Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 409


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕМ
Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған шыма ҡабыҡлы, сәскәһе баллы үҫемлек. □ Дягиль, дудник лесной (лат. Angelica). Келәнкәй йыйыу. Келәнкәй менән дауаланыу.
КЕЛӘПӘ с. диал. ҡар. күрәш. Келәпә кеше.
КЕЛӘТ [рус. клеть} (Р.: клеть; И.: storeroom; T.: depo, ambar) и.
1. Иген, аҙыҡ-түлек йәки башҡа нәмә һаҡлай торған йорт ҡаралтыһы. □ Амбар, клеть. Кирбес келәт. Ағас келәт. Игенде келәткә һалыу. ■ Ауылды артта ҡалдырып, йылға тубәненә тағы өс-дурт саҡрымдай киткәс, — шундай уҡ ыҫ, көл-кумер, ҡәбер ташылай ҡатып ҡалған мейестәр, һөрөмлө таш келәттәр һәм ҡоймалар. Й. Солтанов. Фураж һалынған келәт янына еткәс, санала бесән өҫтөндә нимәлер ҡарайып ятҡан кеуек булғас, Хашим шунда йунәлде. Т. Ғарипова. • Ир — келәт, ҡатын — йоҙаҡ. Әйтем. Иген келәттә, кеше хеҙмәттә куренә. Мәҡәл. Йөгөң куп булһа, келәтең тулы булыр. Мәҡәл. Ырҙыныңда булмаһа, келәтеңдә лә булмаҫ. Мәҡәл. Келәте бикле куршеһе менән тыныс. Мәҡәл.
2. диал. ҡар. соланса.
3. диал. Йәй аш бешерә торған бәләкәй өй. □ Летняя кухня.
КЕЛӘТСЕ (Р.: кладовщик; И.: storekeeper; stockman; T.: ambar memuru) и.
Келәттәге нәмә өсөн яуаплы кеше; келәт мөдире. □ Кладовщик. Келәтсе булып эшләу. ■ Бригадир һәм МТФ мөдире итте келәтсе Ғәйзулла арҡылы улсәтеп алып, һәр береһе уҙ ҡаҙандарына булеп бирҙеләр. Й. Солтанов.
КЕЛӘҮЕЗ [рус. кляуза} и. диал. ҡар. ошаҡ. Келәуез йөрөтөу. Келәуез ташыу. Келәуез һатыу.
КЕЛӘҮЕЗНИК [рус. кляузник} с. диал. ҡар. аҫтыртын I. Келәуезник ҡатын.
КЕЛӘҮЕК I (келәүеге) (Р: плёнка; И.: film; T.: ince tabaka) и.
1. Үтә күренеп торған йоҡа ғына нәмә; яры. □ Плёнка, тонкая кожица. Яра келәуек менән ҡапланған. Яраны келәуек менән ҡапланғансы таҙартып торорға кәрәк.
2. Йоҡа ғына боҙ ҡатламы. □ Тонкая ледяная корка.
3. диал. Һыуланып, көскә генә урышҡан ҡатыҡ. □ Неудавшийся катык. Келәуек кенә булған ҡатығым.
КЕЛӘҮЕК II (Р: тонкий; И.: thin; T: ince) с.
Үтә күренеп торған, бик йоҡа. □ Тонкий. Келәуек боҙ. Келәуек ҡағыҙ.
КЕЛӘҮЕК III и. диал. ҡар. бәҫ. ■ Келәуек көҙгә табан ағас баштарын ҡырауытып, боҙландырып тора ул. Экспедиция материалдарынан.
КЕЛӘҮЕКЛӘНЕҮ (келәүеклән-) (Р: затягиваться плёнкой; И.: delayed wound crust; T: ince tabaka ile kapanmak) ҡ.
1. Яры менән ҡапланыу (йәрәхәткә ҡарата). □ Затягиваться, покрываться плёнкой, коркой (оране). Яра келәуекләнә башлаған.
2. Йоҡа ғына боҙ менән ҡапланыу. □ Покрыться ледяной коркой. Йылға келәуекләнеп туңа башлаған.
КЕЛӘ ҺАЛЫУ (келә һал-) (Р: запирать; И.: lock; T: kilitlemek) ҡ.
Келә һалып ябыу; бикләү. □ Запирать, закрывать. // Запирание, закрывание. ■ [Фатима ] ҡойма буйлап барып бәләкәй өйгә инде лә, ишеккә келә һалды һәм тәҙрә төбөндә бик оҙаҡ уйланып ултырҙы. Ж. Кейекбаев.
КЕЛӘШ-КЕЛӘШ (Р: возглас, которым подзывают жеребят; И.: word for beckoning colts; T: tayları çağırma ünlemi) саҡ.
Ҡолон саҡырғанда әйтелә торған һүҙ. □ Возглас, которым подзывают жеребят.
КЕЛӘШШӘ [рус. клещи} и. ҡар. ҡыпсыуыр. ■ Герҙәренә ҡушымтаға йөн еп менән иҫке йоҙаҡ, башы һыныҡ келәшшә һәм тишекле таш аҫылған. Й. Солтанов.
КЕМ I [боронғо төрки кәм} (Р: кто; И.: who; T: kim) а.
1. һор. Кешенең исемен йәки ниндәй кеше булыуын һорағанда ҡулланыла. □ Вопросительное местоимение кто. Исеме кем? Кем алды? Кем килгән? Кемдән һорарға? Кемгә бирергә. ■ Айбулат аптыраңҡырап, Мәғфурәнең һуҙен булде: Кем ул Урал әбейе? Һ. Дәүләтшина. Әгәр мин барып етмәҫ борон, олатайың уҙе һағынып ҡайтып килһә, кем уға ишек асыр? Й. Солтанов, [һаҡсы:] Һеҙ кем булаһығыҙ? Н. Асанбаев. • Кешенең
409