Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 377


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАРСТ
КАРИКАТУРАЛАШТЫРЫУ (карика-туралаштыр-) (Р.: нарисовать карикатуру; И.: draw a cartoon; T: karikatürleştirmek) и.
Кире сифаттарҙы сатирик йәки юмористик характерҙа тасуирлау. □ Нарисовать карикатуру, создать карикатуру. Образды ка-рикатуралаштырыу.
КАРИКАТУРСЫ (Р.: карикатурист; И.: caricaturist; cartoonist;T.: karikatürcü) и.
Карикатура яһаусы рәссам. □ Карикатурист. Оҫта карикатурсы.
КАРИКАТУРСЫЛЫҠ (карикатурсы-лығы) (Р: занятие карикатурой; И.: cartoonist business; T.: karikatürcülük) и.
1. Карикатуралар төшөрөү шөғөлө, эше. □ Занятие карикатурой, карикатура. Карикатурсылым менән мауығыу.
2. Сәнғәттә карикатуралаштырыу күренеше. □ Карикатура (в искусстве).
КАРКАС [рус. < ит. carcassa] (Р: каркас; И.: frame(work); T.: iskelet, karkas) и.
Берәй ҡоролманың, бинаның һ. б. металдан, тимер-бетондан йәки ағастан эшләнгән һөлдәһе. □ Каркас. / Каркасный. Мунсаның каркасы. Караптың каркасы. Тимер-бетон каркас. Ағас каркас.
КАРЛИК [рус.] и. ҡар. кәрлә.
КАРМА [рус. < санскр. karma ‘ғәмәл’] (Р: карма; И.: karma; T.: karma) и.
1. Индуизм һәм буддизмда: үткәндә башҡарылған бөтә ғәмәлдәр өсөн ғәҙел түләү принцибы; хәҙерге тормош һәм киләсәк тыуыу уға ярашлы билдәләнелә. □ Карма. / Кармический. Карма законы.
2. Яҙмыш, тәҡдир. □ Карма. / Кармический. Үҙеңдең кармаңа буйһоноу.
КАРМАЗИН [ғәр. <5>j3] (Р: кармазин; И.: crimson; T.: koyu kırmızı dokuma) и.
Бурлат ҡыҙыл төҫтәге буҫтау. □ Кармазин. / Кармазиновый, кармазинный. Кармазиндан тегеу. Кармазин бишмәт. Кармазин яға. ■ Кармазинҡай яға, ай, кук сәкмән, килбәтһеҙ ҙә иргә килешмәй. Халыҡ йырынан.
КАРМАНАЙ [рус. карманный] и. диал. ҡар. ҡулъяулыҡ.
КАРМАНЙЫЛ и. диал. ҡар. кармазин.
КАРНАВАЛ [рус. < фр. camaval] (Р: карнавал; И.: carnival; T.: karnaval) и.
1. Ҡайһы бер Европа һәм Латин Аме-рикаһы илдәрендә үткәрелә торған яҙғы байрам. □ Карнавал (праздник). / Карнавальный. Бразилия карнавалы. Карнавалда ҡатнашыу.
2. Күмәк халыҡтың уйын-көлкө, маскарад менән күңел асыуы. □ Карнавал (народное гулянье). / Карнавальный. Яңы йыл карнавалы. Карнавал кейеме. ■ Ушаков баҡсаһындағы лоунтеннис майҙансығы катокҡа әйләндерелгән, унда ҡала байҙарының малайҙары һәм ҡыҙҙары Яңы йыл карнавалы уҙғаралар. X. Мохтар.
КАРОТАЖ [рус. < фр. carottage] (Р: каротаж; И.: logging; T.: geofizik inceleme) и. геол.
Бур тишеп үткән скважиналағы геологик тоҡомдарҙы геофизик яҡтан тикшереү. □ Каротаж. Каротаж яһау. Каротаж һөҙөмтәләре.
КАРОТАЖСЫ (Р: каротажник; И.: logger; Т.: geofizik inceleme uzmanı) и. геол.
Каротаж буйынса белгес. □ Каротажник. Тәжрибәле каротажсы.
КАРОТЕЛЬ [рус. < лат. carota ‘кишер’] (Р: каротель; И.: carrot; T.: havuç) и. бот.
Ҡыҫҡа йомро формалы кишер сорты. □ Каротель (лат. Carota). Каротель сортын ултыртыу.
КАРОТИН [рус. < лат. carota ‘кишер’] (Р: каротин; И.: carotene, carotin; T.: karoten) и.
Йомортҡа һарыһында, һөттә һәм ҡайһы бер үҫемлектәр күҙәнәгендә була торған ка-ротиноидтар төркөмөнә ҡараған ҡыҙғылт һары пигмент, организмға аҙыҡ менән инеп, А витаминына әйләнә. □ Каротин. Каротинға бай йәшелсәләр. ■ Билдәле булыуынса, каротин малдың тиҙ уҫеуенә ярҙам итә. Интернет селтәренән.
КАРОТИНЕМИЯ [рус.] (Р: каротине-мия; И.: carotenemia; T.: karotenemi) и. мед.
Ҡанда каротиндың артыҡ булыуы. □ Ка-ротинемия.
КАРП [рус.] и. зоол. ҡар. һаҙан.
КАРСТ [рус. < нем. Karst ‘урын исеме’] (Р: карст; И.: karst; Т.: karst) и. геол.
Тау тоҡомдарының һыуға иреп, мәмерйә, ҡыуышлыҡ, соҡор яһалыуы менән бәйле
377