КЕЙЕМЛЕК
1. Кейеме бар, кейем кейгән. □ Одетый, имеющий одежду, в одежде. Иҫке кейемле ярлы-ябаға. Кейемле булыу. Ап-аҡ кейемле ҡыҙ. ■ Ул [Гөлйөҙөм] ярға еттем тигәндә, баҫҡыста бер ҙур кәуҙәле ҡара кейемле кеше осраны. Һ. Дәүләтшина. Бына ап-аҡ һаҡаллы, ап-аҡ кейемле, таяҡлы һәм оло кәрзинле Ҡыш бабай менән Миңлебикә апай килеп инде. Р. Солтангәрәев.
2. Кейемгә бай, кейеме күп. □ Богатый на одежду, имеющий много одеяний. Кейемле кеше. Ул бик кейемле. И Шул иҫәптән Емеш тә эске кулдәктән алып пальтоға хәтле кейемле булды. 3. Биишева.
КЕЙЕМЛЕК (кейемлеге) (Р: ткань; И.: stuff; length (of material); T mensucat) и.
1. Кейемгә етерлек итеп ҡырҡылған туҡыма. □ Ткань (отрез товара для шитья одежды). Кейемлек һатып алыу. Өс метр ебәк кейемлек. ■ Бержандың юлдаштарына кейемлек ебәк менән хәтфә бирелде. Картотека фондынан. Әллә апайыцдар менән баярға ураҡҡа китәһеңме? Куңелец дә асылып ҡалыр, өҫ-башыңа кейемлек аҡсаң да булыр. Д. Юлтый.
2. диал. ҡар. кәфенлек. Кейемлек әҙерләу.
КЕЙЕМЛӘҮ (кейемлә-) ҡ. диал. ҡар. кәфенләү.
КЕЙЕМНЕК (кейемнеге) и. диал. ҡар. кәфенлек.
КЕЙЕМ ТАРТМАҺЫ I (Р: оберег для установления связи между домами невесты и жениха; И.: amulet; T: muska) и. этн.
Туй йолаһында килен менән кейәү өйҙәрен яҡынайтыу өсөн ҡулланылған сакраль бау. □ Мифологизированный предмет, оберег для установления связи между домами невесты и жениха.
КЕЙЕМ ТАРТМАҺЫ II (Р: верёвка для перетягивания сложенных постельных принадлежностей; И.: rope for dragging linen; T: yatak çamaşırlarını bağlayan bağ) и. диал.
Өйөлгән урын әйберҙәрен тарттырып бәйләп ҡуйған бау. □ Верёвка для перетягивания сложенных постельных принадлежностей.
КЕЙЕМ-ҺАЛЫМ (Р: одежда; И.: clothes; garment; T: giyim) и. йыйн.
Тәнгә кейә торған төрлө кейем; кейем-ҡара. □ Одежда, одеяние. Кейем-Һалымы юҡ. Кейем-Һалым алыу. Кейем-Һалымға бай. ■ Ул [Әхмәш] ҡупшы кейем-һалымға ла бик әуәҫ кеше. Б. Бикбай. Ялбыр баш егет унан-бынан йөрөп өҫтәлендәге ҡағыҙҙарҙы йыйҙы, кейем-һалым туҙышып ятҡан карауатын тәртипкә килтереп маташты, шунан алғы яҡҡа йугереп сыҡты. Н. Мусин. Шулай ҡаңғырып йөрөй торғас, ул [Шәрғиә] ҡайһы бер кейем-һалымын аҙыҡҡа алмаштырырға уйлап, баҙарға китте. Ә. Хәкимов.
КЕЙЕМҺЕҘ (Р: без одежды; И.: with no clothes on; T: giyimsiz) c.
1. Кейеме булмаған, кейем кеймәгән.
□ Без одежды, не одетый. И [Һолтанбай:] Кыш башланған, өҫ кейемһеҙ ҡайһылай итеп йөрөйһөң? Н. Мусин • һыуыҡ эт менән кейемһеҙгә ус булыр. Мәҡәл. Яҙын аҙыҡһыҙ, көҙөн кейемһеҙ юлға сыҡма. Мәҡәл.
2. Кейемгә ярлы. □ Бедный на одеяние. Кейемһеҙ интегеу. ■ Кейемһеҙ, өйҙә ултырған етем бала таралды урмандарға сәскә тиреп. М. Аҡмулла. Кейемһеҙлек арҡаһында оҙон ҡыш буйына өйгә бикләнергә мәжбур булған бала-саға, ҡояш йылыта башлау менән, оянан яңы сыҡҡан тауыҡ себештәре шикелле, тышҡа һибелә. 3. Биишева.
КЕЙЕМ ШАРШАУЫ (Р: занавес; И.: rope for dragging linen; T: perde, dışperde) и. диал.
Эленгән өҫ кейемдәрен ҡаплап торған шаршау. □ Занавес, прикрывающий одежду на вешалках.
КЕЙЕМ ЭЛГЕС (Р: вешалка; И.: peg, rack, stand; T: portmanto) и.
Кейем элеү өсөн тәғәйенләнгән нәмә.
□ Вешалка. Шифоньерҙан кейем элгесте алыу. Салбарҙы кейем элгескә элеу.
КЕЙЕН бәйл. диал. ҡар. кире, һуң.
КЕЙЕНДЕРЕҮ I (кейендер-) (Р: одевать; И.: dress (in), clothe (in); T: giyindirmek) ҡ.
1. Кемгәлер кейем-һалым кейҙереү, кейенергә ярҙам итеү. □ Одевать, помогать одеться. // Одевание. Балаларҙы кейенде-реу. Олатайҙы кейендереу. Кейендереп сығарыу. ■ Тирмәлә Рәхимә ҡыҙҙарҙы уҙе кейендерҙе. Һ. Дәүләтшина. Шәхми, шунда
400