Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 402


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕЙМӘ
йеп булыр, кейгәнең әҫтәңдән төшмәһен. Мәҡәл. Ҡыш көнө ете елән кейгәнсе бер тун кей. Мәҡәл. Ат аяған ат менер, тун аяған тун кейер. Мәҡәл. Егетлек бүрек кейеуҙә тугел, батырлыҡта. Мәҡәл. Ат менмәгән ат менһә, саба-саба ултерер, тун кеймәгән тун кейһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр. Мәҡәл.
2. Тән өлөшөнә эләктереп, үткәреп ҡуйыу. □ Надеть, нацепить. Балдаҡ кейеу. Беләҙек кейеу. Мунсаҡ кейеу. Күҙлек кейеу. Сацғы кейеу. М Ҡатын-ҡыҙҙар беләҙектәрҙе уныц уҫал куҙҙән, яуызлыҡтан һаҡлай торған көсөнә ышанып кейгәндәр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2008. Самат Сафарович, китергә йыйынған кеуек, ашығып куҙлеген кейеп ҡуйҙы. Д. Бүләков. Шунан һуц һәр ваҡыт Гөлбикә апайҙыц самауыр төбөндә сәй яһауына, беләҙек кейгән беләгенә, ҡыҙыл ҡашлы йөҙөк кейгән бармаҡтарына ҡарайым. Д. Юлтый.
3. кусм. Тотош солғау, эсендә ҡалыу. □ Одеть, покрыть. ■ Ап-аҡ кулдәк кейгән йәш ҡайын. А. Таһиров.
КЕЙМӘ с. диал. ҡар. тотош.
КЕЙМӘСӘ и. диал. ҡар. таҫтар.
КЕЙӘ I (Р.: леток; И.: bee entrance; T: ап kovanı deliği) и. умарт.
Умартаның ҡорт инә торған еге. □ Леток. Кейәне ябыу. Кейәһе асыҡ. ■ Умартаның кейәһенән өлкәнерәк ҡорттар бер туҡтауһыҙ инеп тора. Ф. Иҫәнғолов. Кейәһе тубәнерәк солоҡтарға олоно тирәләй берәр сажин бейеклегендә осло имән сәйҙәр ҙә ҡатанылар. Н. Мусин.
КЕЙӘ II (Р.: возмездие; И.: retribution; requital; T: ceza) и.
Насарлыҡ эшләүҙән, гөнаһ ҡылғандан һуң килгән яза; ҡоһор. □ Возмездие; плата за содеянное, за грехи. Кейәһе башына еткән. Кейәһе төшкән. Кейәһен курер. ■ Бына ул — юлдашын ташлап китеуҙең кейәһе! Ш. Бикҡолов.
КЕЙӘ III (Р: присмотр; И.: care, surveillance, supervision; T: bakım, gözetim) u. һөйл.
Күҙ-ҡолаҡ, хәстәр. □ Присмотр, надзор. Кейәһеҙ ҡалыу. Кейәһеҙ булыу. Кейәһеҙ бала.
КЕЙӘ IV и. зоол. диал. ҡар. балауыҙ көйәһе.
КЕЙӘКӘЙ (Р: одеваемый; И.: the often dressed; T: giyecek) с. диал.
Кейә торған. □ Одеваемый, для повседневной носки. Кейәкәй кулдәк. Кейәкәй кофта.
КЕЙӘ ҠАПҠАСЫ (Р.: задвижка; И., latch; T: sürme) и. умарт. диал.
Умартаның кейәһен ҡаплау йә асыу өсөн эшләнгән шыуҙырма. □ Задвижка летка улья. Кейә ҡапҡасын асыу. Кейә ҡапҡасын ябыу.
КЕЙӘЛЕК (кейәлеге) и. ҡар. кейә II.
КЕЙӘНАНАг/. зоол. диал. ҡар. ҡамҡа.
КЕЙӘҢКЕ I (Р: недержание мочи у лошадей; И.: enuresis, incontinence; T: atların idrarını tutamaması) u.
1. в em. Йылҡы малы ауырыуы. □ Недержание мочи у лошадей (болезнь, сопровождаемая самопроизвольным мочеиспусканием).
2. миф. Йылҡы малы ауырыуҙары эйәһе. □ Киянки; дух конской болезни. Айғырымды кейәңке баҫты.
КЕЙӘҢКЕ II (Р: развратница; И.: harlot, meretrix; T: zina eden kadın) и. һөйл.
Ир-егетте йыш алмаштырыусы, еңел холоҡло ҡатын-ҡыҙ; уйнашсы. □ Развратница, блудница.
КЕЙӘПАПА и. зоол. диал. ҡар. ҡамка.
КЕЙӘҮ [боронғо төрки кудәгу] (Р: жених; И.: bridegroom; T: güvey) и.
1. Әйләнергә йөрөгән егет, буласаҡ тормош иптәше. □ Жених. Кейәу менән кәләш. Кейәуҙе ҡыҙға ҡушыу. ■ Һуғыштан һуң ир-ат һаны ҡыҫҡарған, ҡатын-ҡыҙ һаны артҡан — ҡыҙ-ҡырҡынға кейәу етмәгән саҡ ине. Й. Солтанов. Уларға [Илғужа менән Гөлшанға], кейәу менән кәләш булараҡ, урынды айырым һалған булдылар. Д. Бүләков. Ҡыҙ йортона туй ылауы килеп етеуе булды, ҡапҡанан йугереп сығып Зөлбохарҙың энеһе Мостафа кейәу аты теҙгененә урелде, ҡапҡаға атты етәккә борҙо. Ғ. Хөсәйенов. • Еткән ҡыҙ кейәуҙән ҡурҡмаҫ. Мәҡәл.
2. Яңы өйләнешкән йылдарҙа ҡатындың ире, тормош иптәше. □ Молодой муж.
402