KAPAT
1. Хәрби частарҙа кейем-һалым, ҡорал һәм башҡа нәмәләрҙе һаҡлау урыны. □ Каптёрка. Каптёрканан ҡорал алыу.
2. Эшселәрҙең йылыныу, ял итеү урыны.
□ Каптёрка.
КАПЮШОН [рус. < лат. сарра ‘баш кейеме’] (Р.: капюшон; И.: hood; T.: gabin, kapüşon) и.
Кейем яғаһына ҡуша беркетелгән баш кейеме; башлыҡ. □ Капюшон. Плащ капюшоны. Капюшонды күтәреү. ■ Егеттәр плащтарының капюшондарын күтәреп, ҡыуышты нығытырға тотондолар. Ф. Лоҡманов.
КАРАБИН [рус. < фр. carabine] (Р: карабин; И.: carabine; T.: filinta, karabina) и.
1. Ҡыҫҡа кәбәкле винтовка төрө. □ Карабин (род винтовки). Карабиндан атыу. ■ Ибрай оҙаҡ уйлап торманы, урамда ятҡан казак эргәһенә йүгереп барҙы, уның карабинын алды, ҡылысын елкә аша кейҙе. А. Таһиров. Тәҡбиров карабинын яурынынан алып, Гөлсөмгә һондо. Н. Мусин.
2. Механик эләктергес, ҡыҫтырғыс.
□ Карабин (зажим, зацепка). Карабин менән эләктереү. Тимер карабин.
КАРАБИНСЫ (Р: карабинёр; И.: саг(а) bineer; T: karabinah asker) и.
Карабин менән ҡоралланған һалдат.
□ Карабинёр. Карабинсы булыу.
КАРАКАТИЦА [рус.] (Р: каракатица; И.: cuttlefish; T: supya) и. зоол.
Хәүефле ваҡытта һыуға көрән буяу сығарып йәшенә торған ҡыҫҡа һәрмәүесле диңгеҙ әкәм-төкәме. □ Каракатица (морской моллюск) (лат. Sepia арата).
КАРАКҮЛ и. ҡар. ҡаракүл.
КАРАМЕЛЬ [рус. < фр. caramel] (Р: карамель; И.: caramel; T: kavrulmuş şeker, karamela) и.
1. Эсе баллы ҡаты кәнфит. □ Карамель. Сейә карамеле. Карамель һурыу.
2. Көйҙөрөлгән шәкәр. □ Карамель.
КАРАНДАС [рус.] и. ҡар. кырандас.
КАРАННАЙ и. зоол. диал. ҡар. үгеҙ-балыҡ.
КАРАНТИН [рус. < фр. quarantaine] (Р: карантин; И.: quarantine; Т: карантин) и.
1. Киҙеү ауырыуҙары таралмаһын өсөн, сирлеләрҙе һәм улар менән аралашыусыларҙы ваҡытлыса айырыу сараһы. □ Карантин (временная изоляция больных). / Карантинный. Бешмә карантины. Карантин ваҡыты. Карантинда тотоу. Карантин иғлан итеү. ■ Бешмәгә ҡаршы ашығыс рәүештә карантин иғлан ителә, уны бөтөрөү саралары күрелә. Ф. Ғиләжев. [Кәләмдир:] Ғәфү итегеҙ... Иптәштәр, ауылда карантин иғлан ителде. Бер кемде индермәҫкә, бер кемде сығармаҫҡа! Ә. Мирзаһитов.
2. Киҙеү таралған ерҙән килгән кеше һәм нәмәләрҙе тикшереү урыны. □ Карантин (санитарный пункт). / Карантинный. Карантинда тороу. ■ Самара станцияһының ветеринария хеҙмәте уны [Таһир ҙы] карантинда ҡалдырҙы, .. иң күбе аҙна-ун көнгә тотҡарланыр. Й. Солтанов.
КАРАОКЕ [рус. < япон. kara ‘буш’ + ökesutora ‘оркестр’] (Р.: караоке; И.: karaoke; Т: karaoke) и.
1. Музыкаль фонограммаға һәм йырҙың һүҙҙәре менән субтитрҙар бирелгән видео-клипҡа популяр йырҙарҙы башҡарыу. □ Караоке.
2. Шул рәүешле йырҙар башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән электрон музыкаль ҡулайлама. □ Караоке.
КАРАП [рус.] (Р.: корабль; И.: ship; T.: gemi) и.
1. Диңгеҙҙә йөҙә торған ҙур судно. □ Корабль (крупное морское судно). Сауҙа карабы. Пассажирҙар карабы. Йөк карабы.
■ Тулҡындарҙы яра-яра карап йөҙә Балтик буйлата. Ә. Вәли. Төндәрен диңгеҙҙә барғанда, караптың нәҡ артында, винт аҫтынан ҡайнап урғылған һыуҙың өҫтө күҙ күреме офоҡҡаса һыҙатланып ҡыҙыл нурға мансыла. Й. Солтанов. Ҙур диңгеҙҙә ҙур караптар йөҙөргә тейеш. Д. Бүләков.
2. Ҡеүәтле осоу аппараты. □ Корабль (летательный аппарат). Космос карабы.
■ Космосты өйрәнеү өсөн осороп ебәрелгән караптар һәм спутниктар төндәрен асыҡ күренә. Ф. Мәҡсүтов.
КАРАТ [рус. < ит. carato] (Р: карат; И.: carat; T.: kırat) и.
373