Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 407


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕЛӘЙ
ҙарҙың уйын тыныс бер юлға һалып ебәрҙе. Б. Ишемғол.
2. кусм. Тигеҙ генә ашыҡмай дауам итеү (эш, тормошҡа ҡарата); тәгәрләү. □ Продолжать потихоньку, медленно своим чередом продолжить что-л. Көндәр келтерәп кенә уҙа. Эштәр келтерәп кенә бара.
3. Һелкенеп тороу (саҡ-саҡ эләктереп ҡуйылған ҡалай, тимер кеуек нәмәләргә ҡарата). □ Еле держаться (не срываясь). Калай келтерәп тора. Өй ҡыйығының бер тимере келтерәп саҡ тора.
КЕЛТЕРӘШЕҮ (келтерәш-) ҡ.урт. ҡар. келтерәү, взаимн. от келтерәү. ■ Йомшаҡ рессорлы кырандас йышыраҡ бәуелтә, тимерле ныҡ тәгәрмәстәр куңеллерәк келтерәшә башланы. Ф. Иҫәнғолов.
КЕЛТИФУН (Р.: собачка; И.: pawl, catch; T: kilit çengeli) и. һөйл.
Ҡоролмаларҙа, механизмдарҙа эләктереп торған бәләкәй генә нәмә; ҡаптырма. □ Собачка (маленькое приспособление в механизмах для зацепки). Йоҙаҡтың келтифуны тотмай. Сәғәттең келтифуны ысҡынған.
КЕЛТ-КЕЛТ (Р: тик-тик; И.: tick-tack; T: tik tak) оҡш.
Ҡабат-ҡабат келт иткән тауышты (мәҫәлән, механик сәғәттең эшләгәнен) белдергән һүҙ. □ Подражание ритмическому звуку наподобие тиканья часов: тик-тик. И Келт-келт йөрөй сәғәт теле, ваҡыт утә. М. Хәй. Стенала келт-келт итеп иҫке сәғәт кенә тел ҡаға, әйтерһең, ул малайҙың көпә-көндөҙ яңғыҙ уҙе генә өйҙә йоҡлап ятыуынан көлә. Й. Солтанов. Өҫтәлдәге сәғәттең келт-келт һуғыуы баш осонда ғына саң ҡаҡҡан төҫлө тойола. Н. Мусин. Стеналағы иҫке сәғәт кенә, келт-келт, минут-секундтарҙы һанай. Ә. Хәкимов.
КЕЛТЛӘҮ (келтлә-) ҡ. ҡар. келтелдәү. Я Сеу, келтләмә, сәғәткенәм! Килде дуҫҡайым, әйткәндәй булды шунда ул: — Ярар, туҡтайым. Ф. Рәхимғолова.
КЕЛТӘ I р. диал. ҡар. ҡырҡа. Келтә боролоу. Келтә хәрәкәт яһау.
КЕЛТӘ II и. диал. ҡар. һикәлтә. Келтә аша утеу. Юл келтәләре.
КЕЛЬВИН [рус. < ингл. Kelvin ‘инглиз физигы У. Томсон (Кельвин) фамилияһынан’] (Р: кельвин; И.: Kelvin degree, kelvin; Т: Kelvin) и. махс.
Халыҡ-ара берәмектәр системаһында (СИ) термодинамик температураны үлсәү берәмеге. □ Кельвин (единица измерения температуры).
КЕЛЬМА [рус. < нем. Kelle] (Р: кельма; И.: trowel; T: mala) и.
Бәләкәй кәрәк рәүешендәге төҙөлөш ҡоралы (иҙелмә һалыу өсөн ҡулланыла).
□ Кельма, мастерок. Кельма менән эшләу. Кельма менән стенаны тигеҙләу.
КЕЛЬТ [рус. < гр. Keltoi] (Р: кельты; И.: Celts; Т: Kelt) и. этн.
Боронғо замандарҙа Көнбайыш Европа-ла йәшәгән ҡәбиләләр төркөмө. □ Кельт. / Кельтский.
КЕЛӘ (Р: щеколда; И.: latch; catch; T: mandal) и.
1. Ырғаҡҡа оҡшатып эшләнгән бик, элгес. □ Щеколда; крюк, крючок. Капҡа келәһе. Ишекте келәгә бикләу. Келәһе эленмәгән. Келәне ыскындырыу. ■ Шәһәрбаныу ишектең келәһен ысҡындырып ебәреугә Хашим, тағы ла уның атаһы менән бер туған ҡустыһы килеп инделәр. Т. Ғарипова. Былтыр минең тубәм ишек тотҡаһына саҡ етә ине, ә хәҙер келәһенән булдым. Б. Бикбай.
2. Таяҡ рәүешендәге шылдырып ҡына бикләй торған бик. □ Задвижка. Келәне этәреп ҡуйыу. Ишек келәһе. Тәҙрә келәһе. И Капҡаның келәһен Федора ҡарсыҡ уҙе этәреп ҡуйҙы. М. Кәрим.
3. Ҡаптырып йоҙаҡ элә торған атлама.
□ Засов. Йоҙаҡты келәгә элеу. ■ Йәш егет ишектәге йоҙаҡты алып ташламаҡсы булды, тик көсө етмәне — йоҙаҡ ишек келәһен бик ныҡ ҡымтып алған булып сыҡты. Й. Солтанов.
4. диал. ҡар. күгән.
КЕЛӘГӘ и. диал. ҡар. тоба. Келәгәлә һыу инеу.
КЕЛӘЙ (Р: перга; И.: beebread; T: arıların topladığı çiçektozu) и. диал.
Бал менән тулған күҙәнәктәрҙе һылап ҡуя торған сайыр һымаҡ аҡ балауыҙ. □ Перга
407