Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 408


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕЛӘЙМӘ
(белого цвета, которым пчёлы запечатывают наполненные мёдом соты).
КЕЛӘЙМӘ [рус. клеймо} (Р.: клеймо; И.: brand; T.: marka) и.
1. Етештерелгән тауарҙың, аҙыҡтың ваҡытын, урынын һәм башҡаһын күрһәткән билдә; тамға. □ Клеймо (печать, знак на изделии, товаре). Фабрика келәймәһе. Келәймә һуғыу. ■ Караһалар — уға [ултырғысҡа] беҙҙең мастерской келәймәһе баҫылған!.. Ф. Иҫәнғолов.
2. Малды таныр өсөн тәненә яндырып баҫылған билдә; тамға. □ Клеймо. Йылҡыларға келәймә баҫыу. Көтөүгә сығарыр алдынан малдарға келәймә һуғалар.
3. тар. Боронғо заманда ҡулға алынған боласыларға яза рәүешендә яндырып баҫылған билдә; тамға. □ Клеймо (знак, обычно в форме букв, выжигавшийся на теле осуждённого как дополнительная мера наказания). К 1775 йылдың сентябрендә Салауат менән Юлайҙы .. сыбыртҡы менән һуҡтырып язалайҙар, танауҙарын ҡырҡып, мацлайҙарына келәймә һуғып, Рогервик утрауына ғүмерлек каторгаға ебәрәләр. Ә. Харисов.
4. Шул билдәләрҙе һуға торған ҡорал; тамға. □ Клеймо (инструмент для таврения).
5. күсм. Кемделер кәмһетеү, хурлау менән бәйле билдә. □ Клеймо (знак, свидетельство о чём-л. позорящем, унижающем). Хурлыҡ келәймәһе. Келәймә йөрөтөү.
КЕЛӘЙМӘ БАҪЫУ (келәймә баҫ-) ҡ. ҡар. келәймәләү.
КЕЛӘЙМӘК (келәймәге) [рус. клеймо} (Р.: дроги; И.: perch; T.: yük arabası) и.
Һалам, бесән ташый торған бейек үрәсәле оҙон арба; айҙыр. □ Дроги, сноповозка.
КЕЛӘЙМӘЛЕ (Р: клеймённый; И.: branded; T.: işaretli) с.
Келәймә һуғылған, тамғалы. □ Клеймённый, имеющий клеймо. Келәймәле мал. Келәймәле тауар. Келәймәле каторжан.
КЕЛӘЙМӘЛӘТЕҮ (келәймәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. келәймәләү, понуд. от келәймәләү. Малды келәймәләтеү.
КЕЛӘЙМӘЛӘҮ (келәймәлә-) (Р: клеймить; И.: brand; T.: damgalamak, dağlamak) ҡ.
1. Марка, тамға ҡуйыу. □ Клеймить, заклеймить, ставить клеймо. // Клеймение. Тауарҙарҙы келәймәләү.
2. Тамға һуғыу, тамғалау. □ Клеймить, таврить, затаврить (скот). Йылҡыларҙы келәймәләү. Келәймәләнгән мал.
КЕЛӘЙМӘ ҺАЛЫУ (келәймә һал-) ҡ. ҡар. келәймәләү.
КЕЛӘЙМӘ ҺУҒЫУ (келәймә һуҡ-) ҡ. ҡар. келәймәләү.
КЕЛӘЛӘҮ (келәлә-) ҡ. ҡар. келә һалыу.
КЕЛӘМ I [фарс. (Р: ковёр; И.: carpet; Т.: һаһ) и.
1. Төрлө биҙәктәр һалып йөндән һуғылған ҡаралды; балаҫ. □ Ковёр. / Ковровый. Аҫалы келәм. Буй(лы) келәм. Сепрәк келәм. Келәм түшәү. Келәм йәйеү. Келәм һуғыу. Келәм биҙәге. ■ Өйрәнсек шул һүҙҙәрҙе әйткән дә, Һәнәрсе янына келәмгә ултырып, бала шикелле үкһеп илай башлаған: — Эй Аллам, ницә һин мине ошондай илаһи таланттан мәхрүм иттец! 3. Биишева. Һике яртыһына сит-ситтәре кителеп бөткән затлы тажик келәме, ә икенсе яртыһына тош-тош ерҙән иҙерәгән мамыҡ одеял түшәлгән, буйлатып ҡораҡ түр юрғаны йәйелгән. Й. Солтанов. Ул арала йәшел үләнгә йәйелгән келәмдәр өҫтөнә табаҡтар ҡуйылып, бешкән иттәр бүлеп һалынған була. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Тирәклелә һуғылған келәмдәр, бында баҫылған быймалар, бында эшкәртелгән тире — донъяның бөтә илдәренә тарала һәм юғары сифатлы тип баһалана. Т. Ғарипова.
2. диал. Сепрәк балаҫ. □ Тряпичный палас.
КЕЛӘМ II и. диал. ҡар. селбәрә.
КЕЛӘН с. диал. ҡар. шыма 1. Келән боҙ. Келән иҙән.
КЕЛӘНДӘҮ (келәңдә-) (Р: свёртывать холст; И.: rolling canvas; T: tuvali dürmek) ҡ. диал.
Һуғылған киндерҙе тәҫләп төрөү. □ Свёртывать холст. Келәндәп һалыу. Келән-дәп ҡуйыу.
КЕЛӘНКӘЙ (Р: дягиль; И.: angelica; T: melekotu) и. бот.
408