Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 371


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАППЫ
2. Карап командиры. □ Капитан. Пароход капитаны. Капитан каютаһы. Капитан ярҙамсыһы. 3-сө дәрәжәле капитан — флоттағы капитан-лейтенанттан һуң килгән офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. ■ Мин капитан, ер йөҙөнөң һыуҙарын уттем йөҙөп. Ф. Рәхимғолова. Әгәр капитан алдында бер маяҡ тугел, ә төрлө яҡҡа курһәтеп яҡтырған ике маяҡ икән, авария ҡотолғоһоҙ. И. Абдуллин.
3. Спорт йәки башҡа төрлө ярыштарҙа ҡатнашыусы команданың башлығы. □ Капитан. Волейбол командаһының капитаны. ШТК командаһы капитаны. ■ [Сираев:] Әгәр полкта футбол командаһы булһа, капитан итеп ҡуйһағыҙ ҙа һынатмам. Мин техникум командаһында ла капитан инем, тине. Н. Мусин.
КАПИТАН-ЛЕЙТЕНАНТ [рус ] (Р.: капитан-лейтенант; И.: lieutenant commander; T.: deniz yüzbaşı) и. хәрби.
Флотта ҡабул ителгән хәрби офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше: өлкән лейтенанттан юғары офицер. □ Капитан-лейтенант.
КАПИТЕЛЬ [рус. < лат. capitellum ‘бәләкәй баш’] (Р: капитель; И.: capital, сар; T.: sütun başlığı) и. архит.
Терәк бағананың өрлөк ятҡан иң өҫкө өлөшө. □ Капитель (верхняя часть колонны или пилястра).
КАПИТУЛЯНТ [рус.] (Р: капитулянт; И.: defeatist; T: teslimiyetçi) и.
Ауырлыҡтарға ҡаршы көрәш алып барыуҙан хыянатсыл рәүештә баш тартыусы. □ Капитулянт. Капитулянт тактикаһы.
КАПИТУЛЯЦИЯ [рус. < лат. capitulatio} (Р: капитуляция; И.: capitulation; surrender; T.: teslimiyet) и.
1. Һуғыш туҡтатылып, еңеүсе ҡуйған шартҡа риза булып, еңелгән яҡтың баш һалыуы. □ Капитуляция. Капитуляция яһау. Капитуляция акты. ■ Капитуляция һуҙе һуғыштың бөтөуе тигәнде ацлатырға, Гитлер Германияһының юҡ ителеуе тураһында бөтә донъяға хәбәр итергә тейеш ине. Картотека фондынан.
2. кусм. Үҙеңдең еңелеүеңде, хаҡһыҙлығыңды таныу, сигенеү. □ Капитуляция (отступление, отход).
КАПИТУЛЯЦИЯЛАУ (капитуляцияла-) (Р: капитулировать; И.: capitulate, surrender; T.: teslim olmak) ҡ.
Капитуляция яһарға мәжбүр булыу, капитуляция яһау. □ Капитулировать. Капи-туляциялау актына ҡул ҡуйыу.
КАПОНИР [рус. < фр.] (Р: капонир; И.: caponier; T.: koruyucu tesis) и.
1. хәрби. Ике ҡапма-ҡаршы яҡҡа ла ут асырға мөмкинлек биргән ҡурғауыл ҡоролма. □ Капонир.
2. авиа. Аэродромдағы самолёттарҙы ҡурғау өсөн ышыҡлағыс. □ Капонир.
КАПОТ [рус. < фр. capote] (Р: капот; И.: hood, bonnet; T.: kapot) и.
1. тех. Төрлө механизмдарҙы саң-туҙандан, һыуҙан һаҡлау өсөн ҡулланылған асылмалы ҡаплауыс. □ Капот. Автомобиль капоты. Самолёт капоты. ■ Радиатор һәм мотор яҡшылап йылы капот менән ҡапланған булһа, улар һыуынмайҙар, машинаны бик тиҙ эшләтә алыу мөмкинлеге тыуа. Картотека фондынан. Өстаған ҡабат баҫыу ҡапҡаһын утеп, бригадир өйрәткән ергә барып еткәндә, Боғаҙ Бәҙәмша тигәндәре, башын трактор капоты аҫтына тығып, нимәлер соҡсона ине. И. Солтанов. Илғужа куп уйлап торманы, капот өҫтөнә ташланды. Д. Бүләков.
2. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың халат һымағыраҡ киң өҫ кейеме. □ Капот.
КАПОТАЖ [рус. < фр.] (Р: капотаж; И.: nose over; T: burnu üzerine çakılmak) u. тех.
Аварияның бер төрө: самолёттың һауаға осоу йәки һауанан төшөү ваҡытында алға табан баш түбән әйләнеүе. □ Капотаж (вид аварии самолёта). Капотаждан сығыу.
КАППЫ [рус.] (Р: каппы; И.: sealed end; T.: kapak) и. мед.
Ортодонтик дауалау ваҡытында (теш торошон уҙгәртеу, яңаҡ һыныҡтарын нығытыу) тешкә кейҙереү өсөн тутыҡмай торған металдан йәки полимерҙан эшләнгән ҡалпаҡ. □ Каппы.
371