Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 375


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАРДИОГРАФИЯ
Иретмәләрҙе, шыйыҡсаларҙы углекислый газ менән эшкәртеү. □ Карбонизировать. // Карбонизация.
КАРБОРУНД [рус. < лат.] (Р.: карборунд; И.: carborundum; T.: zımpara, korindon) и. махе.
Кремний менән углерод берләшмәһе, бик ҡаты матдә (утҡа сыҙамлы нәмәләр яһау, тау тоҡомдарын быраулау, ҡайрау өсөн ҡулланыла)', кремний карбиды. □ Карборунд. Карборундтан яһалған бырау.
КАРБОФОС [рус.] (Р.: карбофос; И.: malathion; T.: tarımsal alanda insektisid olarak kullanılan organik bir fosfor bileşiği) u. eem.
Зарарлы бөжәктәрҙе ағыулау өсөн ҡулланылған препарат. □ Карбофос. Карбофос менән эшкәртеу.
КАРБУЗ и. диал. ҡар. ҡарбуз.
КАРБУНКУЛ [рус. < лат. carbunculum "бәләкәй күмер’] и. ҡар. ҡуш сиҡан.
КАРБЮРАТОР [рус. < фр. carburateur} (Р: карбюратор; И.: carburet(t)or; T.: karbüratör) и.
Эске яныулы двигателдәрҙә шыйыҡ яғыулыҡ менән һауанан яныусан ҡушылма барлыҡҡа килтерә торған яйланма. □ Карбюратор. / Карбюраторный. Карбюраторҙы таҙартыу. Карбюратор заводы. ■ Боҙоҡ карбюратор — яғыулыҡ-майлау материалдарын артыҡ тотоноуҙың сәбәбе булыуын онотмағыҙ. «Башҡортостан», 18 август 2010. [Сергей:] Эштән сыҡҡан карбюраторҙы ғына йыйып эшкә яратҡанда ла, ғорурланып ҡуяһыц. Ә ул карбюратор тугел — кеше. И. Абдуллин.
КАРБЮРАТОРЛЫ (Р: карбюраторный; И.: carburetor, carburettor; T.: karbüratörlü) с.
Карбюраторы булған, карбюратор менән эшләгән. □ Карбюраторный. Карбюраторлы двигатель.
КАРДАН [рус. < ит. Cardano "итальян математигы Дж. Кардано фамилияһынан’] (Р: кардан; И.: cardan; T.: kardan) и. тех.
Үҙәктәре тап килмәгән осраҡта бер күсәрҙең әйләнеү хәрәкәтен икенсе күсәргә уҙғарыу механизмы йәки шул механизмдың күсәре. □ Кардан. / Карданный. Кардан
кусәре. ■ Кардандыц прокладкаһын алмаштырырға кәрәк. Н. Мусин.
КАРДИНАЛ I [рус. < лат. cardinalis "баш’, ‘төп’] (Р: кардинал; И.: cardinal; T.: kardinal) и. дини.
Католиктар сиркәүендә папанан һуң иң юғары рухани дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Кардинал (духовное лицо).
КАРДИНАЛ II [рус. < лат.] (Р: кардинал; И.: cardinal; T.: Kardinal lorisi) и. зоол.
Америка ҡитғаһында таралған һайраусы ҡош. □ Кардинал (певчая птица) (лат. Cardinalis).
КАРДИНАЛЬ [рус. < лат. cardinalis "баш, төп’] (Р: кардинальный; И.: cardinal; T.: esaslı) с. кит.
Үтә мөһим, иң әһәмиәтле. □ Кардинальный. Кардиналь мәсьәлә. Кардиналь уҙгәрештәр. Кардиналь сара ҡулланыу.
КАРДИО- (Р: кардио-; И.: cardio-; Т.: kardiyo-)
Ҡушма һүҙҙәр составында «йөрәк» мәғәнәһендәге һүҙ (мәҫәлән, кардиология, кардиолиз, кардионевролог). □ Кардио- (первая часть составных слов, обозначающих отнесённость к сердцу человека).
КАРДИОГРАММА [рус. < гр. kardia "йөрәк’ + gramma "хәреф’] (Р: кардиограмма; И.: cardiogram; T.: kardiyogram) и. мед.
Махсус ҡорамал аша яҙып алынған, йөрәк тибешен күрһәткән һыҙма. □ Кардиограмма. Кардиограмма тикшереу. Кардиограмма төшөрөу.
КАРДИОГРАФ [рус. < гр. kardia "йөрәк’ + grapho "яҙыу’] (Р: кардиограф; И.: cardiograph; T.: kardiyograf) и. мед.
Йөрәк тибешен теркәүсе прибор; физиологик тикшереүҙәрҙә ҡулланыла. □ Кардиограф. Яңы кардиограф ҡуйыу. Ультра тауыш кардиографы.
КАРДИОГРАФИЯ [рус. < гр. kardia ‘йөрәк’ + grapho ‘яҙыу’] (Р: кардиография; И.: cardiography; T.: kardiyografi) и. мед.
1. Йөрәк эшсәнлеген график һүрәткә ҡарап өйрәнеү. □ Кардиография (раздел медицины). / Кардиографический. Кардиография буйынса белемде камиллаштырыу.
375