Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 406


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕЛЕН АЛЫУ
КЕЛЕН АЛЫУ (келен ал-) (Р: болеть язвенной болезнью ротовой полости; И.: hurt ulcers of the mouth; T.: atın hastalanması) ҡ. вет.
Малдың келен менән ауырыуы. □ Болеть язвенной болезнью ротовой полости.
■ Келен алған мал мантымай. Экспедиция материалдарынан.
КЕЛЕШӘ [рус. клещи] и. диал. кар. ҡыпсыуыр. Келешә менән һурып алыу.
КЕЛОИД [рус. < гр. kele ‘шеш’ + eidos ‘төр’] (Р.: келоид; И.: keloid; T.: keloit) и. мед.
Тиреләге тоташтырғыс туҡыманың шеш рәүешендә үҫеүе. □ Келоид. / Келоидный. Келоид йөйө. Келоидты дауалау. Келоид сире.
КЕЛТ (Р: тик; И.: crack; snap; T: tik, seğirme) оҡш.
Сиртмәле тимер нәмә ҡапыл асылғанда йәки ябылғанда сыҡҡан йомшаҡ тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку щёлканья, тиканья: тик. Йоҙаҡ келт итеп ябылды. ■ [Өммикамал менән Гөльямал:] Инеуебеҙ булды, Хәбибрахман еҙнәм келт иттереп ишектең келәһен элеп тә ҡуйҙы. М. Кәрим.
♦ Келт итеп иҫкә төшөү ҡапыл иҫкә төшөү. □ Вспомнить вдруг, неожиданно.
■ [Ниғмәтулланың] кемдәндер, буреләр уттан ҡурҡа, имеш, тип ишеткән һуҙ келт итеп иҫенә төштө. Я. Хамматов.
КЕЛТЕЛДӘҮ (келтелдә-) (Р: тикать; И.: tick; T: tik tak etmek) ҡ.
Келт-келт итеү. □ Тикать. Сәғәт келтелдәй. ■ Иҙәндән тушәмгә етерҙәй булып торған сәғәт кенә һаман келтелдәуен белде. Б. Бикбай.
КЕЛТЕМБАЙ и.
1. диал. ҡар. ваҡһыу I.
2. Үсегеп барыусан; ҡылтым. □ Обидчивый человек.
КЕЛТЕРҘӘҮ (келтерҙә-) ҡ. ҡар. келтерләү. ■ Тояҡтарҙың баҙыҡ тупырҙа-шыуы, тәгәрмәстәрҙең ваҡ ҡырсынташлы тигеҙ юлды шайлатып кундәм келтерҙәуеме, иртәнге саф һауаның иҫерткес наҙымы — сәфәргә сығырҙан алда бер-ике сәғәт кенә баш төртөр әмәл тапҡан һалдаттарҙы рәхәт серемгә талдыра. Ә. Хәкимов.
КЕЛТЕР-КЕЛТЕР (Р: дрын-дрын; И.: tinkle; T: tak tak) оҡш.
Тимер, ағас нәмәләр еңелсә сайҡалып бер-береһенә бәрелгәндә сыҡҡан йомшаҡ тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку однообразного, ритмичного дребезжания: дрын-дрын. Келтер-келтер килеу. Келтер-келтер итеу. М Тирмән келтер-келтер әйләнә. Ә. Хәкимов. Ана, келтер-келтер юрттырып, бер атлы килә. В. Исхаҡов. Эш мәшәҡәтен онотоп, келтер-келтер юл йыры тыңлап барғанда, Йәуҙәт куңелен килделе-киттеле төрлө уйҙар сыу олата. Й. Солтанов. Келтер-келтер килгән арба тауышы ла, моңһоу, тоноҡ тауыш менән йырланған йыр ҙа Һарыҡайға таныш төҫлө. С. Ильясов.
КЕЛТЕРЛӘТЕҮ (келтерләт-) (Р: издавать звук дребезжания; И.: jar; T: zan girdatmak) ҡ.
Келтер-келтер иттереү, келтер-келтер тигән тауыш сығарыу. □ Издавать звук однообразного, ритмичного дребезжания. И Йәй булһа, япраҡтарын келтерләтеп, көҙ булһа, аяҡ аҫтыма һары ебәк йәймә тушәп ҡаршы ала ул [аҡ тирәк]. Ш. Янбаев.
КЕЛТЕРЛӘҮ (келтерлә-) (Р: дребезжать; И.: tinkle; T: zangırdamak) ҡ.
Келтер-келтер итеү, келтер-келтер килеү. □ Дребезжать, слегка трястись, дрожать. Тәгәрмәстәр келтерләй. Арба келтерләп кенә бара. П Яҡында ғына тракторҙарҙың гөрләуе, сапҡыстарҙың келтерләуе ишетелә. Картотека фондынан. Йыраҡта, Дим аръяғында, косилканың тигеҙ генә келтерләуе ҡолаҡҡа салына, урҙә лә, тубәндә лә ял итеуселәрҙең шатлыҡлы ауаздарынан йылға өҫтө яңғырап тора. Д. Бүләков.
КЕЛТЕРНИСА (Р: очень приветливый; И.: very affable; T.: güleryüzlü) и. диал.
Үтә итәғәтле, өлтөр. □ Очень приветливый, открытый.
КЕЛТЕРӘТЕҮ (келтерәт-) ҡ. ҡар. келтерләтеү.
КЕЛТЕРӘҮ (келтерә-) (Р: дребезжать; И.: jingle; T.: zangırdamak) ҡ.
1. Келтер-келтер килеү. □ Слегка трястись, дрожать; дребезжать. ■ Вагон тәгәрмәстәренең келтерәп барыуҙары пассажир
406