КАПРАЛ
КАПРАЛ [рус. < фр. caporal] (Р.: капрал; И.: corporal; T.: onbaşı) и. хәрби.
XVII—XIX быуаттарҙа рус ғәскәрендә һәм әлеге көндәрҙә ҡайһы бер сит ил ғәскәрҙәрендә иң кесе командир дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Капрал. / Капральский. Капрал погондары. ■ Һуңынан комиссарҙы дошманға биргән хыянатсының Пильсудский бандаһының элекке капралы булыуы беленде. Яр. Вәлиев.
КАПРИЗ [рус. < фр. caprice] (Р.: каприз; И.: caprice; T.: kapris) и.
Холоҡһоҙлоҡ, көйһөҙлөк, үҙһүҙлелек, еңмешлек. □ Каприз. / Капризный. Бала капризы. И Байғужа уның [Буранбайҙың] капризына ҡараманы, аяғынан һөйрәп тор-ғоҙҙо. Д. Юлтый.
КАПРИЧЧИО [рус. < ит. capriccio ‘каприз’] (Р: каприччио; И.: capriccio; T.: serbest biçimde parça) и. муз.
Ирекле формала, үҙенсәлекле һәм киҫкен боролоштар менән яҙылған музыкаль әҫәр. □ Каприччио (род музыкальных произведений). Каприччио башҡарыу. Итальян каприччиоһы.
КАПРОН [рус.] (Р: капрон; И.: kapron; Т.: kapron) и.
1. Синтетик еп төрө. □ Капрон (искусственное волокно). / Капроновый. Нәҙек капрон. Капрон ау. Капрон бау. Капрон еп.
2. Шул ептән эшләнгән туҡыма. □ Капрон (ткань из волокна). / Капроновый. Аҡ капрон. Капрон кулдәк. Капрон ойоҡ. И Бик ҡупшы кейенеп йөрөргә ярата, хатта ул [Зөбәржәт] эшкә лә яҡшы кулдәк, туфли кейеп, сәскәле капрон яулыҡ бәйләп килә. Н. Мусин.
3. һөйл. Шул ептән бәйләнгән ойоҡ.
□ Капрон (чулки). Капрон кейеу. ■ Ул [Таңсулпан] сәсен ыҡсым кун курткаһының тышына сығарған, эре куҙәнәкле ҡара капрон менән еңел туфли кейгән. Н. Мусин.
КАПРОНЛЫ (Р: капроновый; И.: kapron; Т.: kapron) с.
Капрон ҡатнашҡан, капроны булған.
□ Капроновый. Капронлы туҡыма. Капронлы еп. Капронлы ойоҡ.
КАПСУЛА [рус. < лат. capsula ‘бәләкәй ҡап’] (Р: капсула; И.: capsule; T.: kapsül) и.
1. мед. Эсенә дарыу һалып ҡуша йотоу өсөн желатиндан һ. б. матдәнән яһалған еңел ирей торған көп. □ Капсула (оболочка лекарства). Капсуланы һыу менән йотоу. Дарыулы капсула.
2. анат. ҡар. көп 2.
3. тех. Герметик ябылған һауыт рәүешендәге нәмә. □ Капсула (герметическое вместилище). Катапультланған капсула.
КАПСЮЛЬ [рус. < лат. capsula] (Р: капсюль; И.: percussion сар; T.: kapsol) и.
Патрон, туп, мина эсендәге шартлатҡысты тоҡандырыусы матдәле ҡалпаҡса. □ Капсюль. Патрон капсюле. Снаряд капсюле. ■ Әсәһе сығып китеуе булған, Әсләм атаһының ҡороулы мылтығынан бер патрон алып, ҡаҙаҡ менән капсюленә һуҡҡан. Патрон шартлаған. Картотека фондынан. Уларҙа [балаларҙа] һаман балалыҡ, төрлө уйынсыҡтар менән мауығыусанлыҡ бар: кеҫәләрендә әллә ни тиклем патрон, обоймалар, снаряд баштары, бомба капсюлдәре йөрөтәләр. Д. Юлтый.
КАПТАЖ [рус. < фр. captage] (Р: каптаж; И.: captation, capping; T.: toplama) и. тех.
Ер аҫты һыуын, нефтте, газды сығарыу эштәрендә торба менән бетон ҡойонан торған махсус ҡоролма. □ Каптаж. / Каптажный. Каптаж ҡойоһо.
КАПТАЖЛАУ (каптажла-) (Р: каптировать; И.: capture; T.: toplamak) ҡ.
Каптаж ҡуйыу. □ Каптировать, производить каптаж. / Каптирование. Шишмәне каптажлау. Каптажлау эшен башҡарыу.
КАПТЕНАРМУС [рус. < фр. capi-taine d’armes] (Р.: каптенармус; И.: quartermaster^.: levazım subayı) и. хәрби.
Ғәскәрҙә аҙыҡ, кейем-һалым, ҡорал менән тәьмин итеү һәм уларҙы һаҡлау эшен башҡарыусы кеше. □ Каптенармус. Каптенармус булып хеҙмәт итеу. ■ Алынған нәмәләрҙе яҙып тороу өсөн шул уҡ йортта йәшәусе каптенармусты саҡырып сығарҙылар. И. Насыри.
КАПТЁРКА [рус.] (Р: каптёрка; И.: depot, store room; T.: deppoy) и.
372