КАРТРИДЖ
Аҙыҡ-түлекте, тауарҙы карточка менән биреү системаһы. □ Карточная система. Карточка системаһы индереу.
КАРТРИДЖ [рус. < ингл. cartridge ‘патрон’] (Р.: картридж; И.: cartridge; Т.: karma) и. тех.
Ниндәйҙер приборҙың эшендә ҡулланылған алыштырмалы контейнер, тотонола торған материалдар (магнит таҫма, фотоплёнка, ҡара һ. б.) менән кассета. □ Картридж. Принтерҙыц картриджи.
КАРТУЗ [рус. < гол. kardves] (Р: картуз; И.: сар; T.: kasket) и.
Көнҡағарлы (козырёклы), текә тирәсле ирҙәрҙең баш кейеме. □ Картуз. / Картузный. Картуз көнҡағары. ■ Лотфулланың ҡапыл ситкә һикергән башынан төшкән картузы тәгәрмәс аҫтында ҡалып иҙелде. Ф. Әсәнов. [Шафиҡ:] Бына мин шулай инемме ни, тип ҡаҡса битен һыпырҙы, картузын мацлайына батырыбыраҡ кейҙе. Я. Хамматов.
КАРТУН (Р: сторожка; И.: lodge; Т.: bekçi kulübesi, alacık) и.
Урман ҡарауылсыһы өйө. □ Сторожка, домик сторожа.
КАРТУПМӨР и. диал. ҡар. картуф алмаһы.
КАРТУФ [рус. < нем. Kartoffel] (Р: картофель; И.: potatoe; T.: patates) и.
1. Эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, тамырындағы йоморса, крахмаллы бүлбеләре ашау өсөн ҡулланылған баҡса үҫемлеге; бәрәңге. □ Картофель (огородное растение). / Картофельный. Картуф кумеу. Картуф сәсеу. Картуф сәскәһе. ■ Ауыл осондағы кәртәләнгән картуф баҡсаһын уткәс, йылға буйында уҫкән ағастар шәуләһе куренде. Я. Хамматов. Королоҡ йылды улар картуфтыц һәр төбөнә һыу ҡойоп уҫтерҙеләр. Т. Ғарипова. Әлеге урыҫ белештәргә барып төшкәс, кәртә артындағы картуф баҡсаларына куҙ һалдым. Ул замандарҙа беҙҙең яҡтарҙа картуф сәсеу булмағас, уның ҡайһылай уҫкәнен курге килгәндер инде. Н. Мусин.
2. Шул үҫемлектең ашарға яраҡлы бүлбеһе. □ Картофель (клубни растения).
Кыҙыл картуф, һары картуф. Эре картуф. Ярмалы картуф. Картуф бәлеше. Картуф бешереу. Картуф ҡурыу. ■ Хәбибуллин апаһы бешергән ярмалы картуфтың тәмен дә татып ҡарамай юлға сыҡты. X. Ғиләжев. «һәйбәт ҡурылған!» — тип баһа бирҙе Сергей, картуфты арыш икмәге менән ашарға тотоноп. И. Абдуллин. Мәҙинә, иртәнсәктән ҡалған бер сынаяҡ бурткән бойҙай һәм картуфты ҡабығы-ние менән ҡуша төйөп, игеҙәктәрҙең ауыҙына ҡаптыра башланы. Т. Ғарипова.
КАРТУФ АЛМАҺЫ (Р: плод картофеля; И.: potatoe fruit; T.: patates) и.
Картуф сәскәһенең бәләкәй генә алма рәүешендәге емеше. □ Плод картофеля.
КАРТУФ БАҘЫ и. диал. ҡар. мөгәрәп.
КАРТУФ ГӨЛ (Р: разновидность бегонии; И.: begonia; T.: bir cins begonya) и. бот. диал.
Умырзая кеүек күк төҫтә сәскә атҡан гөл. □ Разновидность бегонии.
КАРТУФЛЫҠ (картуфлығы) (Р: картофельное поле; И.: potatoe field; T.: patates tarlası) u.
Картуф баҡсаһы. □ Картофельное поле. ■ Картуф баҡсалары бер нисә саҡрым ситтә. Киселёвтарҙың да картуфлығы бар — ун сотый. Картотека фондынан. Зиннәт тышҡа атылды, картуфлыҡ аша Юшатыр буйына сапты. 3. Ураҡсин.
КАРТУФ ОНО (Р: картофельная мука; И.: potatoe flour; T.: patates unu) u.
1. Кипкән картуфты тартып яһаған крахмал. □ Картофельная мука.
2. һөйл. Картуф крахмалы. □ Картофельный крахмал.
КАРУАН [фарс. û’jjK] (Р: караван; И.: caravan; T.: kervan) и.
1. Йөк артып, аллы-артлы теҙелеп барған артмаҡлы хайуандар һәм кешеләр сафы. □ Караван. Дөйә каруаны. Каруан башлығы. Каруан менән юлға сығыу. Каруан юлы. ■ Тиҙ ук әлеге юл сатына йәнә бер ҙур каруан килеп туҡтаған. Әкиәттән. Арҡа өҫтәренән каруан килә, Бохаранан тугел Хи-уанан. Халыҡ йырынан. Бер офоҡто икенсегә бәйләп, сылбыр кеуек каруан һаҡ ҡына ырыҫ
380