Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 399


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕЙЕМЛЕ
ауаздары сығарып .. тулағанын тыңлай-тыцлай бауырына һары һауҙырған алыҫ хәтирәләренә бирелеуҙән башҡа һис бер әмәл юҡ. Т. Ғарипова. Яралы егет һаман да шул кейек-януарҙар менән мәшғул икән, — тип шаяртты Ҡолансәс. Ғ. Хөсәйенов.
КЕЙЕЛГӘН (Р.: ношеный; И.: second hand worn; T.: eskimiş) c.
Өр-яңы түгел, кейеп йөрөлгән, ниндәйҙер кимәлдә таушалған. □ Ношеный, поношенный. Кейелгән салбар. Кейелгән тун. Кейелгән быйма. Н Мырҙаҡай башындағы куп кейелгән тәуәккәл буркен кутәреберәк кейҙе. Ғ. Дәүләтшин. Һалдаттар хужаға бер пар һалдат кулдәк-ыштаны, бер кейелгән сукно гимнастёрка бирергә булдылар. Д. Юлтый. [Ғата]тәуҙә, аҙна буйы унда-бында һуғылып, ят ҡаланы туйғансы тамаша ҡылды, бер матростан кейелгән кун пинжәк, кәбеҫтәле (краблы) фуражка һатып алды. Ә. Хәкимов.
КЕЙЕЛЕҮ (кейел-) ҡ. төш. ҡар. кейеү. страд, от кейеү. И Балдаҡ шунда уҡ ҡыҙҙың бармағына уҙенән-уҙе кейелгән дә ҡуйған. Әкиәттән. Аяҡтағы резина итек һалҡын ысыҡтан ҡотҡарыр, трико тышынан кейелгән буҫтау салбар, куртка, ҡалын фуражка тәуҙә серәкәйҙән, аҙаҡ кугәуендән һаҡлар. Д. Шәрәфетдинов. • Яҡшы ҡатын тун текһә, йөй-йөйөнән кителер;яман ҡатын тун текһә, бер кейелмәй һутелер. Мәҡәл.
КЕЙЕМ I [боронғо төрки кәгчу; кәдим\ (Р.: одежда; И.: clothes; T.: giyim) и.
1. Тәнде ҡаплау һәм йылылыҡ өсөн туҡыма, йөн, тиренән һ. б. тегелгән нәмә. □ Одежда,одеяние. /Одёжный.Ирҙәркейе-ме. Катын-ҡыҙҙар кейеме. Эш кейеме. Юл кейеме. Йәйге кейем. Кышҡы кейем. Йоҡа кейем. Иҫке кейем. Ҡупшы кейем. Тышҡы кейем. Эске кейем. Йылы кейем. Затлы кейем. Хәрби кейем. Аяҡ кейеме. Баш кейеме. Өҫ кейеме. Кейем шкафы. Кейем щёткаһы. ■ Урамдағы бөтә нәмәләр, тәҙрәләр, стеналар, хатта кешеләрҙең кейемдәре лә куҙҙе сағылдыралар. С. Агиш. Салауаттың кейгән кейемкәйе ҡорос ҡына кулдәк-туңгәләк. Халыҡ йырынан. Бәкерҙең ошондай эшкә кейә торған махсус кейеме бар: аҡ кулдәк, һоро салбар. Н. Ғәйетбаев. • Кейемдең яңыһын маҡта,
дуҫтың иҫкеһен маҡта. Мәҡәл. Кейемде кейеуҙә тугел, элеуҙә. Мәҡәл. Кешене кейеменә ҡарап баһалама, эшенә ҡарап баһала. Мәҡәл. Киң кейем туҙмаҫ, кәңәшле ил аҙмаҫ. Мәҡәл. Ятыу-тороу байҙарса, өҫтә кейем йоҡараҡ. Мәҡәл. Аҡ кейем кер тотмай. Мәҡәл. Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, акылға ҡарап оҙаталар. Мәҡәл. Ғумер уҙа, кейем туҙа. Мәҡәл. Яҡшы кейемде кейеуең — бер ғумер. Мәҡәл.
2. Һан менән ҡулланғанда, өҫ-башҡа кейеп йөрөй торған ишле нәмәне аңлата. □ При употреблении с числительными выражает парные одеяния; пара. Бер кейем туфли. Бер кейем кулдәк-ыштан. Дурт кейем башалтай. Я Гөлзәғифә инәй — бер кейем йөн ойоҡ, дебет шарф, ҡарағат ҡағы, ә Туҡтуҡ бабай уҙенең яҡшы тире бейәләйен бирҙе. Й. Солтанов. [Көнбикә:] Бәй-бәй, иртә менән хәрәпселәп ҡайҙа сығып киттеләр икән? Үҙе, йәһәтләп тағы бер кейем сарыҡ тегәйек, тигән була бит әле. Н. Мусин. «Бүтәндәр бер кейем сабата туҙҙырғанда, миңә бер һыңары етә», — тип шапырына [Шәрәй]. М. Кәрим.
3. Кешенең статусын, матди хәлен һ. б. белдереүсе әйбер. □ Форма, одежда. Хәрби кейем. Тимер юлсы кейеме. Киммәтле кейем.
4. миф. Ышаныуҙар буйынса, яҙмышты билдәләү, һаҡлау, түл арттырыу функцияһына эйә әйбер. □ Мифологизированные предметы, выполняющие обережную и отгонную функции. ■ Йығылып ауырыған баланың кейемен систереп, әле генә һуйылған тауыҡ ҡанына буяп, далаға, ете юл сатына ташлағандар. Экспедиция материалдарынан.
КЕЙЕМ II (Р.: постельные принадлежности; И.: bedding; T: yatak çamaşırı) и. диал.
Түшәк кәрәк-ярағы. □ Постельные принадлежности.
КЕЙЕМ-ҠАРА (Р.: одежда; И.: clothes; garment; T: giyim) и. йыйн.
Тәнгә кейә торған төрлө кейем; кейем-һалым. □ Одежда, одеяние. Кейем-ҡара әҙерләу. Кеше араһына сығырға кейем-ҡараһы юҡ. Өр яңы кейем-ҡара кейгән.
КЕЙЕМЛЕ (Р: одетый; И.: clad; T: giyimli) с.
399