КЕМ
кем икәнен белгең килһә, төҫөнә ҡарама, дуҫына ҡара. Мәҡәл. Әйтмәгәнде кем белә, асмағанды кем курә. Мәҡәл.
2. һор. Риторик һорауҙа ҡулланылып, яуабында «һәр кеше» мәғәнәһе фараз ителә.
□ Используется в риторических вопросах, ответом в которых являются значения все. • Ил тигәндең кеме юҡ, кеме юҡ та ние юҡ. Ҡобайырҙан. Ҡайғы уртаҡлашҡанда кем ҡосаҡлашмай ҙа, кем бер-беренә һыйынмай?! Т. Ғарипова. • Ҡымыҙҙы кем яратмай, ҡыҙҙы кем һоратмай. Мәҡәл.
3. Риторик һорауҙа ҡулланылып, яуабында «бер кеше лә» мәғәнәһе фараз ителә.
□ Используется в риторических вопросах, ответом в которых являются значения никто. Кем уйлаған уны. И Ҡар китеп тә бөтмәгәндә кем балаһын ялан аяҡ, етмәһә баҫыуға сығарһын? Т. Ғарипова. Бына донъя! Кем уйлар быларҙы айырылған ир менән ҡатын тип. Р. Солтангәрәев.
4. билдһ. Атап әйтелмәгән бер шәхесте белдерә. □ Употребляется для образования неопределённого местоимения. Кем дә булһа. ■ Кабина эсендә кемдер бар. Н. Ғәйетбаев. Роман иһә был сетерекле хәлдәрҙең береһен дә белмәй ине, шуға курә ҡулындағы йөҙөктө кем дә булһа таныр тигән уй башына ла инеп сыҡҡаны юҡ. Н. Мусин.
5. Үҙенә генә хас сифаты булған бер кешене белдерә. □ Употребляется для обозначения личности с определёнными качествами. Ж Бына мин кем, — тигән теге ҡыҙ. — Мин әбей ҙә була алам, теләгән бер нәмә һурәтенә инә алам. Әкиәттән. Шулай ҙа кемдең кем икәнлеген бер ни тиклем беләм инде. Н. Мусин.
6. Баш һөйләмдең эйәһен асыҡлаусы эйәрсен һөйләмдә эйә вазифаһын үтәй.
□ Выполняет роль подлежащего в придаточном предложении. ■ Кем юлдан утә, шул таяҡты юл ситенә ҡаҙап китә. Д. Шәрәфетдинов. • Кем эшләмәй, шул ашамай. Мәҡәл. Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың. Мәҡәл. Кемдең ҡулында — шуның ауыҙында. Мәҡәл.
7. һөйл. Яңғыҙлыҡ исемдәр алдынан килеп, өҫтәмә өндәш һүҙ вазифаһын үтәй.
□ Употребляется в функции обращения.
■ Кем, Шакирйән тугелме һуң? — Гөлйөҙөм инәй, был кешене танымай ҡалһам килешмәҫ тигәндәй, һарығын да онотоп, Шакирға текәлде. Р. Солтангәрәев.
♦ Кем белә <бит> булыры-булмаҫы икеле булғанда әйтелә; белмәҫһең, ҡайҙан беләһең. □ Кто его знает. ■ [Зәки:] Әйҙәгеҙ, хушлашайыҡ, арҡадаштар! Кем белә, бәлки, беҙ бер-беребеҙҙе ҡабат курә алмабыҙ. Н. Асанбаев. Кем булыуына ҡарамаҫтан теләһә ниндәй кеше. □ Кто бы ни был, невзирая на лица. Кем булыуына ҡарамаҫтан, уға ярҙам итергә кәрәк. Кемгә барып бәрелергә белмәү кемдән кәңәш, ярҙам һорарға белмәй аптырау. □ Не знать куда деться.
■ [Илъяс] кемгә барып бәрелергә, ҡайғыһын кем менән уртаҡлашырға белмәй яфаланды. Ғ. Ибраһимов. Кемдеке — шуныҡы исем һатмаҫҡа өндәгәндә әйтелә. □ Употребляется при предостережении беречь доброе имя. Кемдеке — шуныҡы, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтерәһе булма, илла. Кемдең кем икәнен аңлау ысын йөҙөн асыу. □ Понять истинное лицо. Кемдең үҙе һүҙ үҙе хаҡында барғанды белмәй, «кем дә кем» тип һораған кешегә ҡарата шаяртып әйтелә. □ Употребляется в шуточнной форме для указания задающему вопрос «кто?», что он сам есть. Кем дэ кем «кем» һүҙен көсәйтеү өсөн ҡулланыла. □ Кто-либо, кто-нибудь. ■ Кем дә кем миңә буйһона — шул иркен тын алып, рәхәт йәшәй; кем дә кем буйһонмай — шул тыны ҡыҫылып, интегеп улә. Әкиәттән. Кем етте шуға кем теләһә, шул; төрлө кеше. □ Всякому, кому угодно. ■ Өфө һәм Ырымбур губерналарындағы ваҡиғаларҙы өҫтән-мөҫтән, кем етте шунан ишетеп кенә белә [Хисмәтулла]. Я. Хамматов. Кем етте шул теләһә ниндәй кеше. □ Всякий, любой, кто угодно. Кем етте шул эшләй алмай был эште. Кем менән уртаҡ бөтә кеше лә файҙалана ала, берәү ҙә тыймай. □ Ничейный, общий. ■ Вагонтубәләре, буферҙар кем менән уртаҡ, тинек тә, алмаш кулдәктәр һалынған төйөнсөктәрҙе алып, юлға сыҡтыҡ. С. Агиш.
КЕМ II (Р.: аж; И.: hey; T.: ki) инш.
410