КЕЙӘҮГӘ КИТЕҮ
тугел генә Бәҙри ҡарт ҡыҙын кейәугә бирҙе. Ғ. Хәйри.
КЕЙӘҮГӘ КИТЕҮ (кейәүгә кит-) ҡ. ҡар. кейәүгә сығыу. Алыҫҡа кейәугә китеу. Иртә кейәугә китеу.
КЕЙӘҮГӘ СЫҒЫУ (кейәүгә сыҡ-) (Р.: выйти замуж; И.: marry; T.: evlenmek) ҡ.
Ир-егет менән никахлашыу. □ Выйти замуж. Үҙ теләгец менән кейәугә сығыу. ■ Элек, ошо Сибәғәт-Дицгеҙханға кейәугә сығырға йөрөгәнендә, бер диуананың «ҡыҙыңды миңә бир», тип, өләсәһен ҡаңғыртҡаны хәтерендә. Т. Ғарипова. • Бер ҡыҙ кейәугә сыҡһа, ҡырҡ ҡыҙ төш курә. Мәҡәл.
КЕЙӘҮ ЕГЕТ (Р.: жених; И.: suiter; Т.: sözlü) и.
Кәләш әйттергән егет. □ Жених. И Әйтерһең, һин — кәләш, ә мин — әйләнергә йөрөгән кейәу егет. Я. Хамматов.
КЕЙӘҮ ЕГЕТЕ (Р: шафер; И.: best man; T.: sağdıç) и. этн.
Кейәүҙең туй ваҡытында янында йөрөгән дуҫ егете. □ Шафер. ■ [Бәшәр:] һеҙ инде, Шәһәрбаныу ҡарындаш, кейәу егете менән бергә ҡыҙ һорарға килгәнгә асыуланып китмәгеҙ. Т. Ғарипова. Өлкән усаҡ яғып, ер туңын иретеп, киптереп, һәйбәтләп яңы тирмә ҡорғайнылар, ҡыҙ йәшереш, ҡыҙ табыш йолалары уткәс, еңгәйҙәр, кейәу егеттәре йәштәрҙе шунда оҙатты, һәм Бөрйән ерендә йәнә бер бәләкәй генә ғаилә ояһы хасил булды. Н. Мусин. Ауыҙынан ҡайнар кубек сәсеп урәпсегән арғымаҡтар менән уткер, шуҡ кейәу егеттәре ҡайҙа ла, бар донъяны иңенә кутәргән һымаҡ, олпат ҡына баҫып, һауалыраҡ төҫтә тамаҡ ҡырыусы ағалары, кубәләктәй осоп, килен тирәһендә өйрөлөусе сәсән телле еңгәләре ҡайҙа! Ә. Хәкимов.
КЕЙӘҮ ЕҪЕ и. бот. ҡар. кейәү үләне.
КЕЙӘҮЙЕҢГӘ (Р: сваха; И.: matchmaker; T.: dünür, görücü) и. этн. диал.
Ҡыҙ менән егетте ҡушҡан еңгә. □ Сваха.
КЕЙӘҮ ЙЫУАСАҺЫ (Р: свадебные гостинцы жениха; И.: bridegroom’s gifts; T.: güvey yemeği) и. диал. этн.
Туйға кейәү исеменән килтерелгән күстәнәс. □ Свадебные гостинцы жениха.
КЕЙӘҮ КӨРӘГӘҺЕ (Р: бочонок жениха; И.: tub of mead from the bridegroom; T: güvey hediyesi) и. этн.
Туйға кейәү алып килгән әсе бал. □ Бочонок жениха (медовуха, привезённая женихом родственникам невесты). ■ Йыуаса тоғо асылғас, кейәу көрәгәһен сығаралар. Экспедиция материалдарынан.
КЕЙӘҮ КӨСӨГӨ и. этн. ҡар. кейәү егете.
КЕЙӘҮ КҮБӘТӘҺЕ (Р: денежные дары жениху на свадьбе; И.: cash gifts to the groom at the wedding; T: düğünde güveye verilen para) и. этн. диал.
Туйҙа кейәү эскән туҫтаҡҡа аҡса һалыу йолаһы. □ Денежные дары жениху на свадьбе (по обычаю кладут в чашу жениха).
КЕЙӘҮ КҮЛДӘГЕ (Р: ритуальная рубашка для жениха; И.: kind of ritual shirt; T: güvey gömleği) и. этн.
Кейәүгә ҡыҙҙың ата-әсәһе бүләк иткән кейем. □ Ритуальная рубашка для жениха (подарок родителей невесты жениху).
КЕЙӘҮ КҮРЕНЕШЕ (Р: ритуальный подарок жениха; И.: bridegroom’s first present; T: güvey hediyesi) и. этн.
Ҡыҙҙың яҡын туғандарына беренсе күрешкәндә кейәү биргән бүләк. □ Ритуальный подарок жениха (родственникам при первой встрече с невестой).
КЕЙӘҮ ҠАМСЫҺЫ I (Р: ритуальный кнут жениха; И.: kind of ritual whip; T: güvey kamçısı) и. этн.
Ҡыҙҙы кейәүләп барғанда егеттең ҡулында була торған ҡамсы. □ Ритуальный кнут жениха (который сопровождает его при сватании невесты как элемент придания мужественности).
КЕЙӘҮ ҠАМСЫҺЫ II (Р: лихнис хал цедоновый; И.: Maltese cross campion; T: Kadıköy karanfili) и. бот.
Быуын-быуын теҙелеп торған алһыу күк суҡ сәскәле баллы үлән; майсыбыҡ. □ Лихнис халцедоновый (лат. Lychnis chalcedonicd).
КЕЙӘҮ ҠУШАҒАҺЫ и. этн. диал. ҡар. кейәү егете.
КЕЙӘҮЛӘҮ (кейәүлә-) (Р: посещение женихом невесты; И.: bridegroom’s visitations; T: güveylik) ҡ. этн.
404