компиляция
КОМПЕТЕНТЛЫҠ (компетентлығы) (Р.: компетентность; И.: competence; T.: yet-kilik) и.
Компетентлы булыу. □ Компетентность. Компетентлыҡ курһәтеу. Фекерҙең компетентлығы. ■ «Европа плюс Өфо» радиостанцияһының мәғлумәт хеҙмәте директоры Малик Мөлөков, эксперт комиссияһының компетентлығында шикләнеу белдереп, имтихандың башында уҡ сығып киткән. «Башҡортостан», 18 ғинуар 2012.
КОМПЕТЕНТҺЫҘ (Р.: некомпетентный; И.: incompetent; T.: yetkisiz) с.
1. Ниндәйҙер эште, мәсьәләне хәл итеүгә белеме етмәгән йәки белеме тейешле кимәлдә тип табылмаған. □ Некомпетентный (незнающий). Мәсьәләлә компетентһыҙ булыу. Компетентһыҙ белгес.
2. Вазифаһы буйынса берәй эште, мәсьәләне хәл итерлек хоҡуғы булмаған. □ Некомпетентный (неправомочный). Компетентһыҙ ойошма.
КОМПЕТЕНЦИЯ [рус. < лат. competere ‘ирешеү’] (Р: компетенция; И.: competence; T.: yetki) и.
1. Кемгәлер яҡшы таныш булған эш йәки фән әлкәһе. □ Компетенция (область вопросов, в которых кто-л. хорошо осведомлён). Табип компетенцияһы.
2. Айырым ойошма йәки кешенең вазифаһында, ҡарамағында булған эш һәм мәсьәлә. □ Компетенция (круг полномочий какого-л. учреждения, лица, подлежащих ведению). Директор компетенцияһы. Суд компетенцияһы. Минең компетенцияма ҡарамай. ■ Һөйләшеуҙәрҙе делегация ағзалары айырым-айырым — һәр береһе уҙе-нең партнёрҙары менән уҙ компетенцияһы сфераһында алып барҙы. «Башҡортостан», 16 ноябрь 2010. [Яубаҫаров — Оморҙаҡовҡа:] Яза биреу кәрәк хулиганға, ПМК һеҙ председатель булған ауыл советында эшләй, шулай икән, һеҙҙең компетенцияға керә был. Д. Бүләков.
КОМПЕТЕНЦИЯЛЫ с. ҡар. компетентлы. Компетенциялы ойошма.
КОМПИЛЯТИВ (Р: компилятивный; И.: compilation; T.: derleme) с.
Компиляция юлы менән төҙөлгән, компиляцияға нигеҙләнгән. □ Компилятивный. Компилятив хеҙмәт. Компилятив мәҡәлә. Компилятив эш.
КОМПИЛЯТИВЛЫК (компилятивлы-ғы) (Р: компилятивность; И.: compilation; Т.: derleme olma) и.
Компиляция юлы менән төҙөлгәнлек, компиляцияға нигеҙләнгәнлек. □ Компилятивность. Мәҡәләнең компилятивлығы. Ком-пилятивлыҡтан арыныу.
КОМПИЛЯТОР [рус. < ингл. compiler ‘туплаусы’] (Р: компилятор; И.: compiler; Т.: başka yazılardan deren kimse) и.
1. Компиляция эшләүсе. □ Компилятор.
2. инф. Программалау телендә яҙылған командаларҙы компьютер кодына өйләндереүсе махсус программа. □ Компилятор (компьютерная программа). Паскаль теле компиляторы. Компилятор төҙөу принциптары. Кросс-платформалы компилятор.
КОМПИЛЯЦИЯ [рус. < лат. compilatio ‘талау’] (Р: компиляция; И.: compilation; Т.: derme toplama) и.
1. Сығанаҡтарҙы үҙ аллы эшкәртмәйенсә, бүтән кешеләрҙән алынған мәғлүмәт һәм фекерҙәрҙе күсереп алып хеҙмәт, әҫәр яҙыу. П Компиляция (заимствование чужих исследований). Компиляция яһау. Компиляция менән шөғөлләнеу. ■ Кусерергә, һайлап алырға кереште императрица. Компиляция, иҫке әйберҙең тиҫкәреһен өйләндереп типсеу кеуегерәк килеп сыҡты сығыуын. Ғ. Хөсәйенов.
2. Шул юл менән яҙылған хеҙмәт. П Компиляция (научнаяработа, составленная из заимствований чужих исследований). ■ Ҙур ентеклелек менән башҡарылғанда, фәнни белемдәрҙе популярлаштырыуҙа компиляция әһәмиәт ҡаҙанырға ла мөмкин. К. Әхмәтйәнов.
3. инф. Программалау телендә яҙылған компьютер программаһын машина кодына әйләндереү. □ Компиляция (преобразование компьютерной программы в машинные коды). Шартлы компиляция. Юлға-юл компиляция.
551