КАРЬЕРАСЫ
торғанын курә тороп, Арынбаҫаров быға юл ҡуя алмай. Д. Бүләков.
2. Ниндәйҙер бер әлкәләге эш, хеҙмәт. □ Карьера (деятельность на каком-л. поприще). Хәрби карьера. Ғилми карьера.
■ [Әйуп:] Һуғыштан һуц хәрби карьеранан баш тартып (ә мицә ҙур карьера яһарға мөмкин ине) бала сағым өҙөлөп ҡалған, ата-әсәмдең ҡанына буялған ошо ергә ҡайттым. Т. Ғарипова.
КАРЬЕРАСЫ (Р.: карьерист; И.: self seeker; T.: kariyerist) и.
Карьеризмға бирелгән кеше. □ Карьерист. Карьерасы әҙәм.
КАРЬЕРИЗМ [рус. < фр. carriere] (Р.: карьеризм; И.: careerism self seeking; T.: yükselme hırsı) u.
Шәхси уңыштар артынан ҡыуыу. □ Карьеризм. Хеҙмәт карьеризмы. ■ [Нәғимә:] Ә мин беләм... Карьеризм арҡаһында килеп сыҡҡан ул. Н. Асанбаев.
КАРЬЕРИСТ [рус. < фр. carriere] и. ҡар. карьерасы. ■ [Ротов — Недосекаға:] Мин һине ҡурҡаҡ йәки карьерист кеше тип уйламай инем. Н. Мусин.
КАСА [фарс. <^] (Р: пиала; И.: mug, bowl; T.: kupa) и.
1. Tap төплө, өҫ яҡҡа киңәйә барған тотҡаһыҙ сынаяҡ. □ Пиала. Каса менән сәй эсеу. ■ Ире мискәне табынға килтереп ҡуйғас ҡына, ул бал һөҙгөс, каса, ижау алып килеп биргән. Әкиәттән. Куп тә үтмәй, Фәузиә боҫо бәрелеп торған касаны килененә һуҙҙы ла төпкө булмәгә, Ихсанбай ятҡан яҡҡа йунәлде. Т. Ғарипова.
2. диал. Сепарат тәрилкәһе. □ Барабанная тарелка сепаратора.
КАСАК [рус. косяк] (Р: швартов; И.: hawser, cord; T: palamar) и. махс.
Карапты, һалды тарттыра йәки ярға бәйләй торған йыуан арҡан. □ Швартов (канат для закрепления плота или судна к берегу).
■ [Һалсылар] алтмыш метр оҙонлоғондағы сус касакты канат аҫтынан уратып алдылар ҙа, ҡотороп аҡҡан ташҡын уртаһындағы кузланан аша тарттылар. М. Тажи.
КАСАР [рус.] (Р: косарь; И.: large knife; T: pala) и. һөйл.
Иҙән ҡырып йыуа торған ҙур бысаҡ. □ Косарь. Касар менән ҡырып йыуыу.
КАСАФАТ [ғәр. OâüS] (Р; последствие (чего-л. плохого); И.: consequence (of smth evil); T: sonuç) и.
Ниҙецдер тәьҫиренән килгән насар һөҙөмтә; шауҡым. □ Последствие, результат (чего-л. плохого). Һуғыш касафаты. Яңғыҙлыҡ касафаты. ■ Ситйылға буйы ла тамам яланғасланып ҡалған, һуғыштар уткән мәлдәге бөлгөнлөк касафаты икәнен аңлауы ҡыйын тугел. Ф. Иҫәнғолов. Был әңгәмә лә ана шул өмә касафатынан килеп сыҡты. С. Кулибай. [Хөсәйен] шул ҡайғы касафатынан хатта бер аҙға руссаһын онотоп торҙо! Т. Ғарипова.
КАСА ЯПРАҒЫ (Р: чашелистик; И.: sepal; T: çanakyaprağı) и. бот.
Сәскә тажын тышҡы яҡтан уратып торған япраҡтар. □ Чашелистик (лат. Calyx).
КАСИР (Р: нож для чистки ульев; И.: special kind of knife (used in bee-keeping); T: bıçak) и. диал.
Умартаның эсен ҡырыу өсөн ҡулланылған ҙур бысаҡ. □ Нож для чистки внутренности ульев. Рамдарҙы касир менән ҡырыу.
КАСКА [рус. < фр. casque < исп. casco ‘баш һөйәге’] (Р: каска; И.: helmet; T: kask) и.
Металл, пластмасса һ. б. эшләнелгән башты йәрәхәтләнеүҙән һаҡлаусы шлем формаһындағы баш кейеме. □ Каска. Янғын һундереусе каскаһы. Һалдат каскаһы. Каска кейеу. Я Бер нисә һалдатҡа каскаларын, штык осона элеп, өҫкә ҡалҡытырға ҡуша Коломбәтов. Картотека фондынан. Үткән һуғыш ҡомартҡыһы, ана, тимер каска ята алдымда: пуля тишеп уткән ошо каска ятмаһа, тим, әгәр был ерҙә, мин дә бәлки бында килмәҫ инем атай юлы буйлап ғумерҙә. Р. Тойғонов. Ғабдулла күпме ваҡыт үткәнлеген дә онота, башынан каскаһы төшкәнен дә һиҙмәне. Картотека фондынан.
КАСКАД [рус. < фр. cascade] (Р: каскад; И.: cascade; T.: kaskat) и.
1. һикәлтә-һикәлтә рәүешендә ағып төшкән шарлауыҡ. □ Каскад (водопад, система водопадов). Ғәҙелша каскады.
382