КАССАЦИЯ
2. Опереттала йыр менән башҡарыла торған ҡыҙыу темптағы бейеү. □ Каскад (быстрый танец, сопровождаемый пением).
3. Бер-бер артлы теҙелеп киткән бер төрҙәге ҡулайламалар, ҡоролмалар һ. б.
□ Каскад (группа однотипных устройств, сооружений). ■ Бөрө, Быуа, Танып йылғаларында һәм уларҙың ҡайһы бер ҡушымдарында колхоз ГЭС-тарынан торған каскадтары бар. М. Хисмәтов.
4. Ниҙеңдер бер-бер артлы тиҙ үҙгәреше.
□ Каскад (стремительный поток чего-л.). Мәғлүмәт каскады. Донъя рекордтары каскады.
КАСКАДЁР [рус. < фр. cascadeur] (Р.: каскадёр; И.: stuntman; T.: dublör) и.
1. Циркта төрлөсә йығылып кеше көлдөрөүсе акробат. □ Каскадёр (в цирке). Каскадёр сығышы.
2. Кинофильм төшөргәндә хәүефле трюктарҙа актёрҙы алыштырыусы кеше.
□ Каскадёр (при съёмке фильма). Каскадёр профессияһы. Тәжрибәле каскадёр.
КАСКАЛЫ (Р: имеющий каску; И.: with a helmet; T.: kasklı) с.
Каскаһы бар, каска кейгән. □ Имеющий каску. Каскалы һалдат. Каскалы янғын һүндереүсе.
КАСКЕТКА [рус. < фр. casquette] (Р: каскетка; И.: sort of а сар; T.: kasket) и.
Еңел фуражка төрө. □ Каскетка. Каскетка кейеү. Балаға каскетка кейҙереү.
КАСНУЙ [рус.] (Р: косная лодка; И.: large ferry boat; T: gemi) и. диал.
Ҙур таҡта кәмә. □ Косная лодка, паромная лодка.
КАССА [рус. < ит. cassa ‘йәшник’] (Р: касса; И.: pay desk, cash desk; T.: kasa) и.
1. Аҡса һәм ҡиммәтле нәмәләр һаҡлау өсөн махсус тимер ҡумта, шкаф. □ Касса (ящик или шкаф для хранения денег и ценных бумаг). Кассаға бикләү.
2. Һатып алыусыға алынған аҡса күләмен күрһәтеп талон бирә торған аппарат һәм шул аппарат ҡуйылған урын, кабина.
□ Касса (аппарат, на котором отпечатываются талоны и место, где стоит этот аппарат). Кассаға аҡса түләү.
3. Ойошма, учреждениеның аҡса алыу-биреү, билет һатыу кеүек эштәрен башҡарған бүлеге һәм шул бүлек урынлашҡан урын, бүлмә. □ Касса (отделение, где производятся денежные операции, помещение такого отделения). Театр кассаһы. Тимер юл кассаһы. Билет кассаһы. ■ Теге кеше кинотеатрға кергәс, Шәмси ҙә, күп уйлап тормайынса, тиҙ генә кассанан билет алып, залға инде. Ғ. Хәйри. Аҙаҡ, яңы рейсҡа билет ала алмағанда ла, Фәйрүзә касса ҡаршыһында илап күрһәтте. Д. Бүләков.
4. Ойошманың, учреждениеның ҡулаҡ-саһы. □ Касса (денежная наличность учреждения, предприятия). Кассаны барлау. ■ Кырҡтырам тиһәң, ағасы юҡ, участкаларҙасы ярты кеше эшһеҙ йөрөй, эшләгәндәренә түләргә касса буш. Н. Мусин.
5. типогр. иҫк. Типографик хәрефтәр һалынған бүлкәле-бүлкәле ҡумта; хәреф кассаһы. □ Касса (ящик с набором шрифта).
КАССА АППАРАТЫ (Р: кассовый аппарат; И.: cash register; T.: otomatik kasa) и.
Ҡулдан индерелгән аҡсаны ҡабул итеп, чек бирә торған ҡоролма. □ Кассовый аппарат. Механик касса аппараты. Электрон касса аппараты. Чекты касса аппаратынан сығарыу. Касса аппараты чегы. Касса аппаратында эшләү.
КАССАТОР [рус. < лат. cassator} (Р: кассатор; И.: appellant; T: fesih veren) и. юр.
Кассация (2) биреүсе кеше. □ Кассатор. Кассатор ғаризаһын ҡарау. Кассаторға яуап ҡайтарыу.
КАССАЦИОН (Р: кассационный; И.: appeal; T: fesih) с.
Кассацияға бәйләнешле. □ Кассационный. Кассацион ғариза. Кассацион протест. Кассацион мөҙҙәт.
КАССАЦИЯ [рус. <лат. cassatio ‘юҡҡа сығарыу’] (Р: кассация; И.: cassation; Т: fesih) и.
1. юр. Суд хөкөмөнә риза булмайынса, юғары судҡа ялыу биреү һәм шуның нигеҙендә юғары судтың эште яңынан ҡарауы. □ Кассация (пересмотр высшим судом судебных решений и приговоров). Кас-
383