КАРТ
күренештәр. □ Карст. / Карстовый. Балсыҡлы карст. Карст ҡатламы. Карст мәмерйәһе. И Мәмерйә уҙе лә ана шул тау йылғаһының, бик куп миллион йылдар буйынса карст тоҡомдарын иретә-иретә, уҙе өсөн яһаған юлдарынан барлыҡҡа килгән. Ғ. Ибраһимов. Ләкин был ерҙәрҙәге кулдәр аҫтындағы эзбизташ тоҡомдарында карст мәмерйәләре йыш осрай. Д. Бураҡаев.
КАРТ [рус. < ингл. cart "арба’] (Р.: карт; И.: cart; T.: ufak yarış arabası) и. спорт.
Мотоцикл двигателе ҡуйылған, кузовһыҙ кескәй уҙыш машинаһы. □ Карт. Картта ярышыу. Картта йөрөу.
КАРТА [рус. < фр. carte] (Р.: карта; И.: шар; T.: harita) и.
1. Бөтә Ер йөҙөнөң йәки уның өлөшөнөң, ниндәйҙер үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, бәләкәйләтеп эшләнгән һүрәтләнеше.
□ Карта (чертёж земной поверхности). География карталары. Топография картаһы. Физик карта. Контур картаһы. Сәйәси карта. Синоптик карта. Этнографик карта. Ҡоштарҙың миграция картаһы. Ҡаҙылма байлыҡтар картаһы. Үҫемлектәр картаһы. ■ Комиссар картаһын асты. Ары барыу мөмкин тугел. Ориентировка юҡ, белмәгән юл, төн ҡараңғы, картанан ҡарап булмай. С. Әлибаев. «Ярай, ағай, мин китәм. Әсәйем-де ҡайтып курәйем инде», — тине Ғиндулла, кулдәк аҫтына йәшергән тыуған ерҙәр картаһын йөрәге менән тойоуҙан елкенеп. Й. Солтанов. Картанан ҡарап ҡына белгән яҡтарға иҫәуәнләнеп сығып киткәйнем, бына хәҙер йылдан ашыу Төньяҡ боҙло океан яры буйында йәшәп ятам. Н. Мусин.
2. астр. Күк йөҙөн сағылдырған һыҙма.
□ Карта (чертёж звёздного неба). Астрономик карта. Йондоҙҙар картаһы.
3. Белгес тарафынан төрлө мәғлүмәт яҙыу өсөн графаларға бүленгән ҡағыҙ.
□ Карта (разграфлённый лист бумаги). Амбулатория картаһы. Шифахана картаһы. Технология картаһы. Санитария куҙәтеу картаһы.
КАРТ-БЛАНШ [рус. < ингл. carte blanche 'аҡ бланк’] (Р: карт-бланш; И.: carte blanche; T.: açık kart) и.
1. юр. Бер кеше тарафынан икенсе кешегә тексын үҙенсә тултырыу хоҡуғы менән ҡул ҡуйып бирелгән таҙа бланк. □ Карт-бланш (чистый подписанный бланк). Карт-бланш биреу.
2. кусм. Ышаныусының ышанылған кешегә сикләнмәгән вәкәләттәр, эш итеүгә тулы ирек биреү документы. □ Карт-бланш (неограниченные полномочия).
КАРТВЕЛ (Р: картвели; И.: Georgian; T.: Gürcü) и. этн.
1. Грузиндарҙың ерле атамаһы. □ Картвели. Картвел телдәре. Картвел халҡы.
2. Киң мәғәнәлә: Кавказ аръяғы халыҡтары төркөмө (грузин, лаз, мингрел һәм сван халыҡтары). □ Картвели.
КАРТЕЛЬ [рус. < фр. cartel] (Р: картель; И.: cartel; T.: kartel) и.
Сәнәғәт, банк ойошмаларының килешеү нигеҙендә берләшеүе. □ Картель. Картелдәр берләшмәһе. Нефть картеле. Эре картель.
КАРТЕР [рус. < ингл. carter] (Р: картер; И.: casing, receptacle; T.: karter) и. махе.
Двигателдең механизмдарын зарарланыуҙан, саңдан һаҡлау өсөн яһалған ҡоролма. □ Картер. Картерға май һалыу.
■ Трактор көйһөҙләнеп йонсотто. Тәуҙә ҡабынмайынса йөҙәтте, унан картерҙан май ағып маҙаға тейҙе. Ғ. Лоҡманов.
КАРТЕЧЬ [рус. < гол. kartecza] (Р: картечь; И.: case shot, grape shot; T.: misket) и.
1. Яҡын араға атыу өсөн эсенә йомро пулялар тултырылған снаряд. □ Картечь, снаряд. Картечь тубы. Ш Казак туптары ике яҡтан Оренбург пехотаһына картечь менән ата башланылар. Картотека фондынан.
2. Һунар мылтығының ҙур йәҙрәһе. □ Картечь, пуля. Картечь менән яһау.
■ Сергей Васильевич мылтыҡ алып килде, уны картечь яһауы менән ҡорҙо һәм, резина итеге менән һыуға кереп, суртанға төбәп атып ебәрҙе. Д. Бураҡаев.
КАРТИНА [рус ] и.
1. ҡар. һүрәт.
2. һөйл. ҡар. кинофильм.
3. кусм. Күҙ алдындағы күренеш. □ Картина, видение. К Исмәғил ошо куңелле йәшлек
378