Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 381


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАРЬЕРА
йөкләп, хәтер-уй артмаҡлап, утеп бара тауҙар артмаҡлап. Т. Ғәниева. • Эт өрөр, каруан йөрөр. Мәҡәл. Каруан кусер — ут ҡалыр, халыҡ кусер — йорт ҡалыр. Мәҡәл. Юл белгән каруанға ҡушылмаҫ. Мәҡәл.
2. кусм. Аллы-артлы теҙелеп барған ҡоштар төркөмө. □ Стая. Ҡоштар каруаны. Ҡаҙҙар каруаны.
3. кусм. Бер-бер артлы теҙелеп барған караптар, машиналар төркөмө. □ Караван (группа судов, машин). Караптар каруаны. Баржалар каруаны.
КАРУАНСЫ (Р.: караванщик; И.: caravanner; T.: kervancı) и.
Каруан менән барыусы кеше. □ Караванщик. ■ Бейек кенә тауҙың ай башынан каруансылар килә Хиуанан. Халыҡ йырынан. Каруансылар ҡабаланып дөйәләренә йөктәрен артмаҡлай. Н. Мусин. • Кулдең данын балыҡсы сығара, сулдең данын каруансы сығара. Мәҡәл.
КАРУАН СӘЙЕ (Р.: индийский чай; И.: Indian tea; T: Hint çayı) и. иҫк.
Көнсығыштан килтергән сәй; һинд сәйе. □ Индийский чай. Каруан сәйе һатып алыу. Каруан сәйе эсеу.
КАРУАН-ЬАРАЙ [фарс. (Р:
караван-сарай; И.: inn which accommodates caravans; T.: kervan saray) и.
Каруан һәм каруансылар туктай торған йорт. □ Караван-сарай. ■ Сәлимйән туҙмәне, йәшеренгән төйәгенән ҡубынып, ҡаса-боҫа, тигәндәй, Каруан-һарайға йунәлде. Й. Солтанов. Каруан-һарайҙың таш ҡойма менән әйләндерелеп алынған, ҡуйы сирень һәм башҡа эре ағастар менән тулған ҙур баҡсаһына барып бер аҙ йөрөгәс тә баҡсаның арғы башынан, япраҡтар араһынан, көҙгө ай һалҡын ғына кутәрелә башланы. Ғ. Хәйри. • Каруан кусһәлә, каруан-һарай — урынында. Мәҡәл.
КАРУСЕЛСЕ (Р: карусельщик; И.: merry-go-round operator; T: atlı karınca çalışanı) u.
Карусель әйләндереүсе, карусель хеҙмәткәре. □ Карусельщик. Паркта каруселсе булып эшләу.
КАРУСЕЛЬ [рус. < фр. carrousel] (Р: карусель; И.: merry-go-round; T.: atlı karınca, dolap) и.
1. Өҫтөнә аттар, кәмәләр һ. б. төрлө нәмә рәүешендәге ултырғыстар уратып ҡуйылған әйләнмәле түңәрәк ҡоролма. □ Карусель. / Карусельный. ■ Әйләнә карусель, әйләнә, карусель ҡоролған хәйләгә. М. Кәрим. Бигерәк тә балалар кинәнде: улар сәғәттәр буйына каруселдә әйләнделәр, бәуелсәктәрҙә бәу елделәр, уйынсыҡ самолёттарға ултырып остолар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2007.
2. кусм. ҡар. калейдоскоп 2. Ваҡиғалар каруселе.
КАРЦЕР [рус. < лат. career] (Р: карцер; И.: punishment room; T.: zindan hücresi) и.
Төрмәлә, хәрби казармаларҙа билдәләнгән режимды боҙоусыларҙы яңғыҙ тотоу өсөн махсус камера. □ Карцер. Карцерға ябып ҡуйыу. Карцерҙа тотоу. Ҡараңғы карцер.
КАРЬЕР I [рус. < фр. carriere] (Р: карьер; И.: quarry; T: ocak) и.
Өҫтөн ҡаҙып файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урыны. □ Карьер. Ҡом карьеры. Кумер карьеры. Мәрмәр карьеры. Карьерҙа эшләу. И Рамазан Ниғмәтуллиндың экскаваторы асыҡ карьерҙың алтынсы баҫҡысында эшләй икән. М. Хәйҙәров. Фәриә, Шәмсиә, Бикә тигән ҡыҙҙар минең машинаға карьерҙан таш тейәп килтереп, шуны бушаталар. Н. Мусин.
КАРЬЕР II [рус. < фр. carriere] (Р: карьер; И.: gallop; T: dörtnal) и.
Аттың иң шәп сабышы. □ Карьер.
КАРЬЕРА [рус. < фр. carriere] (Р: карьера; И.: career; T: kariyer) и.
1. Ниндәйҙер эшмәкәрлек әлкәһендә вазифа буйынса үрләү, абруй һәм дан ҡаҙаныу. □ Карьера (продвижение в служебной деятельности). Карьера яһау. ■ Карьера хаҡында хыялланған йәш инспектор баш вата: тырышлығыңды, эш өсөн йән аямауыңды етәксе кешегә нисек курһәтергә икән? Ш. Насыров. Әммә экономиканың әхлаҡ, иман улсәмен асыҡламай тороп, уның әһәмиәтен, шулай уҡ Сәғәҙиевтең карье-раһындағы боролмаларҙы ла анрап булмай. А. Абдуллин. Ә, дөрөҫөн әйткәндә, уға [Каҙнабаевҡа] юл бирергә лә мөмкин булыр ине, әммә уның карьера өсөн дер ҡалтырап
381