Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 374


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАРАТЭ
1. Аҫыл таштарҙың ауырлығын үлсәү берәмеге. □ Карат. Ике каратлы алмас ташы.
2. Иретмәлә алтын миҡдары. □ Карат.
КАРАТЭ [рус. < япон. karate ‘буш ҡул’] (Р.: каратэ; И.: karate; T.: karate) и.
Үҙ-үҙеңде ҡоралһыҙ һаҡлау көрәш төрө. □ Каратэ. Каратэ секцияһына йөрөу. Каратэ ярышында ҡатнашыу.
КАРАУАТ [рус.] (Р.: кровать; И.: bed; T.: yatak) и.
Оҙон рамға тояҡтар беркетелеп эшләнгән, өҫтөнә түшәк, япма һалып йоҡлау йыһазы. □ Кровать. Ағас карауат. Тимер карауат. Йыймалы карауат. Ике яруслы карауат. Балалар карауаты. Ике кешелек карауат. ■ Тәнзилә әбей аяҡтарын сисеп ташланы ла ишек төбөндә торған ағас карауатҡа менеп ятты. М. Тажи. Сәлимә йөҙө менән аҡ одеял ҡапланған карауатҡа ауҙы. Ғ. Хәйри.
КАРАУАТ АЯҒЫ (Р: кружева; И.: laces; T: dantel) и. диал.
Карауат япмаһы аҫтынан ҡуйылған селтәр. □ Кроватные кружева, прикрывающие пространство от покрывала до пола.
КАРБАМИД [рус. <лат. carbo ‘күмер’] (Р: карбамид; И.: carbamide; T: karbamit) и. махе.
Тере йәнлектәр организмында, шул иҫәптән кешелә лә, аҡһым алмашыныуынан барлыҡҡа килгән азотлы кристаллик матдә (тәу тапҡыр бәуелдә табыла). □ Карбамид. Карбамид ыҫмалаһы. Карбамид менән ашлау.
КАРБИД [рус. < лат. carbo ‘күмер’ + гр. cidos ‘төҫ’] (Р: карбид; И.: carbide; T: karbit) и. хим.
Металл йәки металлоид менән углерод берләшмәһе. □ Карбид. Кальций карбиды. Тимер карбиды. Карбид лампаһы.
КАРБОЛКА [рус.] и. һөйл. ҡар. карбол һабыны.
КАРБОЛ КИСЛОТАҺЫ [рус. < лат. carbo ‘күмер’ + oleum ‘май’] (Р: карболовая кислота; И.: carbolic acid; T: asit fenik) и. мед.
Дезинфекция яһау өсөн ҡулланылған әсе шыйыҡса. □ Карболовая кислота; фенол.
КАРБОЛ ҺАБЫНЫ (Р: карболовое мыло; И.: carbol soap; T: fenol sabunu) и.
Карбол кислотаһы ҡушылған һабын. □ Карболовое мыло.
КАРБОН [рус. < лат. carbo (carbonis) ‘күмер’] (Р: карбон; И.: carbon; T: karbon) и. геол.
Таш күмер дәүере (таш кумер ятҡылыҡтары барлыҡҡа килгән осор). □ Карбон; каменноугольный период, каменноугольная система. Тубәнге карбон. Юғарғы карбон. ■ Арлан, Саҡмағош райондарында иһә нефть карбон ҡатламдарыныц ҡомташтарында һәм эзбизташтарында урынлашҡан. Картотека фондынан. Ер аҫты байлыҡтарын эҙләуселәрҙец куп көс һалыуы арҡаһында 1937 йылдың 10майында Туймазы тирәһендә аҫҡы карбондың кумерле ҡатламынан нефть табылды. Интернет селтәренән.
КАРБОНАД [рус. < фр. carbonade] (Р: карбонад; И.: carbonade; T: kavrulmuş domuz eti) и.
һарымһаҡ һәм башҡа тәмләткестәр менән ҡыҙҙырылған һөйәкһеҙ сусҡа ите. □ Карбонад.
КАРБОНАТ [рус. <лат. carbo (carbonis) ‘күмер’] (Р: карбонат; И.: carbonate; T: fah-miyet, karbonat) и.
1. хим. Күмер кислотаһының урта тоҙҙары (сода, поташ һ. б.). □ Карбонат (соль углекислоты). / Кэрбонэхнъш. Натрий карбонаты.
2. хим., геол. Металдар менән күмер кислотаһы ҡушылып барлыҡҡа килгән минералдарҙың атамаһы. □ Карбонат (углекислотные минералы). / Карбонатный. Тәбиғи карбонаттар.
КАРБОНАТЛЫ (Р: карбонатный; И.: carbonate; T: karbonat) с. махс.
Составында карбонат булған. □ Карбонатный. Карбонатлы тупраҡ. Карбонатлы тоҡомдар. И Кусмә урман-дала зонаһында урыны-урыны менән уңдырышлы ҡара тупраҡ һәм карбонатлы тупраҡ осрай. «Башҡортостан», 12 октябрь 2009.
КАРБОНЛАУ (карбонла-) (Р: карбонизировать; И.: carbonate; T.: karbonatlamak) ҡ. махс.
374