Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 370


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАПИТАЛИСТИК
яллатып табыш алыусы эре капитал хужаһы. □ Капиталист. Куртымсы капиталист. Концессионер капиталист. ■ Шулай итеп, буласаҡ капиталистың ғәзиз хыялдары бойомға ашҡан: ҡултыҡ ситендә Башҡортостандағы беренсе судно ремонтлау мастерскойы, тартынып ҡына булһа ла, зәңгәр куккә мөрйәһенән ҡуйы төтөн көлтәһе урғылтып ебәргән. Й. Солтанов. Беҙҙең совет һандығына һеҙҙең баҡса һәм йорт ҡына тугел, капиталистарҙың бөтә завод, фабрика һәм башҡалары ла бик шыма ғына инеп ултырҙы. Ғ. Хәйри.
КАПИТАЛИСТИК (Р.: капиталистический; И.: capitalist; T.: kapitalist) с.
1. Капитализм ҡанундарына, принциптарына нигеҙләнгән. □ Капиталистический (основанный на принципах капитализма). Капиталистик система. Капиталистик илдәр. Капиталистик етештереу саралары.
2. Капитализмға хас, капитализмға бәйле. □ Капиталистический (характерный для капитализма). Капиталистик әхлаҡ нормалары. Капиталистик етештереу мөнәсәбәттәре. Капиталистик мораль.
КАПИТАЛЛАШТЫРЫУ (капиталлаштыр-) (Р.: капитализировать; И.: capitalize; T.: çıkar sağlamak) ҡ. иҡт.
Өҫтәмә ҡиммәтте капиталға әйләндереү, килем килтерә торған итеү. □ Капитализировать. // Капитализация. Аҡсаны капи-таллаштырыу. Ерҙе капиталлаштырыу. Һалымды капиталлаштырыу. Рентаны капиталлаштырыу.
КАПИТАЛЬ (Р: капитальный; И.: fundamental; T.: esas) с.
Төплө, нигеҙле, ныҡлы, әһәмиәтле. □ Капитальный. Капиталь йорт.
КАПИТАЛЬ АКЦИЯЛАР (Р: капитальные акции; И.: capital shares; T.: hisseler) и. иҡт.
Ойошманың төп, әһәмиәтле акциялары. □ Капитальные акции.
КАПИТАЛЬ МИЛЕК (Р: капитальное имущество; И.: capital property; T.: sermaye malları) и. иҡт.
Ниндәйҙер ойошманың, йәмғиәттең төп милке. □ Капитальное имущество.
КАПИТАЛЬ РЕМОНТ (Р: капитальный ремонт; И.: major maintenance; T.: tamir) и.
Бөтә яҡлап эшләнгән тулы ремонт (йорт, машина, станок һ. б.). □ Капитальный ремонт. Капиталь ремонт яһау.
КАПИТАЛЬ СТЕНА (Р: капитальная стена; И.: main wall; T.: esas duvar) и.
Ҡоролманың түбәһенә терәк булған төп стена. □ Капитальная стена.
КАПИТАЛЬ СЫҒЫМДАР (Р: капитальные затраты; И.: capital outlays;T.: yatırım) и. иҡт.
Төп капиталға һәм запастарҙың артыуына йүнәлтелгән аҡса. □ Капитальные затраты. Капиталь сығымдарҙың артыуы.
КАПИТАЛЬ ТӨҘӨЛӨШ (Р: капитальное строительство; И.: capital construction; T.: inşaat) и.
Үҙәк капиталь һалыуҙар иҫәбенә башҡарыла торған төҙөлөш. □ Капитальное строительство. Капиталь төҙөлөштө тамамлау. ■ Башҡортостан Президенты капиталь төҙөлөш мәсьәләһенә лә ентекләп туҡталды. «Башҡортостан», 16 декабрь 2011.
КАПИТАЛЬ ФОНД (Р: капитальный фонд; И.: capital stock; T.: esas vakıf) и.
Бөтә яҡлап тулы ремонт эшләү өсөн тәғәйенләнгән фонд. □ Капитальный фонд.
КАПИТАЛЬ ҺАЛЫУҘАР (Р: капитальные вложения; И.: (capital) investments; T: yatırım) и. иҡт.
Төп фондтарҙы ҡайтанан етештереүгә йүнәлтелгән сығымдар. □ Капитальные вложения.
КАПИТАН [рус. < фр. capitaine] (Р: капитан; И.: captain; T.: kaptan) и.
1. хәрби. Өлкән лейтенанттан юғары офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Капитан. Авиация капитаны. Капитан погоны. Капитан званиеһын алыу. ■ Беҙ блиндаждан баштарҙы сығарып, капитан йугергән яҡҡа ҡараныҡ. Д. Юлтый. Ошо мәлдә яурынына аҡ халат ҡына ябынған милиция формаһындағы ир кеше килеп инде. Врач сығып китергә иткәйне лә, ишара яһап, капитан уның ҡалыуын утенде. Д. Бүләков.
370