КЕЙЕҘЛӘҮ
аттар һамһырағандар, яҙға ҡаршы уларҙыц йөндәре оҙонайып, ябағалары ҡойола, ҡыҙыл-армеецтарҙың салбар, салғыйҙарына кейеҙләнеп йәбешәләр. А. Таһиров.
КЕЙЕҘЛӘҮ (кейеҙлә-) (Р.: обивать войлоком; И.: felt; T: keçe ile kaplamak) ҡ.
Кейеҙ ҡуйыу, кейеҙ менән кәпләү. □ Обивать войлоком. Мунса ишеген кейеҙләү. Ыңғырсаҡ кейеҙләү. Ҡамыт кейеҙләү. И [Сәлих:] Ҡамыттарыңды ла ебәр, яңынан мөйәтләп, кейеҙләп бирермен. Ф. Иҫәнғолов.
КЕЙЕҘ ОЙОҠ (ойоғо) (Р.: суконные чулки; И.: stockings made of cloth; T.: keçe çorap) и. диал.
Кейеҙҙән яһалған ойоҡ; тула ойоҡ. □ Суконные чулки. Ҡейеҙ ойоҡ бәйләү. Ҡейеҙ ойоҡ кейеү.
КЕЙЕҘСЕ и. ҡар. кейеҙ баҫыусы.
КЕЙЕҘ ТИРЛЕК (тирлеге) (Р.:войлоч ный потник; И.: felt sweat cloth; T: keçe eğre) u.
Эйәрҙең үңлеге аҫтынан һалына торған кейеҙ. □ Войлочный потник. Эйәр аҫтына кейеҙ тирлек һалыу.
КЕЙЕҘ ЭНӘҺЕ (Р: войлочная игла; И.: needle felted; T.: keçe iğnesi) и.
Ҙур йыуан энә. □ Войлочная игла, используемая в войлочных работах.
КЕЙЕК I [боронғо төрки кәгик} (Р: дикий; И.: wild; T: vahşi) с.
Кешегә эйәләшмәгән; ҡырағай. □ Дикий, неприрученный. Ҡейек ҡаҙҙар. Ҡейек йәнлектәр. Ҡейек йыртҡыстар. ■ Ҡош юлдары ҡалҡһа күк йөҙөндә, кейек ҡоштар осор төньяҡҡа. Халыҡ йырынан. Буранлы ҡыш ҡасан үтер әле, ҡасан килер кейек ҡаҙҙарың. Картотека фондынан. Яуап биреп, кейек ҡаҙҙар оса, тулҡын ҡаға, ярһып, ҡаяға. X. Назар.
КЕЙЕК II (кейеге) (Р: дикие животные; И.: wild animals; T: av hayvanları) и.
1. Ҡырағай йәнлек. □ Дикие животные; зверь; дичь. Ҡейек атып алыу. Ҡейек ҡыуыу. Дала кейеге. Ҡейеккә осрау. Урман кейеге. ■ Сырылдатып бүре олотоп, оран һалдырып кейек ҡыуҙырып, сутылдатып мең төрлө ҡош-ҡорт һайратҡан был ялан ул миҙгелен юғалтты. Т. Хәбибуллин. Заповедникта бит кеше менән кейек араһында
яҡын дуҫлыҡ булырға тейеш. Н. Мусин. Кейектәрҙең артынан, өйөрмәләй булып, туҙан бағанаһы күтәрелеп ҡала. Ә. Хәкимов. • Осҡан ҡош, йүгергән кейек — һәр береһе «ризыҡ» ти. Мәҡәл. Бер тау бер кейекте туйҙырмаҫ. Мәҡәл. Ышанған тауҙа кейек юҡ. Мәҡәл.
2. диал. Ҡоралай, илек. □ Косуля.
КЕЙЕК ЙӘНЛЕК (йәнлеге) и. диал. ҡар. кейек II, 1.
КЕЙЕК ҠОРТ (Р: одичавший рой; И.: gone wild bee; T.: yabanileşmiş oğul) и. диал.
Ҡырға ҡунған күс. □ Одичавший рой. ■ Кейек ҡорттарҙың балы шифалы була. Экспедиция материалдарынан.
КЕЙЕКЛЕ (Р: имеющий зверей; И.: having game; T: av hayvanları olan) с.
Ҡырағай йәнлектәре булған (урман, яландар һ. б.). □ Имеющий зверей, богатый дикими животными (о лесах, степях и т. п.). Кейекле урманда йөрөүе ҡурҡыныс.
КЕЙЕКЛӘНЕҮ (кейеклән-) (Р: дичать; И.: turn wild; T.: vahşileşmek, yabanileşmek) ҡ.
Ҡырағайға әйләнеү; кейекһеү. □ Дичать, стать диким. Кеше күрмәгән мал кейекләнә. И Улар [йылҡылар] күмәгәйгән, кеше күрмәй кейекләнеп киткән, ти. Әкиәттән.
КЕЙЕКСЕ (Р: охотник; И.: trapper; T.: avcı, sayyat) и.
Һунарсы, аусы. □ Охотник, зверолов. Тәжрибәле кейексе. ■ Гөлсөм заповедникта тәүҙә кейексе, унан һаҡсы булып ун һигеҙ йәшенән (бына хәҙер дүрт йыл инде) эшләй. Н. Мусин.
КЕЙЕКҪЕҮ (кейекҫе-) ҡ. диал. ҡар. ҡырағайланыу. Кейекҫегән мал.
КЕЙЕКҺЕҘ (Р: без дичи; И.: with no game; T.: av hayvanları olmayan) с.
Кейеге юҡ. □ Без дичи, без зверей. Кейекһеҙ урман. • Кейекһеҙ ер булмаҫ. Мәҡәл.
КЕЙЕКҺЕҮ (кейекһе-) ҡ. ҡар. ҡырағайланыу. Кейекһегән эт. Кейекһегән мал.
КЕЙЕК-ЯНУАР (Р: дичь; И.: game; T.: av hayvanları) и. йыйн.
Ниндәй ҙә булһа ҡырағай йәнлек. □ Дичь, дикие животные. Урман тулы кейек-януар. ■ Ә уға [Мәликәгә] был хәлендә буран олоу ын, уның бихисап кейек-януар
398