Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 411


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕМТЕРЛӘҮ
Хәл, ваҡиғаның көсөргәнешле булыуына баҫым яһау, тыңлаусының иғтибарын тартыу өсөн ҡулланыла. □ Употребляется для усиления значения выражения и привлечения внимания слушателя. Шундай күкрәне, кем, хатта тәҙрәләр зыңғырлап китте. ■ Аҡбуҙ асыуланып, Уралды шул тиклем бейеккә сөйөп ебәрҙе, ти, кем, теге атылып төшөп, биленә тиклем ергә батты, ти. «Урал батыр». Ямғыр шул тиклем шәп яуҙы, кем, һыуланмаған еребеҙ ҡалманы. Ж. Кейекбаев. Беҙҙең танк етеҙерәк булып сыҡты, кем. Н. Мусин.
КЕМБРИЙ ОСОРО [рус. < лат. Cambria ‘географик атама, Уэльстың элекке исеме’] (Р.: кембрийский период; И.: Cambrian; T.: Kambriyen dönem) и. геол.
Палеозой дәүеренең тәүге осоро. □ Кембрийский период. ■ И.М.Губкиндың теорияһы буйынса, нефть боронғо кембрий осоронан алып хәҙерге дәүергә тиклем туҡтауһыҙ барлыҡҡа килгән, һәм ул әле лә барлыҡҡа килә. Д. Бураҡаев.
КЕМГӘЛЕК (Р.: кто первый; И.: who the first; T.: kim birinci) өндш. диал.
«Кем алда?» мәғәнәһен биргән өндәш һүҙ. □ Позывное слово, передающее смысл «кто первый?» И Уйында «кемгәлек» тип ҡысҡыра инде балалар. Экспедиция материалдарынан.
КЕМДЕР (Р: кто-то; И.: somebody; T.: kimdir) билдһ. а.
Билдәһеҙ шәхес: әллә кем. □ Кто-то, некто (неопределённое местоимение). Кемдер килде. Кемдер йырлай. Кемдер ҡысҡырып илай. Кемдер әйткән. ■ Байназарға кемдер йоҙроҡ менән ҡаты ғына төртөп үтте. Б. Бикбай. Шулай итеп халыҡ үҙ-ара аҡыл һатып торғанда, кемдер берәү бик ҡабалана-ҡабалана, һөрлөгә-йығыла шәпләп ҡапҡа төбөндә өйөлөп торған халыҡҡа ҡарай килә. Т. Хәйбуллин. Кемдер һыҙғырып ебәрҙе. А. Абдуллин. Трубкала бер нәмә лә ишетелмәй. Кемдер тын алғаны һиҙелеп тора. Д. Бүләков.
КЕМИКАР (Р: кемикар; И.: sort of agricultural poison; T.: aşı) и. хим.
Иген культураларын ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн химик препарат, орлоҡ ағыулағыс.
□ Кемикар (препарат для травления зерновых культур). Орлоҡтарҙы кемикар менән эшкәртеү.
КЕМИТҺАН (Р: кто попало; И.: any; T.: kimse) и. диал.
Кем етте шул. □ Кто попало. И Кемит-һандан һүҙ ишетеп ултырып булмай. Экспедиция материалдарынан.
КЕМЛЕК I (кемлеге) (Р: сущность кого-л:, И.: somebody’s essense; T.: kimlik) и.
Кешенең кем икәнлеге, асылы. □ Сущность кого-л., кем он является. Сәфәрҙә кемдең кемлеге беленә. ■ Новиков юлда һөйләнеп бара: «Ярай әле, үҙенең кемлеген белгертте». Д. Юлтый. Ул [айғыр] хужаларына иғтибар итмәне, минең кемлекте күрҙегеҙме, тигәндәй, ярһыуынан һаман тыйыла алмай, муйынын дуғаландырып, ҡупшы башын түшенә табан тарта биреп, тояҡ аҫтарынан кәҫ ырғытып өйөрөнә ҡарай елде. Н. Мусин. • Әүәл әйт дуҫыңды, әйтермен кемлегеңде. Мәҡәл. Ир-егеттең кемлеге эшендә беленер. Мәҡәл.
КЕМЛЕК II (кемлеге) (Р: удостоверение; И.: certificate; T.: kimlik) и.
Кем булыуҙы күрһәткән рәсми документ.
□ Удостоверение. Кемлекте күрһәтеү.
КЕМПИНГ [рус. < ингл. Camping, camp ‘лагерь булып урынлашыу’] (Р: кемпинг; И.: camping; T.: kamp) и.
1. Автотуристар өсөн йәйге лагерь.
□ Кемпинг. Кемпингта туҡталыу. Кемпинг төҙөү.
2. Юл буйҙарында урынлашҡан осһоҙ ҡунаҡхана. □ Кемпинг.
КЕМСӘ (Р: кто-то; И.: somebody; Т.: kimse) а. иҫк.
Кем икәне аныҡ түгел, кем дә булһа берәү; кемдер. □ Кто-то. ■ Шалтыраған, ялтыраған кемсәләрҙең исеменә оҡшатып теҙмәккә уйланым, хәл ҡәҙәр, был тиҫбене. Ш. Бабич.
КЕМСӘНӘ а. иҫк. ҡар. кемсә.
КЕМТЕРЛӘҮ (кемтерлә-) (Р: ходить с трудом; И.: walk with difficulty; T.: çok ağır yürümek) ҡ.
411