колорадо йылғаһыныц каньоны.
КАНЮЛЯ [рус.] (Р: канюля; И.: cannula; T.: kanül) и. мед.
Кеше организмының ҡыуыш ағзаларына керетеү өсөн тәғәйенләнгән көпшәләр (инъекция яһау, эрен сығарыу кеуек процедуралар өсөн). □ Канюля. Ҡан тамырына канюля ҡуйыу. Канюля аша дарыу ебәреу. Канюля аша ҡан ағыҙыу.
КАОЛИН [рус. < ҡыт.] (Р: каолин; И.: kaolin; T.: kaolin) и. махс.
Балсыҡлы минералдарҙан торған тау тоҡомо; аҡ балсыҡ (фарфор яһау өсөн ҡулланыла). □ Каолин (горная порода).
КАПЕЛЛА [рус. < лат. capella} (Р: капелла; И.: capella; T.: kapella) и.
1. муз. Йырсылар һәм музыканттар ансамбле, хор. □ Капелла (ансамбль, хор). Музыкаль капелла. Хор капеллаһы.
2. дини. Католиктарҙа танылған ғаиләләр өсөн айырым ғибәҙәтхана йәки бүлмә.
□ Капелла (часовня или помещение для молитв).
КАПЕЛЬДИНЕР (Р: капельдинер; И.: box keeper; T.: loca görevlisi) и. иҫк.
Театрҙа билет тикшереп, тәртип күҙәтеп торған хеҙмәткәр. □ Капельдинер. Капельдинер булып эшләу.
КАПЕЛЬМЕЙСТЕР [рус. < нем. Kapellmeister} (Р.: капельмейстер; И.: bandmaster; T.: bando şefi) и.
Хәрби оркестр дирижёры. □ Капельмейстер (военный дирижёр). / Капельмейстерский. Оҫта капельмейстер. Оркестр капельмейстеры.
КАПИЛЛЯР [рус. < лат. capillans} (Р: капилляр; И.: capillar; T.: kılcal damarlar) и. махс.
1. Үтә нәҙек көпшә; ҡылтамыр. □ Капилляр (трубочка с узким каналом). / Капиллярный.
2. Төрлө нәмә эсендәге ҡыл һымаҡ нәҙек кенә юл. □ Капилляр (всякий узкий канал). / Капиллярный. Тупраҡтағы капилляр.
3. Бик ваҡ ҡан тамыры. □ Капилляр (тончайший кровеносный сосуд). / Капиллярный. Капиллярҙар селтәре. ■ Үпкәләрҙә кислород менән байыҡҡан ҡан артериялар буйлап бара, капиллярҙа матдәләр һәм газдар алмашына. Картотека фондынан.
КАПИТАЛ [рус. < лат. capitalis ‘төп’] (Р: капитал; И.: capital; T.: sermaye) и.
1. Өҫтәмә файҙа килтерә торған ҡиммәт (милек, аҡса, ер). □ Капитал (средства, приносящие прибыль). Даими капитал. Төп капитал. Үҙгәреусән капитал. Финанс капиталы. ■ Кешеләр уҙҙәренец артыҡ капиталдарын законлы бизнесҡа (акционер йәмғиәттәренә һәм компанияларға) һала. «Башҡортостан», 15 август 2010.
2. Ҙур аҡса, күп аҡса. □ Капитал (значительная сумма денег). Ҡулдағы капитал. Файҙаһыҙ ятҡан капитал. ■ [Кәрим:] Сит ил капиталы менән бәйле булғанға, беҙҙец менән сауҙа итергә шикләнәләр. Н. Асанбаев. Коммунист тугелмен, әммә әйҙәргә намыҫым ҡушмай капитал ҡоллоғона. Т. Ғәниева.
3. Мөһим ҡаҙаныш, ҡиммәт. □ Капитал (большая ценность, важное достояние). Ғилми капитал. Сәйәси капитал.
КАПИТАЛИЗМ [рус. < лат.] (Р: капитализм; И.: capitalism; T.: kapitalizm) и.
Етештереү сараларының шәхси ҡулда булыуына, баҙар иҡтисады һәм гражданлыҡ йәмғиәтенә нигеҙләнгән ижтимағи-сәйәси ҡоролош. □ Капитализм. Дәуләт капитализмы. Монополистик капитализм. ■ [Саяф:] Халыҡты байға, ярлыға булгән капитализмды яҡын ебәрмәҫкә кәрәк! Т. Ғарипова.
КАПИТАЛИСТ [рус. < лат.] (Р: капиталист; И.: capitalist; T.: sermaye sahibi) и.
Капиталистик йәмғиәттә үҙенең шәхси етештереү саралары нигеҙендә хеҙмәткәрҙәр
369