Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 384


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КАССЕТА
сация һорау. Кассация тәртибендә ялыу биреү. Кассация ваҡыты.
2. Суд ҡарарҙарын яңынан ҡарау тураһында ғариза; кассация ялыуы. □ Кассация (заявление о пересмотре судебного решения). Кассация биреү, й Ғәбеш менән Нурый үҙҙәренең кассацияларын иртән үк тапшырҙылар. Ғ. Әмири.
3. Һайлауҙарҙың һөҙөмтәһен законһыҙ тип табып, кире ҡаҡҡан ҡарар. □ Кассация (признание выборов недействительными), һайлауҙар кассацияһы, һайлауға кассация яһау.
КАССЕТА [рус. < фр. cassette ‘бәләкәй ҡап’] (Р.: кассета; И.: cassette;T.: kaset) и.
1. Фото йәки кино плёнкаһын яҡтылыҡтан һаҡлай торған һауыт. □ Кассета (светонепроницаемый футляр для фото- и киноплёнки). ■ Мәхмүт яҡтылыҡ һиҙеүсәнлеге иң көслө пластинкалар һалынған кассеталарҙы алып, һәр һүрәтте, төрлө алыҫлыҡтан һәм төрлө мөйөштән тороп, ҡат-ҡат төшөрҙө. Ф. Лоҡманов. Альгис кистән үк кассетаға яңы плёнка һалып, фотоаппаратының объективын ҡоро сепрәк менән һөртөргә лә онотманы. Ҡ. Ибәтуллин.
2. Эсендә магнитофон таҫмаһы булған ялпаҡ һауыт. □ Кассета (коробка с магнитофонной лентой). Кассета уйнатыу. ■ Ул [Рәүф ағай] кескәй өҫтәлдәге магнитофонды барып асты, кассета һайлап алып ҡуйҙы ла уны әйләндереп ебәрҙе. Н. Мусин.
КАССИР [рус. < ит. cassa] (Р.: кассир; И.: cashier; T.: kasiyer) и.
Кассала (2—4) эшләүсе, касса хеҙмәткәре. □ Кассир (работник кассы). Кассир булып эшләү. Кассир ҡатын-ҡыҙ. ■ Бер ай ҙа үтмәй, баш бухгалтер эштән китә, оҙаҡламай кассир, аңы алмашынып, психбольницаға эләгә, һеҙ ҙә эшегеҙҙе ташлайһығыҙ, — Илгиз һөйләүенән туҡтаны ла «ғәйепләнеүсе»гә ҡараны. Ә. Әминев. Кассир справкаға күҙ йүгертеп сыҡты ла: «Эй-йе, йәш кенәһең бит әле», — тигәндәй, миңә ҡыҙғаныулы ҡараш ташлап алды. Ш. Бикҡол.
КАСТА [рус. < порт. casta ‘быуын’] (Р: каста; И.: caste; T.: sınıf) и.
1. Һиндостанда һәм ҡайһы бер көнсығыш илдәрендә сығышы, йолалары һәм йәмғиәттә булған хоҡуҡтары менән айырымланған ижтимағи төркөм. □ Каста (замкнутая общественная группа, связанная происхождением, единством наследственной профессии и правовым положением своих членов). Брахмандар кастаһы. Түбән каста. Дини каста.
2. күсм. Үҙҙәренең ҡатлам айырымлығын, башҡа өҫтөнлөклө төркөм мәнфәғәттәрен ныҡ һаҡлаусы йомоҡ ижтимағи төркөм. □ Каста (сословная или профессиональная группировка). Эшлекле кешеләр кастаһы. ■ [Ғәйнияр:] Ә-ә, бына нисек, һин кастаға бүләһең икән кешеләрҙе. Д. Бүләков.
КАСТАНЬЕТА [рус. < исп. castanetas] (Р: кастаньета; И.: castanets; T.: kastanyet) и.
Бау менән тоташтырылған ике ҡабырсаҡ рәүешендәге пластинкаларҙан торған музыка ҡоралы (Испания, көньяҡ Италия һәм Латин Америкаһы илдәрендә бейегәндә шаҡылдатып ритм биреү өсөн ҡулланыла). □ Кастаньета. Кастаньета менән бейеү.
КАСТЕЛЯНША [рус. < урта лат. castel-lanus\ (Р: кастелянша; И.: linen-keeper; Т.: çamaşıra bakan kadın) и.
Ятаҡхана, ҡунаҡхана кеүек йорттарҙағы урын-ер ҡаралдыһына хужа ҡатын. □ Кастелянша. Кастелянша булып эшләү.
КАСТЕТ [рус. < фр. casse-tete < casser ‘ватыу’ + tete ‘баш’] (Р: кастет; И.: knuckleduster; T.: demir muşta) и.
Металл пластина рәүешендә усҡа кейә торған һуғышыу ҡоралы. □ Кастет. Кастет менән һуғыу.
КАСТИНГ [рус. < ингл. casting] (Р: кастинг; И.: casting; T.: rol dağıtımı) и.
Шоу-бизнеста кино, телевидение, театр өсөн башҡарыусыларҙы, актёрҙарҙы, мода кейемдәрен күрһәтеүселәрҙе, моделдәрҙе, манекенщицаларҙы һайлап алыу. □ Кастинг (отбор исполнителей). Кастингта ҡатнашыу. «Башкортостан» киностудияһы яңы проект өсөн кастинг үткәрә.
КАСТОРКА [рус.] (Р: касторка; И.: castor oil; Т.: hint yağı) и.
Кенә уты орлоғонан алынған май (медицинала ҡулланыла). □ Касторка. ■ [Шөһ
384