Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 401


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕЙЕҮ
уҡ Мәрғупте саҡырып алып, Ғәләугә уҙенең кейемдәрен кейендерергә ҡушты. Т. Йәнәби. [Һолтанбайҙың] ҡатынын сабып, ҡойондороп, кейендереп сығарғас ҡына уҙенә сират етә. Т. Ғарипова. Тик ғәжәп хәл, һуңғы көндәрҙә иртәһен йылымыс һыу менән йыуындырып, сәстәрен тарап ургәндә лә, өҫ-башына кейендергәндә лә Зөмрәт элеккеләй көйләтмәй башланы. Ә. Хәкимов.
2. Кейем менән тәьмин итеү, яҡшы кейем кейендереү. □ Одевать, обеспечить одеждой. // Одевание, снабжение (обеспечение) одеждой. Баштан-аяҡ кейендереу. Матур кейендереу. Затлы итеп кейендереп йөрөтөу. ■ Нурбулат әсәһе менән Кинйәкәу баҙарына барғанда ишеткән: Стәрлелә уҙҙәре ашатып, уҙҙәре кейендереп уҡыта торған урын бар икән. Н. Мусин. Ашыҡ-бошоҡ сәй эскәс тә, бөтә амуниция менән кейендереп, ҡала ситенә киң майҙанға алып киттеләр. А. Таһиров.
КЕЙЕНДЕРЕҮ II (кейендер-) ҡ. диал. ҡар. егеү.
КЕЙЕНДЕРЕШЕҮ (кейендереш-) ҡ. урт. ҡар. кейендереү I. взаимн. от кейендереү I. Балаларҙы кейендерешеу.
КЕЙЕНЕП ЯҺАНЫУ (кейенеп яһан-) (Р.: наряжаться; И.: dress up, smarten (oneself) up; T: zarif giyinmek) ҡ.
Ҡупшы кейенеү; матур кейемдәр кейеү. □ Наряжаться, принаряжаться, разодеться. ■ Халыҡ көлөшкән арала Камилә бейеп бөттө, ә сәхнәгә кейенеп яһанған, битенә ҡып-ҡыҙыл итеп һандал һөрткән, ҡашына ҡыйылдырып һөрмә тартҡан Ғәлиә сығып баҫты. Н. Мусин.
КЕЙЕНЕҮ (кейен-) (Р.: одеваться; И.: dress (oneself); put smth. on, wear smth.; get dressed; T: giyinmek) ҡ.
1. Кейем-Һалым кейеү. □ Одеваться во что-л. // Одевание. Һыу ингәндән һуң ке-йенеу. Йоҡонан тороп кейенеу. Ашыҡ-бошоҡ кейенеу. Ҡарттарса кейенеу. Йәштәрсә кейенеу. Йоҡа кейенеу. Йылы кейенгән бала. Кейенеп сығыу. ■ Ғәләу, кейем булғас, уны-быны ҡарап тормай кейенде лә алды. Т. Йәнәби. Ошо саҡ Фәйрузәһе лә кейенә башланы. Д. Бүләков. Малай шатлығынан
урле-ҡырлы һикерә, ҡыҙыҡай ашыҡ-бошоҡ кейенә башлай. Т. Ғарипова. • Кейенгәнгә — кейем, ашағанға — аш. Мәҡәл. Алдан аяғын кейенгән — алға сыҡҡан. Мәҡәл. Ҡыҙҙар кейенһә, гөлгә оҡшай, ҡатындар кейенһә, ҡыҙҙарға оҡшай. Мәҡәл.
2. Өҫ-башты бөтәйтеү, затлы кейем кейеү. □ Одеваться нарядно, наряжаться. Кейенергә яратҡан ҡыҙ. Ҡупшы кейенеп йөрөу.
■ Хисамый әле лә ҡупшы кейенә, яҡшы ашай, иркен йәшәй. Т. Йәнәби. Матур итеп кейенәһе лә,ресторан-кафеларҙа куңел асаһы ла килә. Н. Ғәйетбаев. Купшы кейенеп, сәсен ҡырын тарап, кутәренке рухта ул [Сергей] академияға юл тотто. А. Абдуллин.
3. кусм. Тотош солғаныу, эсендә ҡалыу; төрөнөү. □ Одеваться, покрываться чем-л. Бөтөн ер йәшелгә кейенгән. Бөтә тирә-яҡ аҡҡа кейенгән.
КЕЙЕНЕШЕҮ (кейенеш-) ҡ. урт. ҡар. кейенеү, взаимн. от кейенеү. ■ Урамда кейенешкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡултыҡлаған хәрбиҙәр куренә. Ә. Чаныш. Кейенешеп алғас, [Вәсил менән Римма] тубыҡтарын килешле генә бөкләп янына килеп ултырған ҡыҙға телефон аппаратын яҡынайтты. Д. Бүләков. Бер аҙҙан инде нефтселәр, хәлдән килгәнсә кейенешеп, яһанышып, ағас склад тирәһендә уранғылай ҙа башланылар. Р. Солтангәрәев.
КЕЙЕРЕҮ (кейер-) ҡ. диал. ҡар. киреү.
КЕЙЕҮ (кей-) [боронғо төрки кед-; кәй-} (Р: одеть; И.: dress (in), clothe (in); T: giymek) ҡ.
1. Кәүҙәнең ниндәйҙер бер өлөшөн кейем менән ҡаплау. □ Одеть, надевать. Аяҡҡа итек кейеу. Башҡа бурек кейеу. Ҡулға кейеу. Тун кейеу. Салбар кейеу.
■ Әмирханов эш ваҡытында кейә торған теге кәзәкей кеуек нәмәһен ташлап, тройка кейгән. С. Агиш. Талипов ишек төбөндә эленеп торған пальтоһын алып кейгәндә, Сәғиҙә уның һул ҡулын нисектер ипһеҙерәк тотоуына иғтибар итте. М. Тажи. Кук йөҙөн ярып ялтлаған ялағай яҡтыһында быларҙың береһенең аҡ кофта, ҡара юбка кейгән ҡыҙ, икенсеһенең ҡыҙыҡайҙан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ егет икәнлеге айырым-асыҡ төҫмөрләнде. Д. Бүләков. • Кеймәгәнде ке
401