КАРТОЧКА СИСТЕМАҺЫ
дәүеренең матур картиналарын, буласаҡ һылыу еңгәһен дә куҙ алдына килтереп, үҙҙәренең ҡапҡаһына ингән саҡта, оло юлдан сабып төшөп килгән пар туры ат уның иғтибарын алды. Һ. Дәүләтшина.
4. Драматик әҫәр бүлексәһе; күренеш.
□ Картина (часть драматического произведения). «Башҡорт туйы» спектакленең икенсе шаршауының беренсе картинаһы.
КАРТИНГ [рус. < ингл. carting] (Р.: картинг; И.: carting; Т.: karting) и. спорт.
1. Карт машиналарында уҙыш ярышы.
□ Картинг. Картингта сығыш яһау. Картинг буйынса донъя чемпионаты.
2. Карт машиналарында уҙғарылған ярыш урыны. □ Место для проведения соревнований по картингу.
КАРТОГРАММА [рус.] (Р: картограмма; И.: cartogram; T.: harita türü) и.
График юл менән (штрихтар, төҫ ҡулланып) биләмәләр буйынса ниндәйҙер статистик мәғлүмәттәр төшөрөлгән карта.
□ Картограмма. Халыҡтың тығыҙлыҡ картограммаһы. Агрохимия картограммаһы. Ер эштәре картограммаһы.
КАРТОГРАФ [рус.] (Р: картограф; И.: cartographer; T.: haritacı) и.
Карта төшөрөү белгесе. □ Картограф. Тәжрибәле картограф.
КАРТОГРАФИК (Р: картографический; И.: cartographic; T.: haritacılık) с.
1. Картография өсөн, картографияға бәйләнешле. □ Картографический. Картографик экспедиция. Картографик тамғалар.
2. Географик карталар эшләп сығарыу менән шөғөлләнә торған. □ Картографический. Картографик фабрика.
КАРТОГРАФИЯ [рус. < гр.] (Р: картография; И.: cartography; T.: haritacılık) и.
Географик карталар төҙөү эше һәм шул туралағы фән. □ Картография. / Картографический. Картография тамғалары. Картография фабрикаһы.
КАРТОН [рус. < фр. carton] и. ҡар. ҡатырға.
КАРТОТЕКА [рус. < гр. theke ‘йәшник’] (Р: картотека; И.: card index; T.: kartotek) и.
1. Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәттәрҙе эсенә алған карточкаларҙың билдәле бер тәртиптәге йыйылмаһы. □ Картотека (свод карточек). Китапхана картотекаһы. Яңы килгән китаптар картотекаһы. Картотека шкафы. ■ Зөһрә бөгөн .. китапхана китаптарын рәткә килтерергә, картотека кеуек нәмәләрҙе тултырып ҡуйырға тип ҡалғайны. Н. Мусин.
2. йыйн. Шул карточкаларҙы һаҡлай торған тартмалар. □ Картотека (ящики для карточек).
КАРТОЧКА [рус.] (Р: карточка; И.: card; T.: kart) и.
1. Ниндәйҙер мәғлүмәт яҙыу өсөн дүрт мөйөшлө итеп киҫелгән ҡатырға киҫәге.
□ Карточка (для занесения каких-л. сведений, данных). Иҫәп карточкаһы. Карточкаға яҙыу. ■ Әҫәрҙең телен өйрәнеу буйынса уҡыусыларға өйҙә карточкалар яҙып килергә биреп ҡайтарырға ла мөмкин. М. Ғималова. Үҙе өҫтәл артына барып ултырҙы ла ашығып ниндәйҙер бер ауырыуҙың карточкаһын тултырырға кереште. Д. Бүләков.
2. Йәмғиәттең иҡтисади үҫешенең көрсөккә терәлеп, аҙыҡ-түлек, әйберҙәргә норма ҡуйылғанда, уларҙы билдәле бер тәртиптә алыу өсөн талондарға бүленгән бланк.
□ Карточка (талоны). Аҙыҡ карточкаһы. Икмәк карточкаһы. ■ Беҙҙең, студенттарҙың, донъя тотҡаһы ине бит ул саҡтарҙа икмәк карточкаһы! Ф. Иҫәнғолов. Ә карточкаңды юғалтһаң йә алдан алып ашап бөтһәң, ауыҙыңды сәйгә элеп, тешеңдең һыуын һурып ултыраһың. Й. Солтанов.
3. һөйл. Фотография рәсеме; фото.
□ Карточка (фотокарточка). Карточкаға төшөү. ■ Альбомда Буранбайҙың карточкаларын Әлфиә гел уҙенең фотолары менән бер биткә ҡуйған. Ф. Әсәнов. [Атаһы:] Нәғимә, һин Аҡсәскәне матур итеп кейендереп ҡуй, мин ҡайтҡас, беҙ карточкаға төшөргә барырбыҙ, — тип сығып китте. Б. Бикбай.
КАРТОЧКА СИСТЕМАҺЫ (Р: карточная система; И.: food rationing; T.: kart sistemi) и.
379